Кескәй балаларҙың күберәк хәрәкәт итергә яратҡанлығы һәр кемгә билдәле. Улар хәрәкәт итеп түгел, ә тик ултырып арый. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе уларҙың арыуын юҡҡа сығарыр өсөн дәрес барышында, унан тыш белем биреү эшмәкәрлегендә бармаҡ, хәрәкәт уйындары ойошторорға бурыслы. Күңелле, шаян шиғырҙарға бәйле ял минуттары бер генә баланы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Уларҙың кәйефтәре күтәрелеп, арыу-талыуҙары ла юҡҡа сыға.
“Сулпылар“ балалар баҡсаһында түбәндәге һамаҡтарҙы ҡулланабыҙ:
1. Осто өкө (ҡулдарҙы һелкетергә)
Осто өкө ҙур башлы. (ҡулдар менән ҙур башты күрһәтергә)
Осто өкө, осто барып (ҡулдарҙы һелкетергә)
Ултырҙы ул түмәргә. (тубыҡланып ултырырға)
Күҙҙәрен сылт-сылт йомдо, (ҡулдарҙы күҙ тәңгәленә килтереп, бармаҡтарҙы асып йомабыҙ)
Аяғын тыпырлатты ла (тыпырлатырға)
Артабан осоп китте. (ҡулдарҙы һелкетергә)
2. Леп-леп оса күбәләк, (ҡул суҡтарын аҫҡа-өҫкә елпергә)
Ниндәй матур, түңәрәк.(ҡулдар менән түңәрәк яһап күрһәтергә)
Бындай шиғырҙарҙы балалар ҙур ихласлыҡ һәм теләк менән яттан башҡара. Ул кескәйҙәрҙең телмәрен, хәтерен нығытыу һәм хәрәкәтсәнлеген арттырыу йәһәтенән дә бик файҙалы. Балалар баҡсаһында ғына түгел, өйҙә лә балаларҙың кәйефен күтәреү, арыуын яҙыу уңайынан, ошондай ял минуттарын ойоштороу бик отошло.
Резеда Ибраһимова, Сибай ҡалаһының “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.