—Уҡыусы ғына инем әле. Совхоз-колхоздарҙың гөрләп эшләгән сағы. Атай комбайнда иген һуға. Төн етһә, баҫыуҙан иген урларға бара, мине лә үҙе менән эйәртә. Урлашырға ныҡлап ҡараңғы төшкәс кенә барабыҙ. Һуң ғына йоҡларға ятҡас, йоҡо ла туймай. Мәктәптә күп ваҡыт йоҡоға баш була алмай, иҫәңгерәп үткәрәм. Бер көн уҡытыусы бәйләнде бит.
—Дәрескә әҙерлекһеҙ килеүең етмәгән, йоҡлап ултыраһың. Ниңә йоҡлайың ул, тор,
Мин тиҙ генә урынымдан торҙом да:
—Йоҡлайһың инде, төнө буйы атай менән иген урлағас,—тип яуап бирҙем.
Ошо һүҙҙе эләктереп алды бит класташтар. Әле лә йоҡоһо килгән кешенән: “Нимә атайың менән иген урлап йөрөнөңмө әллә”,—тип мәрәкәләп һорау бирәләр.
Баймаҡ районы Билал ауылы.