АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Август 2019, 11:43

Әсәй, әрмегә китәм!

Китә Йомабай ағай, йәнәһе лә, Йылайырға ҡаралырға. Мәҡсүттән алыҫ түгел ерҙәге үҙ-ҙәренең сабынлығына барып, туйғансы ашай, йоҡлай ҙа, ҡараңғы төшкәс, өйөнә ҡайтып инә.

Дәһшәтле 1937 йылда алтынсы кинйә малай булып донъяға килгән Йомабай ағайым булды. Һуғыш балаһы ине ул. Башланғыс мәктәптә әҙ-мәҙ хәреф танырлыҡ булғас, һыйыр-йылҡы көтөргә колхозға эшкә сыға. Колхозда аҡмаһа ла—тама. Шулай ҙа Йомабай ағайҙың туйғансы ашағыһы килеп тик тора. Ә әсәһе Мәүлихә инәй булған аҙыҡты һандыҡта бикләп тота. Сөнки алты балаға айҙыҡын-айға, көндөкөн-көнгә еткерергә кәрәк. Ә аталары һуғышта ятып ҡалған.
Шулай бер көн Йомабай ағай, ҡайҙандыр башына килеп, әсәһенә: “Әсәй, мине Йылайырға әрмегә ҡаралырға саҡыралар,”–ти бер көн. Район үҙәгенә ара алыҫ бит инде, бер көндә генә әйләнеп ҡайтырлыҡ түгел. Таныштарында йоҡларға ҡалған хәлдә лә, юлға ашарға аҙыҡ алырға кәрәк. Ул ваҡытта сумка тигән нәмәнең юҡ заманы. Шуға күрә Мәүлихә инәй май-ҡаймағын, һөт-ҡоротон, икмәген яулыҡҡа төйнәп ебәрә. Китә Йомабай ағай, йәнәһе лә, Йылайырға ҡаралырға. Мәҡсүттән алыҫ түгел ерҙәге үҙҙәренең сабынлығына барып, туйғансы ашай, йоҡлай ҙа, ҡараңғы төшкәс, өйөнә ҡайтып инә. Әсәһен бер аҙнанан йәнә килергә ҡуштылар тип алдай.
Тағы, Йылайырға тигән булып, сабынлығына юллана Йомабай ағай. Был юлы тағы ла ҙурыраҡ төйөнсөк тоттора үҙенә әсәһе.
Шулай итеп, кеше тулмағас, тағы килергә ҡуштылар тип әсәһен алдаған ағайым, ысынлап та, әрмегә китеп барҙы. Мин белгәндә ул әрменән баһадир кәүҙәле булып ҡайтып ингән ине. Һалдат бутҡаһы бик килешкән үҙенә. Һабантуйҙарҙа ал бирмәне Йомабай ағайым. Бүлексә һабантуйында алған тәүге бүләге—ултыртмалы сәғәтте күҙ ҡараһылай һаҡланы. Шуны ғорурланып күрһәтеп, маҡтанып алыр ине.
Әбделәхәт Бикбулатов.
Йылайыр районы Мәҡсүт ауылы.
* * *
Читайте нас: