Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Июль 2019, 14:11

Тал билендәге тарих. Аҙағы

Тал билендәге яҙыу тарихы күпме дауамға эйә булған, ә Солтан бер ни белмәгән. Исмаһам, теге юлы ҡайтҡанында Нажиәнең хәлен берәйһенән һорашһа ни булған? Ә ул көткән. Ҡырҡы яңы тулыр булғас, Солтан ҡайтып арыуыҡ торғас ҡына үлеп ҡалған. Тал билен һыпырып илаған саҡтары иҫенә килде Солтандың. «Эх! Китмәҫкә булған икән! Сабырһыҙлығың алама һинең, Солтан. Эх!» Ҡулъяулығына битен һөртә-һөртә кире мәсеткә инергә ынтылған Солтанға теге етәктәге ҡыҙый нишләптер боролоп ҡарап ҡуйҙы.

Тал билендәге яҙыу тарихы күпме дауамға эйә булған, ә Солтан бер ни белмәгән. Исмаһам, теге юлы ҡайтҡанында Нажиәнең хәлен берәйһенән һорашһа ни булған? Ә ул көткән. Ҡырҡы яңы тулыр булғас, Солтан ҡайтып арыуыҡ торғас ҡына үлеп ҡалған. Тал билен һыпырып илаған саҡтары иҫенә килде Солтандың. «Эх! Китмәҫкә булған икән! Сабырһыҙлығың алама һинең, Солтан. Эх!» Ҡулъяулығына битен һөртә-һөртә кире мәсеткә инергә ынтылған Солтанға теге етәктәге ҡыҙый нишләптер боролоп ҡарап ҡуйҙы.
—Өләсә-ә-әй, мулла бабай нишләп илай ул?—тине.
Ҡатын да, бала һүҙенең хаҡлымы икәнен һынап, артына боролоп ҡараны. Ысынлап та илаулы ҡарт яй атлап мәсеткә табан атлай ине.
Үҙенә текләгәндәрҙе Солтан был мәл аңғармай ҙа ине...
Усына йомған кескәй ҡағыҙ киҫәген күҙ йәштәре аша тағатып, текләп ҡараны Солтан. Ике генә юл яҙыу: «Нурия. Баҡса урамы, 17. тел. 8 965 ...»
Дә-ә-ә, Нурия, тимәк... Нур эйәһе, өмөт нуры, бәхет сатҡыһы һин, ҡыҙым—Нуриям...
Күпме ғүмер сит ерҙәрҙә һинең барлығыңды белмәй яфа сиккәнмен. Белгән булһам, бәлки... Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде. Һуңланым, әммә ғүмеремде ҡылдай өҙөлөр саҡтарында һаҡлап ҡалған нур остоғо һин бул-ғанһың икән ҡыҙым, фәрештәм. Эх, Нуриям... Нисек кенә әйтеп аңлатырмын икән бар әйтер һүҙҙәремде? Аңларһыңмы мине, ҡыҙғынам? Ышанмаһаң, йә ҡабул итмәһәң?! Әллә бөтөнләй йәшенеп ҡалырғамы? Юҡ! Солтан, улай ярамай! Былай ҙа бар ғүмерең тиерлек күләгә аҫтында буп-буш бил бөгөүҙәр менән үтте. Исмаһам, ҡалған ғүмереңде йәшен-мәй, Солтан булып йәшәп ҡал! Тик нисек кенә әйтергә?!
Әле генә Нурия теленән төшкән теге Нажиә талы күҙ алдына баҫты. Ысынлап та, нисек икән таллыҡ хәле? Йәшлек эҙҙәрен барлап, күңел ярһыуҙарын ҡуҙ-ғытып, йөрәк яраларына дауа эҙләп барып сығырға инде әллә Имәнғолға?! Иртәгә саҡ шәмбе, Нажиәнең ҡырҡына тиклем дә арыуыҡ ваҡыт бар. Нисек тә шул аятта аңлашыр инде ҡыҙы менән. Танытыр, әйтер үҙенең кем икәнен. Нисек ҡабул итер, билдәһеҙ. Атай, һинме ни был, тип муйынына килеп һарылмаҫ, буйтым йәштәге ҡатын бит инде ул. Иллә мәгәр еңел-елпе уйларға йәш-елкенсәк түгел. Һөйләше лә, атлап китеше лә хас та Нажиәнеке. Былай ҙа кеше кешегә оҡшар икән?! Һуйып ҡаплаһаң да тап килмәҫ! Сабыр, һәр һүҙен уйлап һөйләр ине бит Нажиә лә. Һис юҡ-барға остаңлап, кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ширҡанлап көлөп тә бармаҫ ине. Тыумыштан булғандыр уйсанлығы. Әллә хаҡ яҙмышы шулай зарлы булыры бар холҡонда алдан сағылдымы икән? Эх, Солтан, үҙеңде генә түгел, ана бит, ике бер ғәйепһеҙ йәнде күпме тилмертеп, көттөрөп, ситтә йөрөп этләндергәнһең! Юҡ ҡына һүҙ ҙә сәбәп булған бит бар ғүмереңде бәхетһеҙ бушлыҡҡа һалырға. Һуң, инде һуң, бар үтелгән юлыңды кире ҡабаттан башлап маташырға...һуң...
Солтан, бөгөн үк булмаһа ла, иртән иртүк ауыл яғына сығып әйләнергә тигән уй төйнәне. Уҙған төн дә сырым итмәһә лә, бөгөнгө төндө лә йоҡо алманы. Ҡыҙы менән булыр һөйләшеү күҙ алдына баҫып тик торҙо. Берсә ҡыуанған, берсә һағышлы Нурия ҡыҙының йөҙ-ҡиәфәтен төҫ-мөрләп бер булды. Тамсы ла йоҡо алманы. Уфтанып әле был, әле теге яғына өйрөлә торғас, саҡ таң һарыһын көтөп алды. Йәшлек, бала саҡтағылай йоҡо тәме лә башҡа шул ҡартлыҡта. Бушҡа ғына: «Ҡартлыҡ—этлек»,— ти-мәйҙәрҙер инде. Көн боҙолор булһа, ул-был ер һыҙлап ҡаҡшата, балта теле өҙөп алған яртышар өс бармаҡ яралары ла һулҡылдап үҙҙәренең барлығын белдереп тора.
Таныш ҡыр-туғайҙарға табан елгән ярым буш автобуста, һаман үҙ уйҙары солғанышында бара Солтан. Ауылға етер-етмәҫ шоферҙан һорап төшөп ҡалды. Ус ояһындай ғына булып иҫендә ҡалған тыуған ауылы буйтым ҙурайып киткән икән. Замансалап йорт-ҡура йүнәткән йәштәр күптер инде. Теҙелеп киткән төҫлө ҡалай башлы йорттар шуға ишара. Шөкөр, ауыл Солтан ише «тыртайған» малайҙарҙан ғына тормаған икән. Эш юҡҡа ла бошонмай, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп, балалар үҫтереп, нигеҙ тотоп, заман менән бергә атлай-ҙар. Ана-а-а, күҙ күреме етер-етмәҫ ерҙәрҙә теге таллыҡ бу-лырға тейеш. Элекке туғайлыҡтың яртыһына тиерлек яңы урам теҙелгән. Ҡарағай еҫен аңҡытып ултырған яңы буралған буралар теге ҡыр-дала эшен иҫләтеп, эстән семтеп кенә ҡуя.
* * *
Ете балаға тәғәйенләп йыйғанмы ни Нажиә ҡаралтыны? Түшәмгә тейеп тиерлек торған оло-оло яҫтыҡтар, буй юрғандарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Нурияның әле әсәһе һау саҡта был нәмәләр әллә ни күҙенә лә эленмәне шикелле. Әсәй кеше үлеп, йорт бөтөнләй ҡарауһыҙ ҡалғас, ҡайҙа итергә тигән һорау килеп тыуҙы. Былай ҙа ҡыҫынҡы ҡала йортона һис һыйҙырырмын тимә был йыйылғандарҙы. Ташлау хаҡында һүҙ ҙә юҡ, кемгәлер бирергә лә теләмәй, әсәһенең күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡорамалары бит улар. Көндәр йылыға тартып тор-ғас, ҡайтып тыуған йорт тирәһен ҡараштырып китергә булды Нурия. Ауылға ҡайтып тороуҙы һис уйламаны ул, әллә нишләп бәләкәй саҡтан ҡалаға тартылды ла торҙо күңеле. Ауыл егетенә кейәүгә сыҡһа ла, ҡалала эш табып шунда төбәкләнделәр. Етем-һерәп ҡалған тыуған нигеҙ генә уйға һала, нишләргә? Һатһаң да әллә нисек. Торор инде әлегә. Берәйһе үҙе белеп һат тимәһә, ҡыйыулығы етеп ауыҙ асмаҫ Нурия.
Күбелгән юрғандарҙы елләтергә тышҡа сығарҙы ул, яҫтыҡтарҙы ҡағып-һуғып утынлыҡ башына теҙҙе. Саң һеңеп, күгәрешеп әрәм булып ятмаһындар. Урам эсе кәртәһенә лә һыйманы, картуфлыҡ ҡоймаһы ла аллы-гөллө юрғандар «ябынып» матурланды. Инде нисәнсе көн ҡоторонған ел-дауыл юрғандар-ҙы еңелсә һелкетеп-ҡаҡҡылап елберләтә. Әсәһе һәр яҙ-көҙ шулайтып киптереп һала торғайны шул. Нурия күҙ алдына әсәһен килтереп, күңеле йомшарҙы. Көн дә тотоп сыҡҡан ҡомғанын, тамаҡ бешергән һауыт-һабаларын күрһә лә илағыһы килде. Етемһерәп ҡалған шул өй. Тыштан ҡараһаң да, тәҙрәләр шәмәреп иларға торған күҙ һымаҡ. Нуры һүнгән, ҡото киткән өйҙөң ...
Урамға ҡоҙоҡ ҡаҙҙырыуҙы һис өнәмәне нишләптер әсәһе. Ҡартайып хәлдән тайғансы яуырынынан көйәнтә төшөрмәй, шишмә һыуынан ғына ташып эсте. Нурияның ҡырталашып һыу быраулатырға теләүен дә кире борҙо. Күнәктәрҙе алып һыуға барыуҙан башҡа сара юҡ шуға. Бер уйлаһаң, ҡала кешеһе өсөн был танһыҡ ҡына эш. Айырма бар шул: шишмә һыуы тәмле, татыры юҡ. Ҡалаға алып ҡайтҡас та әсәһе сәйен яратмай, йөҙ һытып бер булғайны шул. «Бер кәсә сәй эсһәм, эсем күбә лә ҡуя, эй, ошо ҡаланың кран һыуы»,—ти торғайны ураған һайын мәрхүмә. Шишмәһе һыуын һағынып ятыуы шул булғандыр инде.
Нурия ике ҡулына биҙрәләр алып һыу буйына төштө. Хәҙер кеше шишмәгә әллә ни төшмәй бит, һуҡмаҡтар ҙа юғалып бөткән, ут һүнһә генә унан-бынан йүгерешәләр шишмәгә. Былай булһа иҫләп тә бирмәйҙәр, ҡайҙа-а-ан?! Әсәһе күҙ ҡараһылай ҡарап торған таллыҡ тирәһендә кемдер ултырыуын күргәс, әллә ни иғтибар итмәй үтеп китте Нурия. Берәй себеш-фәлән көткән ҡарттыр, йә иҫерек берәйһелер. Ауылдан бәләкәстән киткәс ней, әллә ни ҡарттарҙы танып та бармай шул. Мөлдөрәмә тулы силәк-тәрен үргә ҡарай саҡ һөйрәп ҡайтты. Ауыр шул. Ике ҡулы өҙөлөп төшөрҙәй булып саҡ килде. Тамсыһы ла йәл һыуҙың, кә-рәккән-кәрәкмәгәнгә исраф итеү ҙә юҡ шуға. Нурия сәй ҡайнатып эсеп, иҙән-тәҙрәләрҙең саңын һөртөп, елдә торған ҡаралтылар-ҙы кире таҫлап йыйырға булды. Сафлыҡ бөркөп, таҙалыҡ еҫе аңҡыны өйҙән. Кәртә артындағы буй юрғандарҙы алырға сыҡҡанда күҙ ҡарашы теге тал төбөндә һаман ултырған ҡартҡа барып текәлде. Кем икән? Теләһә ниндәй ер түгел бит, әсәһенең таллығы—Нажиә талы. Әллә барырғамы? Кәрәкмәһә лә, шишмәгә барыуҙы сәбәп итеп, яйлап ҡына һыуға төштө Нурия. Таллыҡ тапҡырына еткәс күнәктәрен шартылдатҡан булып, аяғындағы кәлүшен дә тауышландырып, ҡартты был яҡҡа борорға маташты. Шулай булды ла. Һалынҡы башын күтәреп ҡарт артына ҡараны. Ни күҙе менән күрһен Нурия?! Теге көн илап инеп киткән мулла Солтан ине был. Нишләптер аҙымдар туп-тура шул таллыҡҡа ынтылды, ҡарт та урынынан ҡалҡынып өҫ-башын ҡаҡ-ҡылап Нурияға ыңғайланы. Ике ҡараш бер-береһен йоторҙай текәлеп яҡынайҙы. Күҙҙәр аралашты. Һүҙҙәр артыҡ. Ирен ситен саҡ йәмшәйтеп илап ебәреүҙән тыйылып торған Нурия түҙмәне: «А- а-та-а- й-й!»—тип ҡулдарын йәйеп ҡарттың түшенә һарылды. Солтан да шуны ғына көткән, күрәһең, ауыҙ эсенән ниҙер бышылдап, ҡуйынындағын һығып ҡосаҡлап күҙҙәрен йәшләтте. Һүҙҙәр артыҡ... Нисәнсе көн ҡоторонған япраҡ еле киске һиллеккә буйһоноп бер аҙ тымып ҡалғандай булды. Бары тик таллыҡтағы тамғалы тал ғына елһеҙ ҙә һелкенеп ниҙер шыбырлай һымаҡ ине...
Читайте нас: