АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
2 Июль 2019, 16:52

Тал билендәге тарих. Дауамы

Төнө буйы уйҙарында уралып йоҡлай алмай ятһа ла, иртән күңеленә килгән һипкерттән йәһәт кенә торҙо. Хатта араҡы шауҡымында булғанда ла «бисмилланы», «әлхәмде» онотмай эстән генә ҡабатлап, ошо көн тыуырын нишләптер алдан һиҙенде ул.

Төнө буйы уйҙарында уралып йоҡлай алмай ятһа ла, иртән күңеленә килгән һипкерттән йәһәт кенә торҙо. Хатта араҡы шауҡымында булғанда ла «бисмилланы», «әлхәмде» онотмай эстән генә ҡабатлап, ошо көн тыуырын нишләптер алдан һиҙенде ул. Һыу эскеһеҙ итеп туҡмалған саҡтарында ла, яман шайтан һыуының саманан артыҡ зиһенен томалап, аҙаҡ бар хәл көсөн алып яфалағанында ла күңел түрендә бала саҡтан өйрәнгән бер-ике юл сүрәне көйләп еңеллек алды. Эйе, нишләптер еңел һымаҡ ине Солтанға ошо юлдарҙы ҡабатлағандан. Шөкөр, элекке тыйыулы дин юлына баҫҡан йәштәр арта хәҙер. Тыйыуҙар юҡ, иман ҡайта. Һуңлап ҡына булһа ла ошо тупһаны ашатлауына Солтан да ҡәнәғәт. Дингә ҡайтыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел тиҙәр, ә тормошҡа, ысын тормошҡа ҡайтыу һуң инде Солтан ишеләргә. Ни тиклем тырышһа ла ҡыуып етә алмаҫ үҙ ҡорҙаштарын. Нигеҙ тотоп маташыр ҙа, ағасын да ултыртыр, тик үҙенән һуң ҡалдырыр мираҫ быуын балалары булмаҫ. Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхете лә тәтемәҫ. Һис кем уға олатай тип һүҙ ҡушмаҫ... Кисәнән ҡалмаған уйҙарын үҙе менән бергә алып мәсеткә табан атланы Солтан. Яҡындары, туғандары рухына аят бағышлатырға, яңы тыуған сабыйҙарына исем ататырға килеүселәр ҙә күп мәсеттә. Никах уҡытыуға килеүселәрҙе бар шарттарына тура килтереп Муса хәҙрәт үҙе ҡабул итә. Ифрат изге кеше. Тупһа төбөндә аунап ятҡан сағында һис икеләнеүһеҙ Солтанға ярҙам ҡулы һуҙыусы ла ул бит. Иҫке кейемдәрен алмаштыртып, документ-фәлән хәстәрләүҙә лә, артабанғы тормошона иш булырҙай Йәнһылыу апайы менән таныштырып хайран итте. Була бит ер йөҙөндә шау игелектән торғандар. Алдаҡсы йә эскесе тип икеләнеүҙәре лә булманымы икән ни?
Солтан өсөн сүрәләр өйрәнеү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырманы. Теге ҡот осҡос тормошонда ла араҡы менән артыҡ мауыҡмаҫ ине, бәлки, әгәр аслыҡ, тыуған яҡтарҙы һағыныу, ҡайтыр юлдың бикле булыуы үҙәген өҙмәһә. Асығыуын, һағыныуын, һыҙланыуҙарын онотор өсөн генә булды был «дуҫлығы». Аҡланыуҙы һүҙ менән түгел, һәр көнөн Хоҙайына һыйынып ысын күңелдән ялбара ул. Хаҡ яза яҙылыр. Ҡасып булмаҫ...
Үҙенә тартып торған мәсет тупһаһы. Иртәнән үк берәм-һәрәм инеп сыҡҡан кешеләр күңеленә изгелек орлоғо һалып, иман нуры эстәүсе урын ул. Етәгенә кескәй генә ҡыҙ бала алған урта йәштәрҙәге, тәбәнәк кенә буйлы ҡатын килеп инде. Ипле аҙымдар менән Солтан ҡаршыһына килеп яҡындары рухына аят бағышлатырға теләүен әйтте. Сабыйҙың да, кескәй ҡулдарын ҡуш йәйеп, сүрә шауҡымында шым ултырыуы ниндәйҙер рәхәтлек бирә Солтанға. Әйтерһең дә, бер гонаһһыҙ фәрештәләрҙе эйәртеп Солтан иман күген гиҙә. Ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе «амин» менән оҙатҡан орсоҡтай бала бына ҡуш ҡулын битенә һырып доға ҡылды. Һөймәлекле генә ҡыҙсыҡтың һәр хәрәкәтен күҙ уңынан сығармаған Солтан нишләптер уны алдына алып ярат-ҡыһы килде.
—Мәрхүм-мәрхүмәләрегеҙҙең исем шәрифтәрен әйтһәгеҙ, ҡыҙым...
Сүрә моңона ойоған ҡатын ҡапыл ғына бирелгән һорауға яуап таба алмай албырғап ҡалды.
—Ней, әәә, теге... Мәрфуға улы Солтан рухына, шунан Зәмбилә ҡы-ҙы Нажиә мәрхүмә рухына.
Ҡолағына яғылған исемдәрҙән ауы-ҙын асып шаҡ ҡатып әйтерен әйтә алмай күҙ ҡалҡытты Солтан.
—Кем ти-нең, ҡыҙым? Ҡабатла әле, зинһар? Ҡартлыҡ, ҡолаҡтар ҡатҡан әҙерәк..
—Мәр-фүғә улы Солтан, Зәмбилә ҡыҙы Нажиә мәрхүмә рухтарына.
Эсенән ут ялҡыны бөрктөмө ни Солтандың. Һиҙҙермәҫкә тырышып, уйҙарында ҡайнаған һорау-ға яуап алмай, әрүәхтәргә доға бағышланы. Башҡаса ҡайҙа бар икән Мәрфүғә улы Солтан? Зәмбилә ҡыҙы Нажиәләр ҙә һыу буйы күп түгелдер...
Хәйерлеккә тигән һумлыҡтарын тәғәйен йәшниккә төшөрөп, урынынан ҡалҡынып, хушлашып ҡайтырға йыйынды ҡатын. Солтан нисек тә уны юлынан туҡтатып, үҙен борсоған һорауҙарын биреп ҡалғыһы килде. Нисек? Тота килеп Нажиә һинең әсәйеңме? Йә Солтан һиңә кем була, тип булмай бит инде. Яуап бирмәүе лә бар. Әмәлен тапты Солтан: сәй эскән яҡтан бер ус кәнфит алып мәсет тупһаһына сығып теге балалы әсәй артынан йүгерәнләне. Ҡапҡа келәһен асып маташҡан икәүгә тиҙ етте Солтан.
—Ҡыҙым, туҡта әле, бына, был һиңә! Буш ҡул сығарыуы әллә нисек балаҡайҙы. Әҙ булһа ла күстәнәсләп ебәрәйем. Икенсе юлы күберәк итеп алып ҡуйырмын, йәме.
—Йә, ҡыҙым, нимә тиҙәр олатайға? Ә?—эйелеп балаҡайҙан һүҙ тартып алырға итте ҡатын.
—Рәхмәт!
—Ҙур үҫ, аҡыллы-иманлы бул, балаҡай!
—Һау булығыҙ! Рәхмәт.
—Һау булығыҙ, һау булығыҙ...
Ҡапҡа асып сығарышып ебәр-һә лә Солтан күңеленә тынғы тапмай йотлоғоп ҡарап ҡалды арт-тарынан. Мөмкинлеге булһа тыны менән тартып алыр ине кире уларҙы... Киттеләр. Билдәһеҙ ҡалды һорауҙары ла Солтандың.
Башын баҫып кире мәсеткә инеүҙән сара ҡалманы.
—Ағай! Ағай тороп тороғоҙ әле саҡ ҡына!
Солтан йылп итеп кире боролдо артына. Ни мөғжизә! Баяғы балалы ҡатын үҙенә табан йүгерә атлай килә! Йә, Хоҙай!
—Ағай, ғәфү итегеҙ! Онот-ҡанбыҙ бит!
—Нимә булды, ҡыҙым? Ҡабаланма, әйт, тыңлайым.
—Әсәйемдең тиҙҙән ҡырҡы тула. Өйҙә аят уҡытырға уйлағайныҡ. Муса хәҙрәт ул көн бушамай тиҙәр ине, бәлки һеҙ ваҡыт табырһығыҙ?
—Һис бошонма, ҡыҙым, табырбыҙ ваҡыт. Ҡасанғараҡ һуң?
—Ун етеһенә, ошо айҙың. Йома була.
—Әәә, ярай. Барырмын. Адресыңды ғына ҡалдырһаң.
Зәмбилә ҡыҙы Нажиәнең был ҡатынға кем булыуын асыҡланы инде Солтан. Тимәк, Нажиәнең, тап уның Нажиәһенең ҡыҙы был. Тик Рафиҡтың ҡыҙымы икән? Нишләп Мәрфуға улы Солтан рухына ла тип аят бағышлатҡандыр? Билгеһеҙ.
—Бына, ағай, ошо ҡағыҙҙа минең адрес. Телефон номерым да бар аҫтында. Үҙ телефонығыҙҙы ла бирегеҙ әле миңә. Исемегеҙҙе лә .
Аптыранды Солтан. Икенсе исем әйтеп алдашырғамы әллә? Юҡ, ярамаҫ! Дин юлында булыу ҡаҙаҡ далаһында һарыҡ ҡыуыу түгел. Нисек тура ҡарармын аҙаҡ?
—Ағай... Исемегеҙҙе телефон номерығыҙҙы ғына яҙып бирегеҙсе?
—Солтан минең исемем, ҡыҙым, ә телефоным юҡ. Мин ҡарт кеше бит инде. Ул ғәләмәтте һис тотоп ҡарағаным юҡ. Ошо мәсеттән һис ҡайҙа китмәйем. Ышандырып ҡалам: мотлаҡ барырмын. Саҡырған ерҙән ҡалмайым мин былай.
—Солтан?
—Эйе, Солтан! Ниш-ләй, ҡыҙым?
—Юҡ, былай ғына. Ми-нең атайым да Солтан исемле булған. Бер ҙә күргәнем булманы түл-ке үҙен.
Эҫе һыу менән ҡойонғандай булды Солтан шул саҡ. Тәнен йырғыслаған ҡорт ҡа-пыл өҫкә килеп сығып күренер кеүек, әллә ҡыҙа-рынды, әллә янды.
—Иртә үл-деме ни атайың, ҡыҙым?—белгертмәҫкә тырышып тура күҙҙәренә ҡа-раны ҡатындың. Иҫе китте шул саҡ Солтандың! Тап Нажиәнең нурлы күҙҙәренең сағылышы тора кеүек уның алдында! Мөлдөрәмә тулы күҙҙәр! Бына-бына берәй яҙа һүҙ ҡушһаң да сайпылып ҡына түгелеп китерҙәйҙәр.
—Белмәйем шул. Иртәме, һуңмы, әсәйем һәр саҡ көттө уны. Ҡайтманы. Ҡайтмағас үлгәндер тип һәр саҡ рухына аят бағышлатты әсәйем, үҙе үлгәнсе. «Йәне булһа Солтан ситтә ҡалмаҫ ине, үлгәндер, үлтергәндәр-ҙер»,—тип төңөлөп маташты. Ә нишләп һорап ҡуйҙығыҙ әле, ағай? Беләһегеҙме әллә минең атайымды?
Телһеҙ ҡалды Солтан. Тағы ни тиергә?
—Э-э-эй, ней... илдә Солтандар әҙме ни...
Тыңлаһаң ни тигән кеүек теле асылған ҡатын етәгендәге ҡы-ҙының тороп йыбанып тартҡылауына ла ҡарамай, һөйләне лә һөйләне.
—Минән башҡа бер балаһы ла булмаған әсәйемдең. Булған инде ул, тик тыуған да үлгәндәр, тыуған да үлгәндәр. Атай тейеш кешем яман уҫал булған, әсәйемде гел туҡмаған. Бәлки, шуға ла балалары тормағандыр инде. Мин никахтан алда тумаланғанды һиҙгәс, мине лә гел ситләтте. Үҙ атайыма олатайым ризалыҡ бирмәгән өйләнергә. Шуға әсәйем гел атайымды теленән төшөрмәне. Үгәй атайым һуғышып үҙ башына етте. Төрмәгә ултырып, шунда үлеп ҡайтты. Башҡаса кейәүгә барманы әсәйем. Мине йәлләне. Туҡмалыуҙан һау-лығы ла кителгән инде, йәшләй әрәм булды. Пенсияға сығып рәхәтләнеп йәшәй ҙә алманы...
Күҙ төптәре йәшләнгән ҡатын кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып бит күҙен һөртөштөрҙө. Етәктә арыған бала ла сүгәләп ерҙә ниҙер соҡоп уйнарға кереште. Солтанды һаман ут ҡамауы ҡарманы. Күҙ алдында торған кешенең үҙ ҡыҙы булыуына тамам инанған ине инде ул. Йыуатып ҡосағына алһа? Уңайһыҙ булырмы?
—Йә-йә! Илама, ҡыҙым! Ысын донъяла ожмахта ғыналыр инде әсәйең. Был донъя һынау ғына бит ул. Илама, йәме...—еңелсә ҡулдары менән яурынынан һөйөп алды Солтан ҡатындың.
Шуны ғына көткәндәй һығылып ҡына иланы ла ебәрҙе ул һыңҡылдап .
—Рәхмәт, ағай, ҙур рәхмәт һүҙҙәрегеҙгә. Әллә нишләп ошо әсәйем үлгәне бирле тығылып-һыҙылып тик йөрөйөм. Бер туғаным юҡ бит.
—Ауыр саҡта һәр саҡ мәсеткә кил, йәнеңә ял алырһың. Әсәйең ауырып киттеме доньянан? Ауылда йәшәй инеме?
Әллә таныйһығыҙмы тигәндәй ҡалҡынып бер ҡарап ҡуйҙы ла ҡатын, барыбер һөйләп бөттөм эсемдәген тигәндәй:
—Эйе, Имәнғолда торҙо әсәйем ошоғаса, һис ҡалаға алып ҡайтып булманы. Бөтөнләй хәле насарайғас ҡына, үҙ аяғынан яҙғас, ҡалаға алып ҡайттыҡ. Килгәс тә теге үҙ исеме ҡушылған талды теленән төшөрмәне.«Нажиә талы»ның кәртәһе емерелеп, талдарын мал кимереп кенә бөтмәһә ярар ине, тип өҙгөләнеп ятты. Ураған һайын ошо таллыҡта өйрөлгәнгә лә «Нажиә талы» тип атаныларҙыр инде. Күңеле тулғанда ла, шатлыҡлы мәлдәрендә лә ошо тирәне үҙ итте мәрхүмәм. Һорашһаҡ та әллә ни асылып һөйләп барманы. Сер итеп алып китте үҙе менән,—тине лә, ергә үк ултырып ҡом-тупраҡ менән уйнай башлаған ҡыҙсыҡты абайлап, һүҙен ошо урында йомғаҡлап китергә йыйынды ҡатын. Солтан һәр хәрәкәтен, һәр һүҙен йотлоғоп ҡарап-тыңлап, арала-шыусыһынан һис айырылырға те-ләмәй бер-ике аҙым арттарынан атлай биреп ҡуйҙы.
—Рәхмәт һеҙгә, Солтан ағай. Ихлас мине тыңлауығыҙға, хатта еңел булып ҡалды. Һау булығыҙ!
—Һау бул, һау ғына бул, ҡыҙым! Үҙеңә лә ҙур рәхмәт! Әсәйеңдең рухы шатланып ҡайтһын! Амин!
—Амин, амин...
Солтан күҙенә тығылған йәштәрен тыя алмай киткәндәр артынан ҡарап ҡалды. Күҙенән тәгәрәгән йәштәрен һис һөрт-мәне, сабыр ғына ағымды тыймай һыҙылды. Ҡатын телдәренән ишетелгән «Нажиә талы», йөрәк яраларын тамам һыҙырып ҡанатты. Ҡасандыр бәхеттән илереп тал биленә сыйылған «С+Н» тигән яҙыу, әйтерһең дә, уның тәненә яҙылған да, әле килеп һыҙлатып һыҙлата.