Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
25 Июнь 2019, 14:37

Тал билендәге тарих

Киске тынлыҡта саф һауаны йотлоғоп һулап туя алмай ишек алдында оҙаҡ ултырҙы Солтан. Көнө буйы уйнаған ел-дауыл һаман ҡолаҡ төбөндә шыжлап тора кеүек, күҙ ҡабаҡтарҙы йомдорған саң бөрсөктәре лә һаман тамаҡ төбөнән китмәй яфалай. Илаһи һиллек...

Киске тынлыҡта саф һауаны йотлоғоп һулап туя алмай ишек алдында оҙаҡ ултырҙы Солтан. Көнө буйы уйнаған ел-дауыл һаман ҡолаҡ төбөндә шыжлап тора кеүек, күҙ ҡабаҡтарҙы йомдорған саң бөрсөктәре лә һаман тамаҡ төбөнән китмәй яфалай. Илаһи һиллек...
Яңы баш төрткән йәшел үлән, ағас бөрөләренең шартлап ярылған мәле һауала һулап туймаҫлыҡ наҙлы еҫ аңҡыта. Япраҡ еле ти-һәләр ҙә бөрө шытымдарын өҙөп алмалы көслө булды көндөҙгө ел. Ярай әле кискә тымды. Ҡала сите, машина моторы тауышынан азатыраҡ ерҙәр, тик ара-тирә әллә төштәрендә һаташып, әллә алйып ҡысҡырышҡан әтәс тауыштары ғына был урынды ауыл еренә оҡшата. Ҡала үҙәге тиһәләр ҙә, Солтандың был торған ере ауылға тартым. Эйе, торған ере. Тыуған ере башҡа уның. Бар ғүмере, бөгөн көнө буйы уйнаған туҙан буранында аунаған ҡамғаҡтай, тамырынан айырылып сит ерҙәрҙә үтте уның. Шау йәшлеген, көслө ир кәре бөркөп торған саҡтарын алыҫ ерҙәрҙә үткәрҙе. Тын кискә һоҡланғандай, ғүмеренең эңерендә күҙҙәре бер аҙ асылып ҡайтты тыуған яҡтарына. Тик ҡяҙмыш бурандары күҙҙәренә тулған, ҡолағын томалаған. Тапманы Солтан тыуған йорт тупһаһында үҙ ғәзиздәрен...
Алыҫта-алыҫта ләүек-ләүек кемдеңдер йәш эт көсөгө тауыш бирҙе. Киске тын һауаға йәм генә бирҙе кеүек был өрөү. Хатта күршеһенең быҙауын таптырып ара-тирә баҡырған бөйрәкәйе лә ауыл яҡтарын иҫләтеп, күңеленә йылы йүгертте. Тап ошолай киске эңер мәлдәрендә әсәһе һауып сығарған һыйырҙарын көтөргә тигән һылтау менән ҡырға сығырҙар ине Солтандар. Ҡуштанға бер нисә малай ҡушыла. Оло егеттәр-ҙең усаҡ яҡҡандарын күҙләп, кем ҡайһы ҡыҙҙы оҙата барғанын йәшенеп күҙәтеп бер булырҙар ине. Малай ғына ине Солтан да. Ҡайһы аралалыр үҫеп тә етте. Шул егеттәр урынына баҫып киске усаҡ хужаларына ла әйләнделәр. Үәәәй, бар ине заманалар...
Хәҙер йәштәрҙең белгәндәре ҡырға сығып эсеү ҙә ашау. Ҡай-ҙан инде ул дәүерҙә был уйҙар? Көнө буйы картуф, сөгөлдөр утауҙа арманһыҙ булһалар ҙа, арып-талып бесән сабыуҙан ҡайт-һалар ҙа ҡыр усағына ҡасып бул-һа ла сыға инеләр...
—Солтан, нишләп һаман ултыраһың улай еңелсә генә көйө? Исмаһам еңһеҙ күкрәксәңде эләк-терһәңсе,—был Солтандың әлеге көндә бергә көн күргән хәләле Йәнһылыу.
—Хәҙер инәм. Шул тиклем саф яҙғы һауа, хатта инге лә килмәй.
—Мин ни һине йоҡлап киткәндер тип уйлағайным әле. Ҡараһам, ишек ҡыҫыҡ тора. Ҡайһы арала сыҡтың былай тауыш-тынһыҙ?
—Әллә инде, йәшенеп сыҡманым былай. Сәй эскәс тә тура бында атланым бит.
—Ярай мин яттым, аяҡтар һыҙлап тора. Ишекте элеп, свитте һүндерергә онотмаҫһың!
—Ярай.
Ишек келәләрҙе бисмиллалап элеп инеп ятһа ла күҙенә һис йоҡо эленмәне Солтандың. Күҙ алдында бар үткәне, бөгөнгөһө уралды. Янында ғына мышнап йоҡлаған Йәнһылыуын уйлап бер булды. Ҡатын төҫө күрмәгән ирҙең Йәнһылыуға инеп йәшәй башлауына ла арыуыҡ булып китте. Иргә һис мандымаған зат ул. Ике ҡыҙының аталары ла иртә генә ауырып үлгән, улының атаһы ла фажиғәле киткән был доньянан. Балаларын үгәй атай ҡулына ҡаратмаҫтан башҡаса иргә бармаған да үҙе. Һәләк егәрле бөтмөр ҡатын ул Йәнһылыу. Торған донья-һы ғына ла һис йәтим бисә-неке тимәҫһең. Торғаны сынъяһау! Шә-берәк сағында мал да тотҡан, хәҙер ике тиҫ-тә тауығынан башҡаға әллә ни ынтылмай. Бесәне лә әллә ни уңып бармай бит. Һатып алһаң ырамы юҡ, ҡиммәт етмәһә. Һоҡ-ланып ҡарап ҡуя Солтан Йәнһылыуға. Нишләп кенә ҡатын итеп яралтты икән уны Хоҙай? Солтан ише ҡыр ҡыҙырып буш ғүмер һөргән ир-ҙәргә ҡарағанда мең ар-тыҡ бит үҙе! Ҡыҙҙар-улдар тәрбиәләп, ғаиләле итеп нигеҙләндергән. Ә Солтандың кеме бар? Бер кеме лә юҡ! Атай-әсәһе фатихаһын да әллә алды, әллә юҡ?! Ризамы икән уның яҡындары? Юҡтыр... Ер булып һығылып илап ҡалды бит һуңғы күргәнендә әсәһе лә. Китмә тип тубығына тотоноп үтенде. Тыңламаны Солтан. Тешен шығырлатып әйтерһең дә тик ғәзиздәренә үс иткәндәй тарһылдата баҫып сығып киткәйне. Тупһала осраған ҡураныс кәүҙәле атаһы ла, Солтандың елпеүенән ялтанғандай, ҡырын баҫып, һо-раулы ҡарашын төбәгәйне. Бер ни өндәшмәне Солтан шул саҡ. Кисә генә улының әрменән ҡайтып хәрби кейемдә килеп инеүенә ғорурланған атай кеше бөгөн килеп шулай үҙ нигеҙенән юҡ-бар хәл-хәбәр өсөн һурылып сығыуына һүҙһеҙ ҡайғыра ине. Китте Солтан шул сығыуҙан. Илап ҡалған әсәһен дә, һораулы ҡарашлы атай йөҙөн дә гел хәтерендә һаҡланы шулай. Китмәҫ ине бәлки Солтан, һөйгәне Нажиәнең атаһы тамам сәменә тейеп үртен ҡайнатты. Етмәһә сулаҡ Рафиҡ Нажиәнең бала саҡтан йәрәшкәне тип хәбәр һалды. Боронғолоҡ йолаларына ныҡ таянған ололарҙы һис бер нисек ҡайырып булмаҫын аңлаған ике ғашиҡ оҙаҡ ҡына ҡырға ҡасыу хаҡында ла уй ҡорғайны ла бит. Килеп сыҡманы. Киске уйындан һуң Рафиҡ Нажиәне Солтандан һалдырып алмаҡсы булып ныҡ ҡына дөмбәҫләшеп ташланылар. Ике башҡа өлкән Рафиҡҡа ырыҡта ғына булһа ла бирешмәне Солтан. Ҡара янып ҡара яҙҙан көтөү көтөп сыныҡҡан егет Рафиҡтың ҡулын шул кистә һындыра һуҡҡан булған. Ҡыҙыулығы бар шул Солтандың ни тиһәң дә. Иҫәңгерәп ятҡан Рафиҡҡа иҫе лә китмәй илаулаған Нажиәне етәкләп туғай буйлап киткәйнеләр улар. Эх ул кистәр! Тап бөгөнгөләй тымыҡ саф бөрө еҫе аңҡыған мәл ине. Әллә һуңғы күрешеүҙәре шул булырын һиҙ-ҙеләрме, таң һыҙыла башлағансы айырыла алманылар бер-береһенән. Таллыҡтағы һандуғас моңона бәүелеп һыйынышҡан ике ғашиҡтың йәндәре генә түгел, тора бара тәндәре менән дә ҡушылышып һөйөүҙән иҫер-ҙеләр. Тәүге һәм һуңғы булды был илерткес төн...
Икенсе көнөнә Солтанға ялыу менән Рафиҡтың ата-әсәһе ябырылды, Нажиәне лә атаһы ете һаҡҡа бикләне ахырыһы, һис күренмәне. Ҡайҙалыр ҡасыу хаҡындағы хыялдар ҙа ете бик аҫтында билдәһеҙ ҡалды. Елкә-һенә арыу ғына штраф сәпәнеләр һуғышҡан өсөн. Былай ҙа етешһеҙ генә көн күргән Солтандар ғаиләһе өсөн был күтәргеһеҙ ине. Ә иң намыҫын кимергәне Нажиәнең атаһы әйткәне: «Мин ҡыҙымды хәйерсе балаһына тоттороп ебәрәсәгем юҡ!»
Атаһы урынына көтөү көтөп ҡарала көйөп-янып саҡ түләне Солтан түләүен. Нажиәне башҡаса осрата алмауына ныҡ әсенде. Кистәрен ҡапҡа төптәренә барып һандуғастай һайрау ҙа бер фәтеүә бирмәне. Ай тулды Нажиәне һуңғы күреүемә тигәндә, Рафиҡҡа әйттереп тә ҡуйҙылар. Ер убылды Солтан алдында. Гүйә күк емерелде. Бер ауылда бер урамда нисек йәшәмәк кәрәк былай? Ярһыуынан ярылырҙай булып янды егет. Теге төн уҙғарған тал биленә килеп түгелеп бер илап та алды. Тал биле... Нескә генә икән был тал биле. Ҡасан ғына ине әле бәхетенән илергән икәү көлә ҡыуана бер тал йөҙөнә «С+Н» тип сыйғайны. Эҙ-ләп тапты шуны. Ҡулы менән тал яраһын һыйпап ғәфү үтенде ағастан. Талғын елгә бәүелгән быуынһыҙ ағас олононда ҡал-ды уларҙың ҡул эҙҙәре. Күк-рәген көйҙө-рөп яндырған йөрәгенә тынғы тапмай сараһыҙҙан сығып китте шул кистә үк Солтан үҙ иленән...
Төбәп ҡай-ҙа баш олаҡтырырға белмәй ҡала үҙәгендә тапанғанында осраҡлы әш-нәләр табып һүҙҙәре берегеп китте. «Тел асҡысы» тип бушатҡан бер шешә араҡы саманан ары олаҡтырҙы Солтанды. Уя-нып баш ҡал-ҡытҡанында икһеҙ-сикһеҙ дала яҡтарында ине ул. Ҡулындағы сумка төбөндәге паспорты ла ҡайҙалыр. Һорауға яуап биреүсе лә юҡ, белмәйҙәр ҙә күрмәйҙәр. Ни мөғжизә—әрме билеты ятып ҡалған. Фотолағы ун һигеҙ йәшлек Солтан ҡарай унан. Монасипов Солтан Насип улы. Эх, ете ят әҙәмдәр араһында кемлегеңде лә оноторһоң шай! Берәйһенең ҡулына эләгеп юғалыр был ҡағыҙы ла, тип Солтан йәнендәй һаҡланы уны. Түш кеҫәһенән алып олтораҡ аҫтына һалғаны ла, хатта ыштаны төбөнә йәшергәне лә булды. Берҙән-бер танытма бит уның кем булыуы хаҡында. Эш берәү бында. Көнө-төнө икһеҙ-сикһеҙ ялан буйлап һарыҡ көтөү. Теләгән тиклем араҡы эс, тик малды теүәл, туҡ биклә! Бары шул! Ҡайғыһынан, хәсрәтенән сәсәгән Солтан араҡыға туя алмай эскегә бирелде. Онотолдо, еңеллек кисерҙе шулай. Һылыу ҡаҙаҡ ҡыҙҙарын Нажиәгә оҡшатып, һыҙылып-һыҙланып һаман шул зәхмәткә һонолдо. Айныҡһа тыуған яҡтарын иҫләне, ҡустыһын, апайҙарын уйҙарында барланы. Һарыҡ көтөүен көткән ерҙәр ауылының ҡайһы яғында икән тип сырамытып самаланы. Рафиҡ менән Нажиәнең туйын күҙаллап тағы йәне көйҙө. Ҡайтыу юҡ. Солтан ишеләр бында арыуыҡ. Ҡатыны балаларын һағынып илаулағандар ҙа бар. Уларҙың да башына шул «тел асҡыс»ы еткән икән. Илап та, ялбарып та кире ҡайтыр юлға сыға алмай аҙаплана ирҙәр. Йәһәннәм тишеге тиерһең, һис кем килмәй, белмәй ҙә. Үлеп ятһаң да күмерҙәр ҙә оноторҙар!
Солтан башта хәлгә әллә ни иҫе китмәне лә, аҙаҡ бар ғүмере ошо билдәһеҙ далала үтеренә әсенеп уйлана башланы. Хәйлә-ләшеп башҡа эш һорашты. Ҡайҙалыр бура бурауға күсерҙеләр үҙен. Һуҡмыш ирҙәр ярым ас көйө балта тумыра бура мөйө-шөндә. Эх, Солтан! Үҙ ғүмереңде үҙең тумырҙың бит, малай!
Ят йөҙҙәр, һалҡын ҡараштар. Әрнеүҙе баҫыр алай ҙа араҡы бар. Һалҡын кистәрҙә барактар һалҡынын араҡы йылыта, янған йөрәктең ялҡынын араҡы һы-уыта, һыҙлаған аяҡты, талған билде лә араҡы һыныҡ яҙҙырта. Тыуған яҡ, туғандар йөҙө сағылышын да араҡы онотторормы? Юҡ...
Дүрт тиҫтә йыл ғүмере шулай ҡыр далаларҙа буштан-бушҡа уҙғарылды Солтандың. Ҡайтырына төңөлгән туғандары үлгәндер тип аяттар бағышлатты. Кемеһелер ҡайҙалыр ҡәбере бар тип шаштырҙы. Шулай тере килеш үлеләр рәтендә булды Солтан. Дала ере мәңгелек йортона ла әйләнер ине, бура тейәргә килгән машина шоферына теле берегеп, бура аҫтында йәшенеп «был яҡҡа» сыҡмаһа. Табанында ҡарайып ҡатҡан әрме билетынан тыш, уның кемлеген белгерткән бер ни юҡ. Туҡмалыуҙан мең яралы бит йөҙө лә элекке Солтандан ныҡ ҡайтыш. Тәрбиә төҫө күрмәгән буй һыны шиңеп кесерә-йеп ҡалған. Тәнен баҫҡан ауыр бүрәнәләр һыҙлатыуына түҙеп оҙаҡ барҙы Солтан машина башында. Барыһына ла әҙер ул хәҙер, тик тыуған яҡҡа ҡайтып ҡына етергә кәрәк...
Икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алманы уны тыуған яҡтары. Үҙҙенең Солтан икәнлеген иҫбатлау өсөн күп сабырға, ялбарырға тура килде. Теге ҡараһына ҡатҡан әрме билетына ла ышаныусылар әҙ булды. Атай-әсәй юҡ. Ҡусты ла фажиғәле киткән икән. Бер апаһы түшәктә, таныр хәлдә түгел. Икенсеһе Солтанды бөтөнләй танымай аҙапланы. Ауылдағы Солтан йәшәгәндәге ололар күптән юҡ, бала саға ир булған. Онотҡандар уны. Ҡуйынына ҡыҫып ҡосаҡлар туған тапмай, ата-әсәһенең ҡәберлегенә ятып иланы. Эскән улына һылтанып апаһы ла оҙаҡ тотманы үҙендә Солтанды. Тағы ла ауылынан сығып ҡалаға атланы ул. Ниңәлер һыҙлаған күңеленә дауа табырҙай булып ҡаланан ситтәрәк торған мәсет урамына инеп йығылды. Бер кем ҡыумаҫ һымаҡ ине уны бында. Күңеленә килеп яғылған моңло аҙан аят тауышына кинәнеп, ауыҙ эсенән ҡабатлап, уяулы-йоҡоло ятты. Икенсе көнөнә, ҡырынып йыуынған Солтан, мәсет тупһаһынан аша үтеп дин тәғлимәттәрен йотлоғоп өйрәнгән шәкерт ине инде...
Дауамы бар.
Читайте нас: