Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
26 Апрель 2019, 09:57

АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

Был тормошта кемдеңдер һәр саҡ юлы уңмаһа, гел генә кәртәләр осраһа, икенселәргә бер-бер артлы уңыш йылмая. Ә өсөнсөләр йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлдәргә тарый, уларҙы туғандары, дуҫтары ла мәрәкәләргә әҙер генә тора. Түбәндәге яҙма нәҡ һуңғыларына ҡағыла.

Был тормошта кемдеңдер һәр саҡ юлы уңмаһа, гел генә кәртәләр осраһа, икенселәргә бер-бер артлы уңыш йылмая. Ә өсөнсөләр йыш ҡына ҡыҙыҡ хәлдәргә тарый, уларҙы туғандары, дуҫтары ла мәрәкәләргә әҙер генә тора. Түбәндәге яҙма нәҡ һуңғыларына ҡағыла.


Ишекте бикләгәндәр...
Бер мәл Юнир бажам менән мунса төшөп ятабыҙ. Алмаш-тилмәш ләүкә-гә менеп ныҡ ҡына сабынып алабыҙ ҙа тышҡа сығып ҡарға сумабыҙ. Бажа башына бәйләнгән башлыҡ кейгән, ҡулдарында—бейәләй, ул күпселек арҡаһын йә аяғын саба. Ә мин яланбаш көйө миндек менән башты һәм елкә тирәһен төйәм генә. Шулай итһәң елкәнең ауыртыуы баҫылып ҡала.

Бажа сабыныуҙан ҡыҙарған йөҙөн соҡорайтып мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы ла: «Ул хәтле башыңды сапма, йә эшләмәй ҡуйыр»,—ти. «Ничауа, наоборот шәп эшләп китә ул»,—тим эре генә.

Бына өсөнсөгә сабындым да, ап-аҡ көрткә «выжт» итеп ҡалдым. «Ах» та «ух» ҡарҙа аунағандан һуң , еткәндер инде, тип тороп саптым.

Ишеккә үрелгән ерҙә үрә ҡаттым: «Был мунса ишеге түгел дә баһа! Әй алйот, ошолай ҡып-ҡыҙыл булып сыр-яланғас өйгә барып инһәм, унда сәй эсеп ултырған ҡатын менән балдыҙҙың һуштары китер ине бит!»—тигән уй йүгереп үтте баштан. «Әй, иҫәүән!»—тип үҙемде эстән генә әрләнем дә кире мунсаға ҡарай елдерҙем. Инһәм, бажа эсе ҡатып көлөп ултыра: «Өйгә ҡарай сапҡаныңды тәҙрәнән күреп ҡалдым. Әйттем бит, башыңды сапма тип, үәт резүлтәт..». «Ярай, ярай, улай ғына яңылышыу хан малайында ла була инде ул»,—тинем дә тағы ләүкәгә менеп киттем. Эх шайтан алғыры, бер өйрәнгәс сапҡы килеп тик тора бит был башты. «Была не была, тағы әҙ генә сабайым инде был яртаҡыл башты»,—тип тағы сабына башланым.

Әле генә һыуыҡтан ингән тәнгә зымбырлап көс-ҡеүәт инде, бөтә кәүҙәм буйлап иҫ киткес рәхәтлек йүгерҙе. Бар күкрәгем менән мәтрүшкә, әрем, тағы әллә ниндәй хуш еҫле үләндәрҙең шифаһын тойоп кинәнәм. Йәннәттең тап эсендә ултырам инде үҙем...

Был сабыныуҙан һуң башҡа ҡарға һикермәнем, фляжкалағы һалҡын ҡымыҙҙы «ғорҡ-ғорҡ» итеп һемергәс, бажанан алда сығып кейенергә булдым.

Кейенеп бөтөп ишекте асайым тиһәм, уныһы асылмай. «Не понял»,—тим үҙ алдыма. «Ни булды?»—тип эстән бажа тауыш бирә. «Ишек асылмай, балдыҙҙар шаяртып бикләп киткәндәр шикелле»,—тим аптырам. «Булыр уларҙан, нығыраҡ эт»,—ти бажа.

Тағы ла нығыраҡ этеп ҡарайым, ишек ҡымшанмай ҙа. Соланы ла ҡараңғы бит әле. Һәрмәнә торғас, утын табып алдым. Ишекте шуның менән туҡмай башланым. Юҡ, саҡ ҡына ла ҡымшанмай теге, йә исмаһам берәй ярығы юҡ. «Ах, әле һин шулаймы! Хәҙер кәрәгеңде бирәм»,—тип тағы ла ҡеүәтлерәк әйбер эҙләй башланым. Был юлы ҡулыма балта килеп эләкте. Шатлығымдан һикереп ҡуйҙым. «Әһә-ә-ә, хәҙер ни эшләрһең икән, тәүәриш ишек, хәҙер һине ҡайырып ҡарарбыҙ»,—тип еңеүсе ҡиәфәтендә ишеккә ҡарай атланым. Шул ваҡыт әкәмәт хәл булды: ишек әллә минән, әллә балтанан «ҡурҡып» ипләп кенә шығырлап асыла башланы.

Шунда ғына эштең асылын аңлап ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Ишек тышҡа түгел, ә эскә асыла икән. Мин сыҙай алмай эскәмйәгә ултырып көлөргә тотондом. Мунса эсендә бажаның һаһылдағаны ишетелә. Ул хәлде күптән аңлаған инде: «Ишек менән шәп һуғыштың, бажа. Башты күп сапһаң, шулай була инде ул»,—тип һыны ҡатып көлә.

Мунсала шундай хәлдәр ҙә була, йәмәғәт...

* * *

Көнбағышлы пакет
Бер көн бажам менән тағы мунсаға киттек. Ҡатын таҙа кейемдәр, таҫтамал һалынған пакетты миңә һондо ла: «Бына һиңә көнбағышлы пакет, кешенеке менән бутама»,—тине.

Башымды, елкәмде сабып, мунсаның бөтә рәхәтлектәрен татып бөткәс, ғәҙәтемсә, бажанан алдараҡ кейенергә сыҡтым. Ҡатын ни эшләптер салбарҙың мулырағын һалған. Күлдәкте тиҙ генә яурынға һалдым да аласыҡҡа инеп ундағы урындыҡҡа ауҙым.

Бер аҙҙан «аһ-уһ» килеп бажа сыҡты. Кейгән трикоһының балағы тубығында тора, хәс тә шорты кеүек. Күлдәге бөтөнләй эленмәгән, арҡаһын яҙа-йоҙа ғына ҡаплай. Сабыныуҙан ҡыҙарған ҡорһағы ялтырап күренә, үҙе яланаяҡ был. Балдыҙ ни эшләп мап-матур здарауай иренә ҡыҫҡа-мыҫҡа трико кейҙерҙе икән,—тип уйлап ятам.

«Һин, бажа, башыңды саба-саба бер нәмәгә тарымайынса йөрөмәйһең инде. Ни тип минең күлдәк-ыштанды кейеп сығып киттең?»—тимәһенме шул саҡ бажам.

«Ыстағәфирулла, сапһа ни. Сапҡандан һуң ифрат шәп эшләп китә бит ул баш. Бына, ышанмаһаң ҡара, ҡатын тоттороп ебәргән көнбағышлы пакет, бөтә нәмәмде шунан алып кейҙем»,—тим ятҡан килеш. Хаҡлы булыуыма тамсы ла шигем юҡ үҙемдең.

«Тор әле, тор»,—ти бажа. Иренһәм дә уны тыңлап торған булдым. «Йә, ҡара, бына мин һинең ал-да...»—тип әйтеп тә бөтмәнем, бажа бәләкәй генә аласыҡты яңғыратып көлә башланы. «Ха-ха-ха, көҙ-гөгә... ҡара әле ба-а-ар»,—тип көскә-көскә әйтә алды был. Өйгә инеп көҙгөгә күҙ һалғас, минең дә ауыҙ йырылды. Бажаның кейемдәрен кейеп алып, ҡарасҡы кеүек баҫып торам, имеш...

Эштең хикмәте бик ябай булып сыҡты. Былдыҙ ҙа бажама минеке кеүек көнбағышлы пакет биреп ебәргән икән. Эх, ҡыҙыҡ та инде был донъя!

* * *

Шайтан
«Хисмәтулла, мунсаға бара тор. Былай ҙа һуңлап киттек, миңә әле йомош менән кеше килде. Бына кейемдәреңде ал. Мин һуңыраҡ килермен»,—тип өндәште ҡатын. Әҙер кейемдәремде тоттом да һыҙғыра-һыҙғыра мунсаға киттем. Сисенгәс, төп яҡҡа инеп, тасҡа ҡайнар һыу ҡойоп миндек бешереп алдым. Сыжлатып эҫе һалып ебәрҙем дә ләүкәлә тир сығарып ултырмаҡ булдым. Шул саҡ өҫкә, мейестең йүшкеһе яғына ҡарап ебәрһәм, иҫем китте, түшәм таҡтаһы буйлап ут быҙлай, төтөн еҫе лә сыҡҡан кеүек.

«Аһ, мунсабыҙ янып бара лаһа»,—тинем дә ләүкәнән һикереп төшөп ут баҙлаған ергә аҫтан һыу һибә башланым. Юҡ, ут шыж та быж итә, ләкин бирешергә йыйынмай. Тиҙ генә биҙрәгә һыу ҡойоп алып, аласыҡ яғына сыҡтым, яланғас көйө баҫҡыстан мунса башына менеп киттем. Мунсаның ҡыйығы ҡырын итеп ябылған, кәүҙәне турайтып йөрөп булмай, шунлыҡтан шыуышып йөрөргә тура килә. Һыулы биҙрәне арттан этә-этә шыуышып киттем. Мунса башындағы тупраҡты еүеш тәнем менән йырып китеп барам. Хатта атакаға барған һалдат һымаҡ хис итеп ҡуйҙым үҙемде. Шулай булмайса, үтә мөһим эш менән китеп барам бит. Ләңкеп кенә янған утҡа биҙрәләге һыуҙы услап һирпә торғас янғын-мәлғүнде һүндереп ҡуйҙым. «Хәрби задание үтәлде, ҡатын-командир ҡыуана-ҡыуана маҡтар инде былай булғас. Бәлки берәр йөҙ грамм һалып та бирер әле»,—тип уйлай-уйлай артҡа ҡарай шылышып баҫ-ҡыс тапҡырына килеп еттем. Бер аяғымды баҫҡысҡа ҡуйған хәлдә, икенсеһе әле мунса башында көйө ҡапыл ҡатып ҡалдым. «Уй-у-у-й, шайтан төшөп килә!»,—тигән әсе тауышҡа саҡ йығылып китмәнем. Ҡараһам, ҡатын һуштан яҙып ҡолап бара. Нисек һикереп төшкәнде белмәй ҙә ҡалдым. «Ҡурҡма, күгәрсенем, был бит мин—Хисмәтуллаң, ниндәй шайтан булһын»,—тип ҡатынды саҡ тынысландырҙым. Эскә ингәс мине ут яҡтыһында күргән ҡатын тыйыла алмай кө-лә башланы. «Ни булды»—тип аптырап һорайым тегенән. «Ана, көҙгөгә ҡа-ра»,—ти. Ә унда... ысын мәғәнәһендә шайтанға оҡшаған ҡап-ҡара, тештәре менән күҙҙәре генә ағарып күренгән шыр яланғас ғифрит ҡарап тора ине...

Әлфиә Бикташева.

Баймаҡ ҡалаһы.