АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
14 Ғинуар 2019, 10:57

Ауыл мәҙәктәре

Һуҡырға ярҙам иткәнҺәр ауылда ҡыҙыҡ кешеләр бар бит инде. Беҙҙең яҡтың да бер шаян ғына әҙәме район үҙәгенә баҙарға барған. Ҙур ерҙә һыра алып эсеп, ҡыҙмаса булып китеп барһа, һуҡыр йырлап ултыра икән. Алдында теүәтәйен әйләндереп һалған. Үткән-сүткән кеше унда аҡса ырғыта икән. Был ағай ҡарап тора-тора ла, йырсының тауышы ла бик көслө түгел, аҡса ла йүнләп төшмәгәс, быға ярҙам итергә була.

Һуҡырға ярҙам иткән
Һәр ауылда ҡыҙыҡ кешеләр бар бит инде. Беҙҙең яҡтың да бер шаян ғына әҙәме район үҙәгенә баҙарға барған. Ҙур ерҙә һыра алып эсеп, ҡыҙмаса булып китеп барһа, һуҡыр йырлап ултыра икән. Алдында теүәтәйен әйләндереп һалған. Үткән-сүткән кеше унда аҡса ырғыта икән. Был ағай ҡарап тора-тора ла, йырсының тауышы ла бик көслө түгел, аҡса ла йүнләп төшмәгәс, быға ярҙам итергә була.
Fәриптең янына ултырып ала ла моңло итеп йыр һуҙып ебәрә. Әҙерәк һуғып та алғанлыҡтан онотолоп китеп, күҙҙәрен йомоп тороп рәхәтләнеп оҙон көйҙәр һуҙа икән. Шулай бөтә донъяһын онотоп йырлап ултырғанында, кемдер бының яурынына төртөп:
—Сөнәғәт, бында ни эшләп ултыраһың ул?—тигәнгә ҡапыл күҙҙәрен асһа, тирә-яғына кеше йыйылып киткән. Фуражкаһын сисеп алдына һалып ҡуйғандар. Уныһына тинлектәр, ҡағыҙ аҡсалар тулып киткән. Эргәләге һуҡыр ҙа юҡ булған. Ағайыбыҙ оялышынан ырғып тороп, фуражкаһын да алмай, ул урындан тиҙерәк «тайған».
Был хәлгә шаһит булған ауылдашы, әлбиттә, уны ауылда һөйләмәй булдыра алмаған.
* * *
Ауырығанын белмәгән
Сөнәғәт ағай менән атайым оҙаҡ ҡына ваҡыт урманда совхозға ағас ҡырҡып ятты. Ялға ҡайтҡандарында Сөнәғәт ағай беҙгә килде. Атайым уны:
—Әйҙүк,түрҙән үт, бик маҡтап йөрөйһөң икән, сәй эсергә ултырғайныҡ,—тип сәй табыны артына ултыртты.
—Нуретдин ағай, мин урманда үҙем дә белмәй, ауырып тик йөрөгәнмен икән,—ти.
—Уны нисек белдең?
—Фәнзилә әйтте. Сөнәғәт һин ауырыған-һың бит, ябығып киткәнһең,—тине тигәйне өҫтәл артында ултырғандар «пырх» итеп көлөп ебәрҙек. Сөнәғәт ағай үҙе бер нәмә лә аңламай сәйен эсеп ултыра бирҙе.
* * *
Ожмахта бер үҙе ултырғыһы килмәгән
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар мәрхүмдәрҙе ерләүгә зыяратҡа бик индерелмәне. Ауылыбыҙҙың абруйлы шәхесе, мәктәп директоры мәрхүм булғас, райондан етәкселәр килеп, ҡәбер янында мәрхүм менән бәхилләшеү ойошторолдо. Зыярат эсенә ирҙәргә эйәреп уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа үтә. Уларға бер нисә әбей ҙә эйәрә. Бер сос ҡына әбей зыярат ҡапҡаһынан инә бирә лә, кире шәп-шәп алтап сыға икән. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлағас, ул ҡапыл ҡулын һелтәп:
—Әй, бөтә ауыл менән тамуҡта янып ятҡанда бер үҙем ожмахта ултыраммы?!—тип мәйет янына үтә.
Нәзирә Бикбова.
Сибай ҡалаһы.