Бер ваҡыт дауаханала ятҡан Нуретдин ағайымдың ялға ҡайтҡанын ишетеп, Миңлегөл апай уның арҡылы шунда уҡ бағынып ятҡан әсәһенә күстәнәс ебәрмәксе була.
Бер аҙҙан машина килеп туҡтағанын ишеткән ағайым:
—Ярай, мин киттем,—тине лә сығып йүгерҙе. Әсәйем артынан:
—Миңлегөлдөң күстәнәсен онотоп ҡуйма!—тип ҡысҡырып ҡына өлгөрҙө. Аҙаҡ әсәйем соланға сыҡҡас, стенала элеүле торған күстәнәстәрҙе күреп көйөп китте:
—Һай был Нуретдинде! Миңлегөлдөң күстәнәсен ҡалдырып, урҙала эленеп торған моҡсайҙы эләктергән дә киткән. Эсе тулы ямарға тип һалған ойоҡтар ине бит!
Был ваҡиғаны иҫкә төшөргән һайын ағайыбыҙ әле булһа ла оялып ҡуя. Бигерәк тә күстәнәс өмөт итеп көткән ауылдашының иҫке-моҫҡо ойоҡтарҙы моҡсайҙан сығарған һайын:
—Эшһеҙ ятҡанса, ямап ултырһын тип ебәрҙеме икән!—тип илай-илай һәр ойоҡто һөйрәп сығарып ултырыуын күҙ алдына килтергәндә уңайһыҙланып китә ағайыбыҙ.
Автобуста йырһыҙ буламы ни?
Өс йәшлек Миңзәлә ҡыҙым 9-сы класта уҡыған Разия һеңлем менән һәр аҙна һайын күрше ауылда йәшәгән әсәйемдәргә ҡунаҡҡа йөрөп өйрәнеп китте. Шулай булмай ни! Мәктәп яны интернатында йәшәүсе уҡыусылар менән йырлашып ауылға ҡайтыу, йырлашып мәктәп автобусы менән кире уҡырға килеү үҙе ни тора! Бер ваҡыт ауылыбыҙға ҡайтыу өсөн Сибай-Аҡъяр автобусына ултырып ҡуҙғалып китеүебеҙ булды, ҡыҙым: «Идёт ҫалдат по голоду» тип ҡысҡырып йырлап ебәрмәһенме! Берәүҙең дә үҙенә ҡушылып йырламағанын күреп аптыраған ҡыҙым артта ултырыусыларға боролдо ла: «Әсәй, нишләп улар йырламайҙар ул?»—тип барса пассажирҙарҙы көлдөрөп алды.
Һеҙҙә һыйыр ултырамы, беҙҙең һыйыр ултыра
Ауылда йәшәүселәр мине аңлап тораларҙыр моғайын. Берәй яҡҡа барып киләйем тиһәң, малыңды ҡалдырырға кеше тапмай аҙапланаһың. Мин дә шулай эҙләнә торғас, курсташым Татьянаға юлыҡтым. Ул һыйырымды һауырға ризалашҡас, шат булып, баш ҡалабыҙға юлландым. Ҡайтҡас, курсташымдан һыйырымдың «тәртибен» һорашам.
—Ой, знаешь,—ти был,—сначала никак не давала доить. Кричу: «Стой!» Нет, не может стоять спокойно. Вдруг вспомнила, что твоя корова-то башкирка и как закричу на башкирском: «Ултыр!» Сразу успокоилась. Вот так каждый день её так и успокаивала на башкирском языке,—тип ҡәнәғәт йылмая башҡорт телен «яҡшы» белеүсе мәрйә әхирәтем.
Ауылда Вәхит тигән бер егет йәшәне. Йыш ҡына урам буйлап эсеп йөрөй торғайны. Бер мәл бәләкәй ҡыҙсыҡ уны күреп ҡартәсәһенә ҡысҡыра икән:
—Ҡартәсәй, ҡапҡаны яба һал, Вәхит килә!
Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ инәй ейәнсәренә:
—Килһен әйҙә, килһен бәхет, ҡапҡаны япмайыҡ,—ти икән.
Бер ир сабынлыҡтан ҡайтыр алдынан атын юғалтып таба алмай икән. Ялан буйлап эҙләй торғас, бер атты күреп ҡалған да: «Хужаһы күрмәҫ элек ошо атты һыбай менеп, атымды тиҙ генә эҙләр кәрәк»,—тип уйлай ҙа китә һыбай. Улай бара—юҡ, былай бара—юҡ. Бер яланда ауылдашын осратҡан да: «Минең атты күрмәнеңме»,—тип һораған.
—Элекке атыңмы?—ти икән тегенеһе.
—Шул инде, минең бер ат инде.
—Һуң, үҙең һыбай менеп тораһың бит!
Ҡараһа, ысынлап үҙенең аты икән.
Буранда ҡунаҡҡа бараһығыҙ бит
Бер бәләкәй бала илап, үҙ һүҙен һүҙ итеп өләсәһе менән ҡартатаһына ҡунаҡҡа барған. Ата-әсәһе ҡалдырып ҡайтҡан быны. Кис еткәс, ҡыҙсыҡ кире үҙҙәренә ҡайтҡыһы килә башлаған.
—Алып барығыҙ мине,—тип мыжый икән.
—Инде ҡараңғы төштө, тышта буран. Йоҡла бөгөнгә,—тигән ҡартатаһы.
—Әсәйемдәр ҡунаҡҡа саҡырһа, буран тип тормайһығыҙ әле,—тип яуаплаған бала һәм еңмешләнеп үҙен кире алып барҙыртҡан.
Бер ауылда «һалырға» яратҡан бабай өй беренсә китеп бара ти. Берәүҙең ҡапҡаһына еткәс, унан үҙ ҡыҙы килеп сыҡҡан. Бабай уға текләп торған да:
—Бер күргәндәй булам, ҡарындаш,—ти икән.
Шунан бирле ауылда лаҡап йәшәй. Кеше үҙ танышын осратһа: «Бер күргәндәй булам»,—ти.