Һуңғы йылдарҙа республикала туристик инфраструктура киң үҫеш ала бара. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Республикала "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек", “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” программалары эшләй башланы. Шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә туристарҙы йәлеп итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Әйткәндәй, Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелгән төбәктәр араһына инде. Росстат мәғ-лүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына республикаға 2 миллиондан ашыу кеше килгән һәм был һан миҙгелдән-миҙгелгә арта ғына бара.
"2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан килә. Бынан тыш, инвесторҙар өлкә үҫешенә 2,1 миллиард һум үҙ аҡсаларын индерҙе. Рес-публика туристарҙы кемпингтарҙа, глэмпингтарҙа, ял базаларында ҡабул итеү өсөн 600-гә яҡын өҫтәмә урын булдырырға әҙер. Яңы туристик маршруттарҙы
Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Ишембай һәм Учалы райондары тәҡдим итә. Төбәктең матурлығы менән танышырға теләгән ҡунаҡтар өсөн электрон юл йөрөтөүселәр бар. Шулай уҡ турист мөхите һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә мөмкин. Башҡортостандың хозурлығын мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Тимәк, эске туризмды үҫтереү беҙҙең өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Киләсәктә лә республика халҡы һәм ҡунаҡтар үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итһен өсөн тырышасаҡбыҙ”,—тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Республикабыҙҙа туризм йүнәлешендә инвестицион инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы алымдар ҡулланыла. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте"ндә шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм халыҡ мән-фәғәтенә эшләрҙәй, республикабыҙ үҫешенә өлөш индерерҙәйҙәрен мотлаҡ хуплай. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта Урал аръяғы райондарында ла эске туризмды үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр күбәйә. Уларҙың кемеһелер агротуризмды үҙ итә, икенселәр йәмле тәбиғәт ҡосағында этно-ихата, этно-ауыл төҙөй, бәғзеләре йылғаларҙа һалдарҙа ағыуҙы ойоштора. Республика халҡы сит илдәргә түгел, ә үҙебеҙҙә ял итеүҙе хуп
күрә башланы. Ни тиһәң дә беҙҙә лә заманса шарттарҙа, арзан хаҡҡа рәхәтләнеп ял итеү урындары бар. Шуларҙың икәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.
Туризм—килемле тармаҡ, күп илдәр үҙенең иҡтисадын тик ошо өлкәлә күтәрә һәм үҫтерә. Канар һәм Кипр утрауҙары, Төркиә, Мысыр, Греция, Таиланд һәм башҡа матур төбәктәр аҡсалыраҡ ватандаштарҙы үҙенә ылыҡтыра. Сит илдә ял итеүселәр туристарға ҡарата мөнәсәбәткә, булдырылған уңайлыҡтарға хайран ҡала. Уйлап ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте һис тә кәм түгел! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, Бөрйән районының хозурлығы Швейцарияға алмаштырғыһыҙ булһа, саф һыулы Талҡаҫ һәм Яҡтыкүл, Сабаҡты, Ҡарабаҡты күл-дәре Урта һәм Ҡара диңгеҙҙән һис тә ҡалышмай. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ. Ә бына ситтән килгәндәр һоҡланыуын бер ҙә йәшермәй.
Хәйбулла районында ла һуңғы ваҡытта эске туризмды үҫтереү буйынса эштәр башланған. Быйыл Артур Нафиҡов Һаҡмар йылғаһы буйлап кәмәләрҙә ағыуҙы ойошторһа, Аҡъярҙан йәш эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев башҡорт этно-ихатаһын төҙөүҙе тормошҡа ашырған. Ул былтыр “Башҡорт этно-ихатаһы” төбәк проектында ҡатнаша һәм 3,7 миллион һум субсидия алыуға ирешә. Дөйөм хаҡы—7,5 миллион һум. Башҡорт этно-ихатаһында ике тирмә, ике модулле йорт, мунса һәм бәҙрәф (санузел) бар.
—Башҡорт этно-ихатаһы тулыһынса асылды һәм туристарҙы, урындағы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Бөтә объекттарға ла пандустар ҡуйылған. Кешеләр килеп тирмәлә төрлө саралар, никах, юбилейҙар үткәрә. Ихатала ял итеү урыны, мангал зонаһы бар. Уның өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡтар бик ҡиммәт түгел. Киләсәктә бында башҡорт этно-мәҙәниәт музейын булдырырға ниәтләйем, әле экспонаттар эҙләйбеҙ. Шулай уҡ район буйынса этно-маршруттар эшләргә һәм туристарҙы Хәйбулла-ның матур, тарихи урындары менән таныштырыу
планда бар,—ти Юлдаш Бохарбаев.
Бына шундай йүнселдәр барҙа төбәктә эске туризм үҫешер, туристар ағымы күбәйер. Ватандаштарыбыҙҙың сит илгә сыҡмайынса ял итеүен тәьмин итеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу мотлаҡ. Туристик хеҙмәт баҙарының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу, кемпингтарҙы, этно-ихаталарҙы, этно-йорттарҙы зауыҡлы итеп биҙәү, туристарҙың ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн программаларҙың булыуы зарур. Шул сағын-да илебеҙ, республикабыҙ халҡы сит илдә түгел,
ә үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итеүҙе һайлар.
Кәримә Усманова.