Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
23 Июль 2021, 20:35

БОРОНҒО РЕЦЕПТ МЕНӘН...

Баймаҡ районында боронғо рецепт буйынса ҡымыҙ етештерә башланылар.

БОРОНҒО РЕЦЕПТ МЕНӘН...
БОРОНҒО РЕЦЕПТ МЕНӘН...

Баймаҡ районында боронғо рецепт буйынса ҡымыҙ етештерә башланылар. Фирдәүс Хәлимовтың крәҫтиән-фермер хужалығының бейә һауыу фермаһы Фәйзулла ауылында урынлашҡан. Һауынсы Дилә Ҡужина әйтеүенсә, бер бейәнән 1,2-1,5 литр һөт алалар, көнөнә өс тапҡыр һауалар. Фермала 300 баш йылҡы, шуның 30-ы ғына һауыла. Дилә Ҡужина өләсәһенән өйрәнеп ҡалған рецепт буйынса ҡымыҙ әҙерләй. Файҙалы эсемлектәр ошонда уҡ шешәләргә ҡойола. Айына 3,5 мең литр эсемлек әҙерләнә.

Бынан тыш, хужалыҡта йылҡы итенән хәләл ярымфабрикаттар эшләйҙәр.

-Күптән түгел, мал һуйыу, колбаса продукцияһы әҙерләү өсөн цех төҙөнөк. Хәләл һәм дәүләт сертификаттары алдыҡ,--ти хужалыҡ етәксеһе.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Баймаҡ районындағы сираттағы бер эш сәфәрендә хужалыҡ эше  менән ҡыҙыҡһынып, Ауыл хужалығы министрлығы программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәйне. Хәҙер фермер етештергән продукциялар балалар баҡсаһына, мәктәптәргә, дауаханаларға һәм төбәктең сауҙа нөктәләренә сығарыласаҡ.

 

Сығанаҡ: ГТРК БАШКОРТОСТАН https://gtrk.tv/novosti/232502-baymakskom-rayone-zapustili-fermu-proizvodstvu-kumysa-starinnym-receptam

Автор:Резеда Валиева