АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
13 Июнь 2021, 14:52

Бала ҡайғыһы күрергә яҙмаһын

Аленаны бәләкәй сағында сиғандар урлаған һәм үҙ балалары менән бергә хәйер һорарға мәжбүр иткәндәр. Ҡыҙ тураһындағы программа эфирға сыҡҡас, Рәсәйҙән тыш, сит илдәрҙән дә балалары урланған меңәрләгән әсәй Алена менән осрашырға һәм ДНК анализдарын тапшырырға теләк белдергән. Күпме генә кеше тикшерелһә лә, Алена әсәһен һаман да тапмаған.Тулыраҡ сайтта.

Бөтә донъяға билдәле булған Рәсәй телеканалында 16 йәшлек ҡыҙҙың үҙ әсәһен эҙләп “Пусть говорят” программаһына мөрәжәғәт итеүе эфирға сыҡты. Уны бәләкәй сағында сиғандар урлаған һәм үҙ балалары менән бергә хәйер һорарға мәжбүр иткән. Тик балалар хоҡуҡ һаҡлау органдары үткәргән рейдта эләгеп, приютҡа килтерелгән. Аҙаҡ сиғандар документтарын алып килеп үҙ балаларын алып ҡайтҡан, Аленаның документтары булмағас, балалар йортона ебәрелгән. Ҡыҙ тураһындағы программа эфирға сыҡҡас, Рәсәйҙән тыш, сит илдәрҙән дә балалары урланған меңәрләгән әсәй Алена менән осрашырға һәм ДНК анализдарын тапшырырға теләк белдергән. Күпме генә кеше тикшерелһә лә, Алена әсәһен һаман да тапмаған.
Балалар юғалыуы донъялағы иң ҙур проблемаларҙың береһе һанала. Рәсәйҙә генә йыл һайын 1800-гә яҡын бала юғала. Бәйләнештә, ватсапта ла бер туҡтауһыҙ балалар урлаусыларҙың йөрөүе, балаларҙы бесәй балалары, көсөктәр менән алдаштырыуҙары тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Ысынмы, юҡмы – билдәһеҙ. Шуға күрә бер нисә балалар белергә тейешле иң популяр һорауҙарға яуап биреп ҡарайыҡ.
1.Өйҙә бер кем дә булмағанда ишекте енәйәтселәр асырға теләй. Был осраҡта өйҙә ҡалған балаға нимә эшләргә?
Яуап: Тиҙ арала ата-әсәгә шылтыратырға кәрәк. Унан һуң ғына ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итергә. Ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре иң тәүҙә өй, фатир, бала, ата-әсә тураһында мәғлүмәт аласаҡ. Был бер нисә минут ҡына һөйләшеү бала ғүмере өсөн хәүефле булыуы бар. Ә ата-әсә күршеләргә, яҡын йәшәгәндәргә хәбәр итеп өлгөрә ала.
  1. Таныш булмаған кешеләрҙән кәнфит, һағыҙ, уйынсыҡтар алаһығыҙмы?
  2. Яуап: Таныш булмаған кешеләрҙән бер нимә лә алырға ярамай. Быны баланың аңына һеңдереп ҡуйырға кәрәк.
    1. Таныш булмаған кеше ярҙам һорай. Был осраҡта нимә эшләргә?
    2. Яуап ни тиклем дөрөҫ булмаған кеүек күренһә лә, таныш булмаған кешегә бала ярҙам итергә тейеш түгел. Кешегә ысынлап та ярҙам кәрәк икән, ул балаға түгел, өлкәндәргә мөрәжәғәт итәсәк. Шуны иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
      1. Эттәр уратып алғанда нимә эшләргә?
      2. Яуап: Эттәрҙе күргәс тә йүгерергә, ҡасырға, ыуаланырға ярамай. Бер ваҡытта ла эттең күҙенә ҡарамағыҙ. Ҡулығыҙҙағы әйбер: башлыҡ, зонтик, китапты ситкәрәк ташлап уларҙың иғтибарын башҡа әйбергә йүнәлтегеҙ һәм артҡа боролмай ғына кешеләр күп яҡҡа атларға тырышығыҙ.
        1. Яңы ғына танышҡан дуҫҡа ҡунаҡҡа барырға яраймы?
        2. Яуап: Балаларығыҙҙыға таныш булмаған кешенең өйөнә инергә ярамағанлығын аңлатып ҡуйығыҙ. Урамда танышҡан яңы дуҫтарҙың өйөнә инергә бөтөнәй ярамай. Сөнки уларҙың ҡайҙа һәм ниндәй хәлдә йәшәгәнлеген белмәйһегеҙ. Танышы үтенеп һорай икән, баланы ата-әсәнең тәҙрәнән күҙәтеүенә, йә тиҙ арала ҡайтасаҡтарына һылтанып, баш тартырға өйрәтегеҙ.
          1. Бала артынан күҙәтеп килеүселәрҙе һиҙгән осраҡта нимә эшләргә?
          2. Яуап: тиҙ арала магазин, бөҙрәхана, йә кеше күп булған урынға барып өлкәндәрҙән ярҙам һорарға һәм ата-әсәгә шылтыратып, улар килгәнсе бинанан сыҡмаҫҡа тейеш.
            1. Өйҙә яңғыҙ булғанда кемдәргә ишек асырға ярай?
            2. Яуап: Таныш булмағандарҙың береһенә лә асырға ярамай. Балалар хәүефте ир-аттан күрә. Шуға күрә, һәр балаға енәйәтсенең ҡатын-ҡыҙ, мөләйем йөҙлө, матур тауышлы өлкән йәштәге апайҙар булыуын, хатта, балаларҙан ишек шаҡытыуҙарын дөрөҫ аңлатырға тейешһегеҙ.
              1. Таныш булмаған кеше баланы тотоп алып,һөйрәй башлаһа нимә эшләргә?
              2. Тәү сиратта тирә-яҡтағыларҙың иғтибарын йәлеп итергә кәрәк. Бының өсөн һуғышырға, ҡысҡырырға, таш алып яҡын тирәләге бинаның, машинаның тәҙрәһенә бәрергә лә була. Сөнки ватылған тәҙрә нисек тә төҙәтелер, тик өҙөлгән ғүмерҙе кире ҡайтарып булмай.