Бөгөн Сибайҙа беренсе яҙғы субботниктар уҙҙы. Ойошма, предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән ихаталар, урамдар, юлдар, баҡсалар, парктар һәм территорияларҙы таҙартты, төҙөкләндерҙе, ҡар өйөмдәрен таратты, кипкән ағас ботаҡтарын киҫте. Оҙайлы ҡыштан һуң, әлегә был беренсе субботник булһа ла, ҡала йәшәреп, таҙарып, йәмләнеп ҡалды.