АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
9 Март 2021, 15:00

АҠЫЛҒА ТАЯНҒАН ТАЙМАҪ

Заманы шундай. Һәр йүнсел үҙ эшен аса. Һуңғы йылдарҙа урта һәм кесе эшҡыуарлыҡтың үҫеш алыуы нәҡ ошоно иҫбатлай. Әлбиттә, һәр кем шәхси эшҡыуар булып китә алмай. Кемдер юлында осраған ауырлыҡтарға бирешеп, юғалып ҡала, ә ҡайһы берәүҙәр бар тырышлығын һала, маҡсатына ирешмәйенсә туҡтамай. Тимәк, эшҡыуарлыҡҡа тик ҡыйыуҙар, үткерҙәр, состар, үтә ныҡыштар ғына килә һәм уңышҡа өлгәшә. Тап ошо һыҙаттарға эйә булған шәп егет М.Р.Ноғоманов үҙ эшен полиграфия өлкәһендә башлаған. Морат Радик улы нисек эшҡыуар булып киткән? Ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашҡан? Үҙ эшен асырға теләүселәргә ниндәй кәңәштәр бирә? Ошондай һорауҙар менән Морат Ноғомановҡа мөрәжәғәт иттек.

—Ни өсөн үҙ эшегеҙҙе полиграфия йүнәлешендә башланығыҙ?
—Үҙ эшемде асыу тураһында күптән хыяллана инем. Сибай институтында технология һәм эшҡыуарлыҡ, унан һуң Һалым һәм һалым һалыу бүлектәрен тамамлағандан һуң, шәхси эшҡыуарлыҡҡа тотондом. Тәүҙә пландар ҙа, теләктәр ҙә күп төрлө булды. Әммә тирә-яҡты яҡшылап өйрәнгәс, тап полиграфия йүнәлешен табышлы тип таптым. Документтарға копия эшләү, студенттарға
диплом, курс эштәрен, башҡа яҙмаларҙы баҫтырып сығарыу көнүҙәк икәнлеген аңланым. Шулай уҡ фотолар эшләү ҙә бик популяр булып китте. Шуға ла эште ошо юҫыҡта башлап, Сибай институтында бәләкәй генә полиграфия үҙәген ойошторҙом. Аҙаҡ Белов урамында “Канцсити” магазинын асып, шунда күстем.
—Бөгөн һеҙҙең магазинда нимәләр һатып алырға була?
—Беҙҙә төрлө канцелярия, хужалыҡ тауарҙары, уйынсыҡтар, компьютер өсөн төрлө аксессуарҙар, автомобилдәргә кә-рәк-яраҡтар, ҡолаҡсындар һатыла. Ойошмалар менән дә тығыҙ эшмәкәрлектәбеҙ, уларҙың һорауы буйынса кәрәкле электрон әйберҙәрҙе ҡайтарабыҙ.
—Үҙ эшеңде башлап ебәреү нисегерәк булды? Бының өсөн кеҫәнең дә “ҡалын” булыуы мотлаҡтыр?
—Эште башлағанда тик үҙебеҙгә генә таяндыҡ. Ул ваҡытта ҡайҙандыр ярҙам алыу тигән уй ҙа булманы. Үҙ аҡсабыҙҙы ла ҡулландыҡ, кредит алып та һалдыҡ. Ниндәй генә эште алып ҡараһаң да ҡаршылыҡтарһыҙ булмай. Эште башлап ебәргәндә етерлек тәжрибә булмауы, кешеләрҙе ныҡлы белмәү ярайһы ғына мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Үҙебеҙҙең башланғыстар, хаталар тәжрибә тупларға ярҙам итте.
—Шәхси эшҡыуар ниндәй булырға те-йеш?
—Үҙ эшенең йүнәлешен һәм талаптарын яҡшы белгән, тырыш һәм тәүәккәлдәр генә артабан бизнес өлкәһендә эшләп китә ала.
—Үҙ эшен асырға теләүселәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
—Һәр башланғыс алдынан үҙ теләгеңде ныҡлы белергә, билдәле пландар ҡуйырға кәрәк. Эште асып ебәреүе еңел ул. Ә бына уны һаҡлап ҡалыу, артабан үҫтереү өсөн байтаҡ көс, ваҡыт һәм аҡса талап ителә. Тырышығыҙ, эшләгеҙ! Бөгөн шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә мөмкинлектәр күп. Теләк булғанда, уларҙы файҙаланып ҡалырға кәрәк.
—Әңгәмәң өсөн рәхмәт. Уңыштар теләйбеҙ.