Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Ғинуар 2021, 18:11

САНАЛА ЕЛӘ ҠЫШ БАБАЙ

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫН ҺӘР КЕМ КӨТӨП АЛА: ӨЛКӘНМЕ УЛ, БАЛАМЫ—БАРЫҺЫ ЛА НИНДӘЙҘЕР СЕРЛЕ МӨҒЖИЗӘГӘ, ЯҢЫ ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ҺӘМ ЫҢҒАЙ ЯҢЫЛЫҠТАРҒА ӨМӨТЛӘНӘ.Ә инде һомғол боландар, йә етеҙ аҡбуҙаттар егелгән ҡыңғыраулы санала елгән Ҡыш бабайҙы кемдең күргеһе килмәй икән? Ә бына беҙгә хаски тоҡомло эттәргә тағылған санала көр тауыш менән балаларҙы сәләмләгән Ҡыш бабайҙы осратырға тура килде.

ЯҢЫ ЙЫЛ БАЙРАМЫН ҺӘР КЕМ КӨТӨП АЛА: ӨЛКӘНМЕ УЛ, БАЛАМЫ—БАРЫҺЫ ЛА НИНДӘЙҘЕР СЕРЛЕ МӨҒЖИЗӘГӘ, ЯҢЫ ҮҘГӘРЕШТӘРГӘ ҺӘМ ЫҢҒАЙ ЯҢЫЛЫҠТАРҒА ӨМӨТЛӘНӘ.
Ә инде һомғол боландар, йә етеҙ аҡбуҙаттар егелгән ҡыңғыраулы санала елгән Ҡыш бабайҙы кемдең күргеһе килмәй икән? Ә бына беҙгә хаски тоҡомло эттәргә тағылған санала көр тауыш менән балаларҙы сәләмләгән Ҡыш бабайҙы осратырға тура килде. Уны күргән ҡыҙ һәм малайҙарҙың ҡыуаныстан балҡыған йөҙөн күрһәгеҙ ине ул?! Күл ярына йыйылған балалар шатланышып Ҡыш бабайға табан йүгерҙе, уны уратып алып, ярышып-ярышып хәбәрҙәрен һөйләне. Ә Ҡыш бабай һәр береһен иғтибарлап тыңланы, арҡаларынан тупылдатып һөйөп тәмлекәстәрен таратты. Ошо ябай ғына, әммә мөғжизәгә тиң күренеште беҙ Сибай ҡалаһында урынлашҡан “Сайран” ял базаһында күҙәттек.
Ял базаһы уҙған йыл ауыр тормош хәленә ҡалған балаларға хәйриә акцияһы сиктәрендә ҙур байрам ойошторҙо. Бәләкәстәр, үҫмерҙәр Ҡыш бабай менән бергә төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеп квест уйынын уйнаны. Уларға яңы йыл хужаһының ярҙамсылары—аниматорҙар ярҙамға килде. Командалар карта төҙөп төп маҡсатҡа ирешкәс, тәмлекәстәрҙән ауыҙ итергә, ҡайнар сәй эсергә байрам табынына йыйылды. Артабан күңелдәре булғансы тауҙан һәм катокта шыуҙы.
—Беҙҙең ял базаһында хәйриә акцияһы сиктәрендә ойошторолған сараға ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, етемдәр—йәмғеһе 30 бала саҡырылды. Байрам тантанаһында ҡатнашыуҙан һәм тауҙа шыуыуҙан тыш, улар ҡарҙа йөрөүсе махсус “банан”ға ултырҙы. Әлбиттә, эттәр менән аралашыу мөмкинлеге лә булдырылды. Барыһына ла бүләктәр әҙерләнек. Байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн үҙемдең коллегаларыма, шәхси эшҡыуарҙарға, дуҫтарыма, беҙҙең акцияға битараф ҡалмаған Сибай ҡалаһы халҡына сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм. Шундай алсаҡ, иғтибарлы кешеләр булғанда бындай акциялар ойоштороуҙың бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Киләсәктә милли саралар уҙғарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙым. Туған телде үҫтереүгә ниндәйҙер өлөш индереү, ярҙам итеү мөмкинлеге бар икән, ниңә ҡуш ҡуллап тотонмаҫҡа?—ти ял базаһы етәксеһе Н.И.Рәхмәтуллина.
Нәилә Ильяс ҡыҙы билдәләүенсә, хас-ки тоҡомло эттәр менән аралашыу өсөн төрлө яҡтарҙан ДЦП, аутизм, невроз, депрессия менән яфаланған балаларҙы алып килеүселәр күп. Эттәр үҙҙәренең яғымлығы менән балаларҙа ышаныс уята, уларҙы тынысландыра, хатта телмәре үҫешмәгәндәр һөйләшә башлай. Ысынлап та, “Сайран” ял базаһы ял итеүселәр араһында популярлыҡ яулап килә. Бында ҡыш көнө генә түгел, йәйгеһен дә ғаилә менә рәхәтләнеп ял итеү өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Ә инде ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың күңелдәрен күреп, төрлө саралар үткәргән, шулай уҡ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс программа уйлап сығарып Яңы йыл байрамын ойошторған, кескәйҙәр күңелендә ышаныс, дәрт уятҡан ял базаһы етәкселегенә ысын күңелдән рәхмәт әйтке килә.
Читайте нас: