Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
3 Ғинуар 2021, 13:00

ҠОМАЛАҠ ИКМӘГЕНӘ ЕТӘМЕ?!

Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ әпәкәйе күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлаған, иренде тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеген ҡуҙғатҡан ауыл икмәге! Мин дә әсәйемдең мейес тултырып, бар өйгә икмәк еҫен таратып бешергән, тәме әле булһа иренемдә торған ҡомалаҡ икмәген һағынамын. Ҡомалаҡ әсеткеһенә баш һорарға күрше инәйҙәргә йөрөгәнем дә иҫемдә. Шуғалыр ҙа Баймаҡ районының Хәсән ауылында ҡомалаҡ икмәге бешерәләр тигән хәбәрҙе ишетеү менән хуш еҫле ауыл әпәкәйен бешереүсе менән танышырға булдыҡ.

Хуш еҫен таратып, яңы ғына мейестән сыҡҡан күпереп бешкән ҡомалаҡ әпәкәйе күптәрегеҙҙең хәтерендәлер әле. Танауҙы ҡытыҡлаған, иренде тамшандырған, күңелдәрҙә бала саҡтың иң яҡты иҫтәлеген ҡуҙғатҡан ауыл икмәге! Мин дә әсәйемдең мейес тултырып,
бар өйгә икмәк еҫен таратып бешергән, тәме әле булһа иренемдә торған ҡомалаҡ икмәген һағынамын.
Ҡомалаҡ әсеткеһенә баш һорарға күрше инәйҙәргә йөрөгәнем дә иҫемдә. Шуғалыр ҙа Баймаҡ районының Хәсән ауылында ҡомалаҡ икмәге бешерәләр тигән хәбәрҙе ишетеү менән хуш еҫле ауыл әпәкәйен бешереүсе менән танышырға булдыҡ.
Һәҙиә Буранбаеваның икмәк бешереү цехы әлегә йорт янындағы биләмәлә урынлашҡан. Икмәк бешереү менән Һәҙиә Мөхәмәтйән ҡыҙы тәүге тапҡыр ғына шөғөлләнмәй. Әбдрәхмән ауылында йәшәгән саҡтарында икмәк бешереү цехы асып, тирә-яҡ ауыл халҡын үҙҙәренең ҡомалаҡ икмәге менән һөйөндөрә. Өлкән улдары студент булғас, ҡыҙҙары Камила башланғыс класты тамамлағас, ауылда мәктәп ябыла. Үҙ эшен һатып, ғаилә балаларын Сибай ҡалаһына йөрөтөп уҡытыр өсөн Хәсән ауылынан ер алып, бер йыл эсендә бынамын тигән йорт төҙөп ултырта. Ире Илдар Миңлебай улы күрше ауылға йөрөп мал табибы булып эшләй. Һәҙиә үҙе лә Сибайға эшкә урынлаша. Артабан тормоштарын йәмләп игеҙәктәре Камил менән Самира донъяға килә. Декрет ялында ултырған сағында хужабикә йәнә үҙ эшен асыу теләге менән яна башлай. Тик нимәнән башларға, ниндәй йүнәлеште һайларға тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй? Үҙ-ара кәңәшләшеп, өйрәнгән шөғөл, тип тағы ла икмәк бешереүҙе һайлай улар. Әммә был юлы уны икенсерәк формала бешереүҙе маҡсат итеп алған хужабикә табала түңәрәк ҡабарып торған ҡомалаҡ икмәге булырға тейеш тигән маҡсат ҡуя. Тәүҙә бының өсөн айырым бина ултырталар, уға электр уты үткәрелә. Көҙ көнө туғандары менән бергәләп күпләп ҡомалаҡ йыйып ала, уларҙы киптереп әҙерләй. Тәүҙәрәк ҡомалаҡ икмәген бешереп, уны Сибайға һатыуға алып сыға. Кешеләрҙең ул бешергән икмәген яратып алыуы, уға ышаныс өҫтәй, дәрт уята. Үҙенә бер-ике ваҡытлыса ярҙамсы алып, тәүәккәлләп икмәк бешереү эшенә тотона. Район буйынса маҡсатлы программаға эләгеп, дәүләт ярҙамына мейес, икмәк болғатыу ҡоролмаһы, түңәрәк табалар һатып ала. Өләсәйҙәр рецебы буйынса ҡомалаҡ сүпрәһе менән әсетеп, күпертеп бешергән түңәрәк әпәйкәйҙәре тиҙ арала үҙ ҡулланыусыһын таба.
—Төрлө саҡтар булды, икмәгебеҙҙең ҡалҡмай ултырған ваҡыты ла, ыуалыусан булып ҡойолоп тороуы ла, бысый сағы ла. Быларҙың барыһы ла ондан тора. Шуға күрә тәүҙә ондоң сифатына иғтибар итә башланым, яңы ғына тирмәндән сыҡҡан ондо алмайым. Тарттырылғандан һуң, бер аҙна үтергә тейеш. Яҡшы он эләкһә, икмәк тә уңа, күңел дә күтәрелә,—ти әңгәмәсем.
Көнөнә 700 дана икмәк бешерәләр, шуларҙың күбеһе Сибай ҡалаһының төрлө сауҙа нөктәләрендә һатыла. Уларҙы үҙҙәре йөк машинаһы менән ҡала магазиндарына ташый, шулай уҡ күрше Татлыбай, Йәнйегет, Әбдрәхмән ауылдарына ебәрелә. Ҡомалаҡ икмәгенә көндән-көн ихтыяж ҙурая, һораусыларҙың теләген тулыһынса ҡәнәғәтләндереү өсөн Һәҙиә Мәхәмәтйән ҡыҙы тиҙ арала яңы икмәк бешереү цехын төҙөүҙе планлаштыра. Тимәк, эшҡыуар ҡатынға тағы ла тырышыбыраҡ тир түгергә тура киләсәк.
Икмәк булһа—йыр ҙа була, тигәндәй, яңы ергә баҫҡан 2021 йылыбыҙ икмәкле, туҡлыҡлы булһын. Йыр һәм көр күңел менән киләсәккә атларға яҙһын!
Кәримә Усманова