Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
19 Декабрь 2020, 17:00

ИХ, БИЛМӘНЕ ҺӘМ МАНТЫҺЫ...

Әле “Иген-тау” кооперативы бик күп төр ит ризыҡтары әҙерләй. Сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләнгән котлет, тефтель, билмән, манты, голубцы, яңы ғына тартылған фарш булһынмы—барыһы ла тәмле һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ ҡаҙы, тултырма ла һәр саҡ һатыуҙа бар.

Баймаҡ ҡалаһында былтыр файҙаланыуға тапшырылған “Иген-тау” ит эшкәртеү цехы тиҙ арала танылыу тапты. Ҡала халҡы ғына түгел, хатта ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә унда етештерелгән продукцияларҙы алырға тырыша.
“Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһы республикала кооперация йүнәлешенең үҫеүенә этәргес көс булды. Ике йыл эсендә ошо программа сиктәрендә Баймаҡ эшҡыуарҙары үҙ проекттарын тәҡдим итте һәм райондың туғыҙ коопе-ративы еңеп сыҡты. Шундайҙарҙың береһе—Азамат Ильясовтың “Иген-тау” кооперативының ит етештереү цехы. Кооператив үҙ эшен 39 пайсылар менән башлаһа, бөгөн улар 45-кә еткән.
Азамат Хәйҙәр улы—төбәктең алдынғы ҡарашлы эшҡыуарҙарының береһе. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлаған егет байтаҡ йылдар инде халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтә: утын әҙерләп һата, күмер яндыра, йорттар төҙөү менән булыша. Әле ул ауыл хужалығы буйынса үҙ эшен асыуға өлгәшкән: үҙенең йорто биләмәһендә заман талаптарына яуап биргән цех бинаһы төҙөгән.
—“Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында ҡатнашып, проектты уңышлы яҡлап сыҡтыҡ һәм еңеүгә өлгәштек,—ти Азамат Хәйҙәр улы.— Һөҙөмтәлә беҙ үҙебеҙҙең “Иген-тау” кооперативын булдырҙыҡ һәм дәүләттән 3 миллион һум күләмендә грант алдыҡ. Дәүләт ярҙамына ит цехы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар, һыуытҡыс, шулай уҡ “ГАЗель” автомобиле һатып алдыҡ. Бөгөн ит эшкәртеү өсөн сеймал базаһының да булыуы мотлаҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең проб-лема юҡ, сөнки кооперативта 45 пайсы ағза булып тора, ә улар һыйыр, йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Шулай булғас, ярымфабрикаттар етештереү өсөн сеймал етерлек.
Әле “Иген-тау” кооперативы бик күп төр ит ризыҡтары әҙерләй. Сифатлы һәм хәләл иттән әҙерләнгән котлет, тефтель, билмән, манты, голубцы, яңы ғына тартылған фарш булһынмы—барыһы ла тәмле һәм сифатлы булыуы менән айырылып тора. Шулай уҡ ҡаҙы, тултырма ла һәр саҡ һатыуҙа бар. Бында бөтәһе туғыҙ кешегә эш урындары булдырылған, уңған ҡатын-ҡыҙ бер тәүлектә 100 килограмдан ашыу ярымфабрикат әҙерләй. Венера Буранғолова, Бибисара Шәйдулова, Әлиә Бикеева һәм Ләйсән Хоҙайғолова ҡулдан билмән бөгә, манты эшләй. Ҡамыр йәйеү станогы менән Венера Буранғолова улар өсөн һалма йәйеп өлгөртмәй ҙә китә.
Уңғандарға уңыш йылмая, ти халыҡ мәҡәле. Тырыш эшҡыуар көндәлек етештергән ит ризыҡтарын һатыу өсөн Баймаҡ ҡалаһында махсус ит сауҙа урыны булдырған һәм унда һәр саҡ яңы, сифатлы ит продукциялары, фарш, ит тәҡдим ителә. Һатыусы Венера Иҫәнова уларҙы көн дауамында һатып та өлгөрә. Шулай уҡ кибет кәштәһендә башҡорт халҡының милли ризығы—буҙа, ҡорот, талҡан һәм ҡомалаҡ икмәген дә һатып алырға мөмкин. Әйткәндәй, Баймаҡ фермерының ит продукцияларын Өфөнөң “Ауыл маркеты” сауҙа нөктәһендә лә осратырға мөмкин. Киләсәктә Азамат Ильясов күрше Сибай ҡалаһында үҙ тауарҙарын һатыу нөктәһен асырға уйлай. Пайсыларҙың күбеһе Ҡолсора ауыл биләмәһенән булыуын иҫәпкә алып, киләсәктә ошо төбәктә модулле мал салыу пунктын булдырырға теләй. Үҙенең йорто янында бик ҙур мал һарайы төҙөп ултыртҡан. Әле унда аттары тора, артабан халыҡтан быҙауҙар йыйып,уларҙы үҙендә үҫтерергә ниәт итә.
Йәш һәм тырыш эшҡыуарға бөтә башланғыстарында ла әсәһе Наилә Һөйөндөк ҡыҙы менән кәләше Гөлзиә Айрат ҡыҙы ныҡлы терәк һәм ярҙамсы.
Кәримә Усманова.