АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Декабрь 2020, 16:05

БИШБАРМАҠҺЫҘ табындың ни йәме?

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылындағы һалма ҡырҡыу цехында эштең ҡыҙған мәленә тура килдек. Һалма ҡырҡҡан уңғанбикәләрҙең ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Үҙ эшен асҡан йүнсел Флүзә Юлдашбаева, ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ризалыҡ бирҙе.

Һуңғы ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның өҫтөнлөк ала барыуы күҙәтелә. Хәҙер ит, һөт, икмәк янында милли ризыҡтарыбыҙҙан бал, ҡымыҙ, ҡаҙы, талҡан, бишбармаҡты ла осратырға мөмкин. “Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал”, “Башҡортостан продукты” кеүек программаларҙың булыуы ла һатып алыусыларҙы үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирергә ярҙам итә. Һатыу кәштәләрендә йәнең теләгән аҙыҡ-түлекте осратырға мөмкин, әммә уларҙың барыһы ла сифатлы тип әйтеп булмай. Ә бына урындағы йүнселдәрҙең етештергән аҙыҡ-түлегенә был йәһәттән шикләнергә кәрәкмәй. Экологик яҡтан таҙа, хәләл, сифатлы ризыҡтарҙы барыһы ла күпләп һатып ала.
Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылындағы һалма ҡырҡыу цехында эштең ҡыҙған мәленә тура килдек. Һалма ҡырҡҡан уңғанбикәләрҙең ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй. Үҙ эшен асҡан йүнсел Флүзә Юлдашбаева, ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ризалыҡ бирҙе.
Әхмәр ауылы ҡыҙы Әбдрәхмән ауылына 2005 йылда килен булып төшә. Тормош иптәше Илфат Юлдашбаев менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ауылда эш булмағанлыҡтан, улар эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йөрьәт итә. Һатыусы булып эшләгән Флүзә Урал ҡыҙы магазин асырға теләк белдерә, әммә уның табышлы булмаясағын күҙ уңында тотоп, һалма ҡырҡып, уны һатып ҡарарға уйлай. Бала саҡтан бишбармаҡ, туҡмас ҡырҡыуға оҫта ханымдың уй-ниәтен яҡындары ла хуплай, ярҙам итәсәген белдерә. Тәүҙә үҙендә булған һалма йәйеү станогы менән эш башлай. Көнөнә 20 килограмм бишбармаҡ әҙерләп, уны һатыуға сығара. Ул ҡырҡҡан йоҡа һәм татлы бишбармаҡты һатып алыусылар көндән-көн арта, заказ биреүселәр күбәйә.
Яңы эш асыусылар өсөн тәғәйенләнгән “Стартап” программаһы буйынса, район етәкселеге ярҙамы менән, 300 мең субсидия ала. Бирелгән аҡсаға ҡамыр баҫыу һәм йәйеү станогы йүнләп, мәктәптең буш торған бинаһын ҡуртымға алып, бишбармаҡ етештереү цехы итеп ҡулайлаштыра. Үҙенә ярҙамға уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙы—Динә Таштимерова, Розалина Юлдашбаева һәм Гөлнара Рафиҡованы эшкә ала. Ҡамыр станокта баҫыла һәм йәйелә, егәрле ҡатын-ҡыҙға уны шаҡмаҡлап ҡырҡыу ғына талап ителә. Көнөнә 50-60 килограмм бишбармаҡ етештерелә, продукция Сибай ҡалаһының 7-8 сауҙа нөктәһенә, Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Кәрешкә, Ишмөхәмәт, Ҡарамалы, Йәнйегет, Татлыбай ауылдары һәм Йылайыр районының Юлдыбай, Мат-рай ауылындағы магазиндарға һатыуға сығарыла.
—Күберәк һалма (дүрткел) ҡырҡабыҙ, уға һорау ҙур. Туҡмасты (оҙонса) аҙнаһына бер тапҡыр ғына эшләйбеҙ, ни өсөндөр уға һатып алыусылар яғынан ихтыяж аҙ,—ти Флүзә Урал ҡыҙы.
Эш башлауына бер йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, “Юлдашбаева Ф.У” шәхси предприятиеһы баҙар иҡтисадында үҙ һатып алыусыларын тапҡан. Тимәк, тауарға һорау бар, уны тағы ла күберәк етештереү бурысы тора. Киләсәктә Әбдрәхмән ауылының уңған эшҡыуары һалма етештереүҙе көнөнә 100 килограмға тиклем арттырырға, эш урындары булдырыу һәм үҙҙәре етештергән таҙа, сифатлы бишбармаҡтарын күрше райондарға ла таратыу теләге менән яна.
Ҡасандыр мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсина үҙенең “Бишбармаҡ” бейеүе менән бар донъяны таң ҡалдырһа, тырыш һәм уңған Флүзә Юлдашбаева үҙе етештергән бишбармаҡтың данын Урал аръяғына таратырға хыяллана.
Кәримә Усманова.