Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
23 Ноябрь 2020, 13:15

Үҙебеҙҙеке тәмле лә, сифатлы ла

—Эшемде ит эшкәртеү йүнәлешендә башларға булдым, сөнки күп ауылдарҙа халыҡ мал көсө менән йәшәй, әммә улар үҫтергән малын ҡайҙа тапшырырға, итләтә һатырғамы, юҡмы икәнлеген белмәй. Аптырағас, күп осраҡта быҙау көйөнсә күрше Татарстандан килгән алыпһатарҙарға тейәп ебәрергә мәжбүр. Ошо мәсьәләне белеп, уларға нисек тә ярҙам итеү маҡсатында ла ит эшкәртеү йүнәлешенә туҡталдым. Бизнес-план төҙөп, проектты тапшырҙым, ул еңеп сыҡҡас, дәртләнеп эшкә тотондом. Дәүләт ярҙамына ит ташыу өсөн махсус техника һатып алдыҡ, иттән ярымфабрикаттар етештереү өсөн цех асырға, уның өсөн махсус ҡоролмалар алыуға тотонасаҡбыҙ,—ти эшҡыуар ҡатын.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” милли проекты сиктәрендә “Агростартап” дәүләт программаһында Хәйбулла районының крәҫтиән-фермер хужалыҡтары әүҙем ҡатнаша. Быйыл 19 миллион һумдан ашыу суммаға ете кеше дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Улар—Аҡъяр ауылынан Рәмилә Әминева, Әбештән Салауат Илембәтов—ҡортсолоҡ, Маҡандан Арыҫлан Иҫәнгилдин—ит етештереү буйынса, Маҡан ауылынан Владислав Попов һөт етештереү йүнәлешендә грантҡа өлгәшкән.
“Ғаилә фермаһы” программаһы буйынса Әбеш ауылынан Алмаз Илембәтов—һөт етештереү буйынса, Маҡандан Илдар Иҫәнгилдин ит етештереү буйынса дәүләт ярҙамы алһа, “Башланғыс фермер” программаһында Һамар ауылынан Азамат Шәйәхмәтов иген культураларын үҫтереү йүнәлешендә еңеү яулаған. Үткән йылда райондан был программаларҙа ни бары бер фермер дәүләт ярҙамы алыу-ға ирешһә, быйыл ете эшҡы-уар артабан үҙ эшен киңәйтеү мөмкинлегенә эйә.
Аҡъяр ауылында йәшәүсе эшҡыуар Рәмилә Әминева менән яҡындан таныштыҡ. Ул 2 699 145 һумлыҡ грант аҡсаһы алған.
Көйөргәҙе ҡыҙы Рәмилә Рафаэль ҡыҙы Хәйбулла тарафтарына килен булып төшкән. Тормош иптәше Зиннур Әминев менән икеһе лә тыуған яҡтарына уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Ғаилә күпләп мал аҫрай, һөт, ит ризыҡтарын баҙарға алып барып һата. Аҙнаһына бер тапҡыр ғына баҙарға тороп һатыуҙан әллә ни табыш та килмәүен аңлаған ханым эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотонорға тәүәккәллек итә. Теләгенә ире лә ҡаршы килмәй, киреһенсә, бар яҡлап ярҙам итә, терәк була. Хәйбулла районының Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булыуы үҙ эшен асҡан уңғандар өсөн бигерәк тә ҡулай һәм отош-ло. Улар башлыса Гай һәм Орск баҙарына йөрөй, клиенттарҙың да күбеһе шул тарафтарҙан.
—Эшемде ит эшкәртеү йүнәлешендә башларға булдым, сөнки күп ауылдарҙа халыҡ мал көсө менән йәшәй, әммә улар үҫтергән малын ҡайҙа тапшырырға, итләтә һатырғамы, юҡмы икәнлеген белмәй. Аптырағас, күп осраҡта быҙау көйөнсә күрше Татарстандан килгән алыпһатарҙарға тейәп ебәрергә мәжбүр. Ошо мәсьәләне белеп, уларға нисек тә ярҙам итеү маҡсатында ла ит эшкәртеү йүнәлешенә туҡталдым. Бизнес-план төҙөп, проектты тапшырҙым, ул еңеп сыҡҡас, дәртләнеп эшкә тотондом. Дәүләт ярҙамына ит ташыу өсөн махсус техника һатып алдыҡ, иттән ярымфабрикаттар етештереү өсөн цех асырға, уның өсөн махсус ҡоролмалар алыуға тотонасаҡбыҙ,—ти эшҡыуар ҡатын.
Үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡҡа иғтибар итеү, уны урында ҡулланыу, мәктәп уҡыусыларының менюһына индереү мәсьәләһен Республика Башлығы Радий Хәбиров та хуплай. Шуға күрә Рәмилә Әминева яңы асылған цехта сифатлы һәм татлы ит-тән котлеттар, фрикаделькалар етештереүҙе планлаштыра. Уларҙың барыһы ла шунда уҡ район мәктәптәре һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына оҙатыласаҡ. Ит өсөн мал урындағы эшҡыуарҙарҙан алына, улар менән килешеү төҙөлә. Яңы цех сафҡа инһә, ике кешегә эш урыны булдырыу ҡарала. Ит ризыҡтары шулай уҡ урындағы кафеларға, һатыу нөктәләренә лә оҙатыласаҡ. Әгәр ҙә тауарың сифатлы һәм тәмле икән баҙарҙа уны һатыу проблема тыуҙырмай. Быны эшҡыуарлыҡта күптән үҙ аҙымдарын эшләгән эшлекле ханым яҡшы аңлай. Әлегә цех, артабан уны киңәйтеү мөмкинлеге лә булыр, ит ассортиментын да арттырырбыҙ,—ти Рәмилә Әминева.
К.Ишбулдина.