Арҡайым ҡасабаһында йәшәүсе Самарбаевтарҙың татыу ғаиләһе йәйгеһен мул уңыш алыу өсөн эште иртә яҙҙан башлаған. Баҡсала үҫкән сейә, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, алмағас, абрикос, ҡурай еләгенең төптәре йомшартылып, етәрлек һыу менән тәьмин ителгәнгә күрә быйылғы ҡоролоҡто еңел кисергән.
—Быйыл сейә, абрикос, алмағас—дөйөм алғанда бар емештәр ҙә мул уңыш бирмәксе. Әлегә тиклем 15 биҙрә сейә йыйып алдыҡ. Улар сорттарына ҡарап төрлө ваҡытта өлгөрә. Тағы ла 30-40 күнәк йыйырбыҙ тип уйлап торам. Уларҙы туғандарға, яҡындарға таратабыҙ, күмәртәләп килеп һатып алырға теләүселәр ҙә бар. Быларҙан тыш, ҡу-рай еләге, ҡарағат йыйып эшкәртәм: төрлө ҡайнатмалар, компоттар әҙерләйем. Ҡыштың сатлама һыуыҡтарында йәй тәмен тәмләп, сәй эсеү үҙе бер кинәнес. Баҡса эшен ниндәйҙер ҙур хеҙмәт тип ҡабул итмәйбеҙ, сөнки һәр эште ғаиләбеҙ менән күмәкләп башҡарғас, тиҙ ҙә, еңел дә. Емеш ағастарын тәрбиәләү тормош иптәшемдең эше. Бәләкәстән баҡса үҫтереү серҙәренә өйрәнеп үҫкәнгәме, һәр ағастың үҙенсәлеген ул ғына белә. Ә балаларым беҙ эштән ҡайтҡансы түтәлдәрҙе утап, һыу һибеп ҡуя,—ти Эльвира Сәлих ҡыҙы.
Әйткәндәй, был тырыш ғаиләлә Регина, Ралина һәм Айҙар буй еткерә. Улар баҡса эшенә генә күмелеп ултырмай, башҡа шөғөлдәре лә күп. Сибай медицина колледжының өсөнсө курс студенты булған Регина “Ынйыҡай” бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Бишенсе класҡа күскән Айҙар каратэ түңәрәгенә йөрөй. Ярайһы ғына тәжрибә туплап, төбәк спартакиадаларында призлы урындар яулауға өлгәшкән. Бәләкәй Ралина ла тик тормай, йырҙар йырларға әүәҫ.
Уңған хужабикә Эльвира Сәлих ҡыҙы Сибай ҡалаһы үҙәк китапханаһының китаптарҙы комплектлау һәм эшкәртеү бүлегендә китапханасы булып эшләй, ғаилә башлығы Ришат Рәфҡәт улы Башҡорт икенсел металдарҙы эшкәртеү ойошмаһының водителе. Сәскәгә күмелгән йорт, емеш-еләк, йөҙ егерме төп помидор, төрлө ваҡытта өлгөрә торған күп сортлы ҡыярҙар, һуған, картуф ишелеп үҫкән баҡсаға күҙ һалһаң: “Эшләп тә, баҡса үҫтереп тә, ҡош-ҡорт аҫрап та нисек өлгөрәләр икән”,—тип уйлап ҡуяһың. Мөләйем хужабикә уйымды аңлап алып: “Мул уңыш алыу сере—берҙәмлектә, ты-рышлыҡта, мөхәббәтле, татыу ғаиләлә”,—тип яуапланы. Самарбаевтарҙың бәрәкәтле ҡулдарында артабан да шулай баҡса мул уңыш килтерһен, үҙҙәренә именлектә һәм бәхетле ғаилә ҡосағында йәшәргә яҙһын!