Июль айында кәмендә егермеләп дарыу үләндәре йыйып алырға була. Улар тап ошо осорҙа файҙалы матдәләргә тулылана. Шуға күрә ваҡытын ҡулланып, дарыуханаларҙан химиялы дарыуҙар һатып алғансы, тыуған еребеҙҙең бәрәкәте булған шифалы үләндәрен йыйып дауаланыу иң уңайлыһы. Файҙалы үләндәрҙең бер нисәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт тәҡдим итәбеҙ.
“Үгәй әсә япрағы”. Был үлән йылға ярҙарын үҙ иткәнгә күрә ҙур япраҡлы, ҡара йәшел төҫтә. Япрағын һабағынан 5 см. ҡалдырып өҙөргә һәм йәйеп ҡуйып киптерергә кәрәк. Ул йүткереүҙе баҫа, үпкәгә йыйылған шыйыҡсаны сығара. Бының өсөн үләнде йылы һыуҙа бер тәүлек төнәтергә, йүткергән ваҡытта көнөнә 4-6 тапҡыр берәр аш ҡалағы эсергә. Төнәтмә бик әсе була, шуға күрә тәменә ҡарап шәкәр, йә бал ҡушырға була. Үгәй әсә япрағы асыҡ яраны дауалаусы антисептик та икән.
“Юл япрағы”. Был үлән дә тын юлын таҙартыу өсөн ҡулланыла. Япраҡтарҙы ит турағыс аша үткәрергә. Һутын һығып алғас, бер аҙ бал ҡушып, ябыҡ һауытта 20 минут самаһы тоторға кәрәк. Төнәтмәне 2-3 аш ҡалағы эсергә.
«Әрем». Беҙҙең яҡтарҙа әрем үләне бик күп. Күптәр был үлән сәскә атҡан ваҡытта аллергия менән яфалана. Тик уның да файҙаһы тураһында ла оноторға ярамай. Ҡара әрем төнәтмәһе йөрәкте тынысландыра. Аҡ әрем эфир майҙарына бай, уның төнәтмәһен ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, эсәк, ауырыуҙары булғанда эсергә кәрәк. Эсәктә булған бар зыянлы микроорганзмдарҙы йыуып сығара. Тик әрем төнәтмәһен бер айҙан артыҡ эсергә ярамай, ауырлы ҡатындарға ҡулланмаҫҡа ҡушыла.
Клевер уләне. Июль айында клеверҙың ҡыҙыл сәскәләрен йыйырга кәрәк. Йәй айҙарында үҫемлектәрҙең бөтә файҙаһы сәскәһендә һәм япрағында. Ә яҙын һәм көҙөн тамырҙарын йыйыу файҙалы. Уны һалҡын тейеүҙән, аппетит булмағанда, ҡолаҡтар шаулағанда, гипертониянан, күҙҙәр эренләгәндә ҡулланалар.
Рус телендә «чистотел» тип йөрөтөлгән үләнде башҡортса төрлөсә әйтәләр: ҡанлы үлән, һөтлө үлән, таҙалыҡ үләне. Уның һабағынан сыҡҡан һөттө ҡул тиреһен йомшартыу һәм яраларҙы дауалау өсөн ҡулланырға була.