Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
6 Июль 2020, 16:55

ИХ, ҠЫМЫҘЫ, ҠЫМЫҘЫ...

Йәйләүҙә Түбәнге Иҙрис ауылынан Ғадир һәм Динә Йомағужиндар улдары Нур, Кинйә һәм туғандары Даян менән бергә эшләй. Ат йәнле егеттәр Нур һәм Даян малҡайҙарҙы бик яҡшы ҡараһа, Ғадир Далха улы йылҡыларҙы махсус урынға индереп ҡатынына бейә һауышырға ярҙам итә. Ә бына Кинйәне йәйләүҙә “комендант” тип йөрөтәләр. Сөнки ул барыһы өсөн яуаплы, бөтә нәмә уның үткер күҙе аша үтә, клиенттар килһә лә күберәк ул әҙер ҡымыҙҙарҙы һатып ебәрә. Динә Йәғәфәр ҡыҙының тилбер ҡулдары көнөнә 30 бейәне өс тапҡыр һауа.

Баймаҡ районында йылҡысылыҡ тармағы йылдам үҫешә. Һәр ауылда тиерлек күпләп йылҡы көтөлә, фермер (крәҫтиән) хужалыҡтары ҡымыҙ етештереп, уны һатыуға алып сыға. Батырҙар эсемлеге бөгөн ҙур ихтыяж менән файҙалана, хатта Баймаҡ ҡымыҙын баш ҡалала йәшәүселәр ҙә теләп һатып ала.
Район йылҡысылыҡ өсөн бик ҡулайлы: хуш еҫле сәскә-үләндәргә бай болонлоҡтары ла, ҡылғанлы тау һырттары ла, тау-урмандары ла бар. Шуға күрә Баймаҡ ҡымыҙының тәме лә татлы, шифаһы ла үҙенсәлекле.
Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан “Фирҙәүес Хәлимов” крәҫтиән-фермер хужалығында йылҡылар ир-кенлектә рәхәтләнеп утлай. Шуға күрә ҡымыҙҙарының сифаты ла юғары. Әйткәндәй, шифалы эсемлектең тәме лә, сифаты ла малдың ниндәй үлән ашауына бәйле. Фәйзулла йәйләүе Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары араһында ята, шуға күрә халҡыбыҙҙың милли эсемлеген һатып алыусылар был тарафтарға саң ҡундырмай—етештереп кенә өлгөр.
Йәйләүҙә Түбәнге Иҙрис ауылынан Ғадир һәм Динә Йомағужиндар улдары Нур, Кинйә һәм туғандары Даян менән бергә эшләй. Ат йәнле егеттәр Нур һәм Даян малҡайҙарҙы бик яҡшы ҡараһа, Ғадир Далха улы йылҡыларҙы махсус урынға индереп ҡатынына бейә һауышырға ярҙам итә. Ә бына Кинйәне йәйләүҙә “комендант” тип йөрөтәләр. Сөнки ул барыһы өсөн яуаплы, бөтә нәмә уның үткер күҙе аша үтә, клиенттар килһә лә күберәк ул әҙер ҡымыҙҙарҙы һатып ебәрә. Динә Йәғәфәр ҡыҙының тилбер ҡулдары көнөнә 30 бейәне өс тапҡыр һауа.
—Көнөнә 100 литрға яҡын бейә һөтө һауыла һәм шунынса литр ҡымыҙ һатыуға сығарыла. Һатыу менән проблема юҡ, хужаның Өфөлә үҙ нөктәһе бара, көн һайын ҡымыҙҙы баш ҡала халҡына оҙатабыҙ, урында ла һатыла. Ҡымыҙҙы ошо көбөлә лә бешәм, өлгөрмәй киткән ваҡытта ҡулайлаштырылып эшләнелгән ҡоролмала өлгөртәбеҙ. Ҡурҙан өҙөлгән юҡ, уны махсус урында һаҡлап ҡына тотам. Һатып алыусыларҙың һәр береһенең үҙ теләге, кемгәлер әсе ҡымыҙ оҡшай, икенселәргә сөсөһө кәрәк. Ғаилә менән бергә күсеп килдек, ауылдағы йортто ҡыҙыбыҙ ҡарап ҡалды. Йәмле тәбиғәт ҡосағында эш менән мәж килеп, көндөң үтеп киткәне лә һиҙелмәй. Эшебеҙ оҡшай, бигерәк тә Кинйә улыбыҙ рәхәтләнә, саф һауала йөрөүе—үҙе бер ял,—ти Динә ханым.
Эшселәргә йәшәү өсөн бар шарттар тыуҙырылған: йоҡлау, ашау бүлмәләренән башҡа, рәхәтләнеп ял итеү өсөн махсус беседка ла эшләнгән. Электр уты булғанлыҡтан, теләһәң, телевизор ҡарарға ла, радио тыңларға ла мөмкин. Тик бына телефондың ғына тотмауы бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Мунса көн һайын тиерлек яғыла, йәндәреңде сихәт һәм көс өҫтәүсе ҡайын миндеген иренмәй өҙөп кенә ал. Ә бына ҡымыҙ бешеү өсөн махсус урынға Динә Йомағужинанан башҡа бер кемгә лә инеү рөхсәт ителмәй. Сөнки ҡымыҙҙың сифатлы һәм тәмле булыуында уның таҙа етештерелеүе лә бик мөһим.