Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
9 Июнь 2020, 15:10

ЕТМЕШ ТӨРЛӨ ҺӨНӘР ҘӘ АҘ

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуына Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе оҫта ҡуллы Илдар Юнысовтың үҙе эшләгән әйберҙәрен күргәс, йәнә бер тапҡыр инанаһың. Өҫтәүенә, геройым өҙҙөрөп гармунда уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Ғүмере буйы Ғәлиәхмәт мәктәбендә балаларға белем биргән, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Илдар Танһыҡ улының йорто үҙе бер мөғжизәле донъяны хәтерләтә. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ҡапҡаһынан уҡ пар аҡҡоштар һүрәте үҙенә ылыҡтырып, саҡырып тора. Ихата эсенә керһәң, иҫең китер

Был һүҙҙәрҙең хаҡлы булыуына Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында йәшәүсе оҫта ҡуллы Илдар Юнысовтың үҙе эшләгән әйберҙәрен күргәс, йәнә бер тапҡыр инанаһың. Өҫтәүенә, геройым өҙҙөрөп гармунда уйнай, моңло итеп йырлай ҙа. Ғүмере буйы Ғәлиәхмәт мәктәбендә балаларға белем биргән, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Илдар Танһыҡ улының йорто үҙе бер мөғжизәле донъяны хәтерләтә. Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, ҡапҡаһынан уҡ пар аҡҡоштар һүрәте үҙенә ылыҡтырып, саҡырып тора. Ихата эсенә керһәң, иҫең китер: уң яҡта—автомобиль покрышкаһынан эшләнелгән бер-бер артлы теҙелеп киткән аҡҡоштар урын алһа, һулда—төрлө ҡыңғырау сәскәләре, ағастан һырлап эшләнелгән ял итеү урыны, бәүелсәк... Быларҙың барыһы ла Илдар Юнысовтың күңел йылыһын һалып башҡарған ҡул эштәре.
Һүрәт төшөрөү, ағастан юнып-һырлап әйберҙәр яһау, ҡайын туҙынан эшләнелгән картиналар, төрлө һындарҙы үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙыра алған ауыл оҫтаһына ысынлап та, һоҡланмау мөмкин түгел.
Ә бит ошо һәләтте ваҡытында күрә белгән, уны үҫтереүгә булышлыҡ иткән Әбеш урта мәктәбенең рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлим Ишемғоловҡа бөгөн сикһеҙ рәхмәтле Илдар Танһыҡ улы.
—Минең һөнәр һайлауымда ла уның роле ҙур булды. Иҫләйем, 7-се класта уҡыған сағымда, сираттағы рәсем дәресенән ҡанатланып ҡайттым да: “Мин ҙурайғас, Сәлим ағай кеүек рәсем уҡытыусыһы булам!”–тип әйттем. Ниәтем тормошҡа ашты, хыялыма нигеҙ һалған уҡытыусыма, тырышып-тырышып хыялдан ысынбарлыҡ яһаусы үҙемә рәхмәтлемен. Остазым Сәлим ағайға үҙе иҫән саҡта күңелемдә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә алғаныма ҡыуанам”—ти ул.
Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөүгә булған һөйөүе Илдар Юнысовты 1985 йылда Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына алып килә. Студент йылдарында ағастан һырлап биҙәктәр, төрлө һындар яһарға өйрәнә. Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре, тигәндәй буласаҡ рәссам төрлө йүнәлештә үҙен һынап ҡарай. Ул ваҡытта әлеге кеүек Интернет селтәре лә булмай, барыһын да үҙенә өйрәнергә тура килә. Ул тыуған мәктәбенә үҙ ҡулдары менән эшләнгән бүләк тапшырырға уйлай. Ниһайәт, уның күңеленә ауылдашы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың бюсын һынландырыу уйы килә. Етмәһә, мәктәп тә геройҙың исемен йөрөтә. Дүртенсе курста тәүәккәлләп, хыялын тормошҡа ашыра. Артабан Афған ерендә батырҙарса һәләк булған ауылдашы Булат Сәйфуллинға барельеф эшләй һәм уларҙы 1988 йылда Әбеш урта мәктәбенә урынлаштыра.
Ҡулына диплом алған йәш белгес Ғәлиәхмәт ауылы мәктәбенә эшкә ебәрелә һәм бөгөнгө көнгә тиклем йәш быуынға белем бирә, уларҙы матурлыҡ серҙәренә төшөндөрә, буяуҙар донъяһына илтә, малайҙарҙы ағастан төрлө һындар эшләргә өйрәтә. Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тиҙәр. Илдар Танһыҡ улының өҙҙөрөп гармунда уйнауы, моңло йырлауы мәктәптә генә түгел, ауылда, хатта районда үткән төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнауы, күңелендә сәх-нә тормошона ҡарата һөйөү утын тоҡандырмай ҡалмай. 1991 йылда ул Өфө сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә уҡырға керә. Шулай ҙа балалар менән эшләү нығыраҡ оҡ-шағандыр, күрәһең, уҡыуын ташлап, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын ситтән тороп тамамлай. Физика-математика бүлегендә белем алған Миңзәлә Шәйхитдин ҡыҙы менән матур ғаилә ҡора, бәхеттәрен тулыландырып бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Улар ҙа аталары кеүек йыр-моңға маһир, сәнғәткә ғашиҡ, үҙҙәре бар яҡлап талантлы ла.
Яратҡан шөғөлөнә Илдар Юнысов буш ваҡыты булғанда ғына тотона, әммә бер башлаһа, уны тамамламайынса туҡтамай. Бар күңел йылыһын, күҙ нурын һалып эшләгән ҡул эштәре тормош йәменә әүерелгән. Һуңғы ваҡытта оҫта, ҡайын туҙына майлы буяуҙар ярҙамында төрлө һүрәттәр эшләп, күҙҙең яуын алыр картиналар ижад итеү, урманда үҫкән ябай ағас киҫәгенән, ботағынан һәм ҡайырыһынан төрлө әйберҙәр эшләү менән ныҡлап шөғөлләнә. “Тәбиғәткә сығып, уларҙы эҙләйем, табам, тапһам, балаларса бер ҡыуанам, аҙаҡ эшләп бөткәс, күңелдә ниндәйҙер бер рәхәтлек тояһың”,—тип үҙ кисерештәре менән уртаҡлаша алтын ҡуллы ауыл оҫтаһы.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле лә. Ғәлиәхмәт ауылы оҫтаһы Илдар Юнысовтың һөнәрҙәре етмештән дә уҙып китәлер. Күңелен күтәрерлек, илһам тыуҙырырлыҡ шөғөлө барында оҫта өсөн етмеш һаны һис тә сик түгел... Башҡа шөғөлдәре хаҡында йәнә таныштырырбыҙ әле.