Һаҡмар ауылында йәшәүсе эшҡыуар ҡыяр үҫтереү менән байтаҡ йылдар шөғөлләнә. 2016 йылда бер миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға ирешә һәм уның аҡсаһына бөтәһе һигеҙ теплица төҙөп ултырта. Эштәрҙең барыһын да Магнитогорск ҡалаһының “Росстрой” фирмаһы килешеү нигеҙендә төҙөй. Заманса материалдан—поликарбонаттан эшләнгән теплицаның икәүһе—өй эргәһендәге баҡсала, ҡалғандары ҡуртымға алынған биләмәлә урынлаша. Йорт янындағылары үҫенте ултыртыу өсөн файҙаланыла.
—Эш башлаған ваҡытта Туймазы районына барып, данлыҡлы Латыповтарҙан ҡыяр үҫтереү буйынса төплө кәңәштәр алып ҡайттым. Аҡрынлап үҙемдең тәжрибәм дә артты, ҡыяр үҫтереүҙең серҙәренә яйлап төшөндөм. Был эштә иң тәүҙә орлоҡто дөрөҫ һайлау мөһим, артабан үҫентеләрҙе ултыртыу, теплицаны ҡарау, уңышты йыйып алыу... Бер-береһенә эҙмә-эҙлекле бәйләнгән эште үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ башҡарыу талап итә. Ҡыярҙы, йә иһә помидорҙы баҙарҙа һатҡанда ғына рәхәт ул. Ә эшенә килгәндә, еңелдән түгел. Һәр үҫемлек ныҡлы тәрбиәләү талап итә. Айырыуса теплицаларға ут яғып тороуы мәшәҡәтле, сығымдар ҙа байтаҡ сыға. Хәҙер утын алыуы ла анһат түгел. Тик мин был шөғөлгә тотоноуыма һис тә үкенмәйем, киреһенсә, быйыл теплицаларҙы яңыртып эшләргә дәрт бар. Уларҙың барыһын да Һаҡмар буйынса күсерергә уйлайым. Йәшелсә үҫтереүҙе арттырырға кәрәк, ә бының өсөн етәрлек сәсеү өсөн майҙан юҡ. Был йәһәттән район етәкселеге яғынан да ярҙам булһа, сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа йәшелсәләрҙе теләгән һәр кем һатып алыр ине,—тип үҙ пландары менән уртаҡлашты Флүр Зөфәр улы.
Эшҡыуарға йәшелсәне һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Ҡыяр үҫтереүсенең үҙ һатып алыусылары етәрлек, улар йорттан да килеп алып китә, алдан заказ да биреп ҡуялар. Шулай уҡ Баймаҡ баҙарына ла алып сығалар. Йәшелсә үҫтереү—табышлы һөнәр, тик уның да үҙ проблемалары етәрлек. Уныһын ҡыяр үҫтереүселәр үҙҙәре генә белә. Тир түкмәйенсә, өҫтәлдәрендә йыл әйләнәһенә йәшелсә-емеш урын алыуҙарын теләүселәргә үҙ кеҫәләренән байтаҡ аҡса сығарырға тура килһә, уны үҫтереүселәргә әсе тирҙәрен түгеп үҫтергән уңышты әрәм-шәрәм итмәй, тейешле хаҡҡа һатыу талап ителә. Әҙер ҡыярҙы һатып алырғамы, әллә үҫтерергәме—быны һәр кем үҙе хәл итә. Ә беҙ тиҙҙән һатыуға сығасаҡ Һаҡмар ҡыярына һорау ҙур буласағына шикләнмәйбеҙ.
К.Ишбулдина.
Баймаҡ районы.