Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Ноябрь 2019, 16:41

КӨТҺӘҢ КҮРКӘ—ТАБЫНЫҢ БУЛЫР КҮРКӘМ

Бына, мәҫәлән, беҙҙең ауылда күркә көтөүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит күркә көтөү тауыҡҡа ҡарағанда күпкә отошлораҡ...

Ергә ҡар ятып, һыуыҡтар етеү менән ауыл халҡының мәленә күрә үҙ мәшәҡәттәре башланды. Эйе, эйе ҡаҙ-өйрәк, һуғым өмәләре. Беҙ, Иҫке Монасип ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ошо матур йолаларҙы дауам итеү маҡсатында Гөлназ Ҡыуандыҡованың йортона йыйылдыҡ та, күркә өмәһе ойошторҙоҡ. Тап шулай күркә йолҡтоҡ әле был юлы. Нимәгә тотонһаң шул эш була инде. Иң мөһиме: бергәләшеп башҡарыу - шулай бит. Юғиһә, хәҙер күпселек осраҡта эште аҡса түләп кеше ҡушып эшләтеүгә ғәҙәтләнеп барабыҙ. Ә бына өмә үткәреү нисектер онотола барған йола. Элегерәк өйҙө лә бөтә ауыл менән күтәргәндәр. Күмәкләһәң эш тә ырай, күңелдәр күтәрелә. Йыры ла, ашы ла була тигәндәй. Аралашып, ярҙамлашып йәшәүгә бер ни етмәй инде ул хәҙерге заманда.
Һүҙемде дауам итеп, ни өсөн тап күркә өмәһе һуң әле ул тигән һорауға яуап яҙам. Беҙ ни өсөндөр бер төрлөлөккә күнегәбеҙ ҙә, ниндәйҙер яңылыҡҡа тотонорға йөрьәт итмәйбеҙ. Бына, мәҫәлән, беҙҙең ауылда күркә көтөүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә бит күркә көтөү тауыҡҡа ҡарағанда күпкә отошлораҡ. Уның ауырлығы тоҡомона ҡарата һәм дөрөҫ тәрбиәләгән осраҡта уртаса 18-25 килограмға етә икән. Шуныһы әһәмиәтле: был ҡоштоң ите бик күп төрлө витаминдарға һәм микроэлементтарға бай, диетик ҡиммәткә эйә, ашауға ла татлы. Тап шуғалыр ҙа гиппоаллерген һаналған күркә ите спортсылар һәм ауырлы ҡатындар тарафынан киң ҡулланыла.
Гөлназ Ҡыуандыҡова быйыл йәй бөтәһе 172 ҡош-ҡорт аҫраған: 60 бройлер тауыҡ, 28 күркә, 14 ҡаҙ, 30 өйрәк, 20 әтәс, 20 йомортҡа һалыусы тауыҡ (несушка). Бына ошондай уңған ауылдашыбыҙға ярҙам йөҙөнән өмә ойошторҙоҡ та инде. Һөйләшә, көлөшә эшләгән эш тиҙ ырай. "Һә" тигәнсә күркәләрҙе таҙаланыҡ та бөттөк. Хужабикә лә бик бөтмөр булып сыҡты. Беҙҙең ҡул бушауға табын түрендә тәмле еҫтәр таратып күркә ите боһорап ултыра ине. Иттән ауыҙ итеп, тәм-томлап сәй эскәндән һуң, ашҡа доға ҡылып таралыштыҡ. Киләһе йылдарҙа ла ҡош-ҡортобоҙ үрсеһен, Аллаһы Тәғәлә мал-тыуарыбыҙҙы ишәйтһен, ризыҡ бәрәкәте бирһен.
Әйткәндәй...
* Күркәләрҙе ит һәм йомортҡа һалыусы төргә бүләләр. Беҙгә, ауыл ерендә йәшәүселәргә, ит күркәләрен көтөү кәрәкле. Тимәк, бройлер күркәләр тап беҙҙең өсөн, сөнки кәүҙәгә эре был төр тиҙ генә ауырлыҡ йыя. БИГ-6, Белая широкогрудая индейка, Московская бронзовая, Хайбрид Конвертер тигән тоҡомдарҙың береһен һайларға кәрәк инде.
*Күркәнән яҡшы килем алыу өсөн уны дөрөҫ туҡландырыу мөһим.
Баҡтиһәң, йәшел үлән, ҡарышлауыҡ, селәүсендәр бик күп аҡһым тәшкил итеүе менән бройлерҙар өсөн айырыуса файҙалы икән.
*Ҡоштарҙы 12 кг етеүе менән һуйырға әҙерләй башлаһаң да була, тип яҙылған интернет селтәрҙәрендә. Бройлерҙар 4-6 ай тигәндә быға әҙер була. Күркәләрҙе һуйыуҙың үҙ тәртибе бар, әгәр ул теүәл үтәлмәй икән, иттең ҡаты һәм татһыҙыраҡ булыуы ихтимал. Бының өсөн ҡоштарҙы һуйырҙан 14 сәғәт алда ашатыуҙы туҡтатырға һәм алдарына мөмкин тиклем күберәк һыу ултыртып, ҡараңғыраҡ һарайҙа тоторға кәрәк. Күркәне1,5-2 йәштән дә ҡалдырмай һуйыу зарур. Әгәр ҙә инде 2 йәштән үтһә, уларҙың үҙҡиммәте кәмей.
Динара ҠОТЛОБАЕВА.