Өлкәндәр хәҙерге йәштәрҙе ялҡаулыҡта ғәйепләргә ярата. Йәнәһе лә, эшләргә яратмайҙар. Эйе, күп кенә йәштәр бюджет урындарында эшләүҙән ҡаса. Сөнки күп урындарҙа эш хаҡтары түбән. Ә заман ҡалын кеҫәле булыуыңды талап итә. Матур итеп лайыҡлы йәшәйем тиһәң, аҡсаңдың күп булыуы зарур. Өлкәндәр тотороҡлоҡ яҡлы. Әҙ булһа ла, билдәле ваҡытта билдәле сумма килеп торорға тейеш. Шул ваҡытта ғына үҙеңде ышаныслы тоя алаһың. Ә йәштәр инде төрлө хаталар, яныуҙар аша ышаныслы аҙымдар менән яҡты киләсәккә ынтыла. Күп кенә егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ үҙ эштәрен асырға, үҙҙәре өсөн эшләргә ынтыла хәҙер. Шуға күрә йәштәрҙе ялҡаулыҡта ғәйепләргә ярамай. Бары тик уңғандар, тырыштар ғына, үҙ эштәрен асып, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә ала.
Сығышы менән Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан булған Линар Хәмит улы Вәлиев бәләкәй сағынан күҙҙәре уйнап торған тиктормаҫ малай булып үҫә. Мәктәптә уҡыған йылдарында ла уҡытыусыларын төрлө шуҡлыҡтары менән аптыратып бөтә ул. Шундай “эш боҙоуҙары” менән йонсотоп бөткән елғыуар малайға, билдәле, артыҡ өмөт бағламайҙар. Сөнки, ғәҙәттә, гел генә алдынғылыҡҡа ынтылған, тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған уҡыусыларға ғына яҡшы киләсәк юрайҙар.
Спорт өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәһә лә, уҡыуға артыҡ ынтылып бармаған Линар алдына башҡалар кеүек мотлаҡ рәүештә юғары уҡыу йортон бөтөү маҡсатын ҡуймай. Бюджет өлкәһендә эшләргә лә теләге булмай уның. Әммә, күптәр юрағанса, елғыуар тормошо менән йәшәргә лә теләмәй егет. Шуға күрә лидерлыҡ һыҙаттары булған, үткер һүҙе менән алдырған, һәр кем менән уртаҡ тел таба белгән, асыҡ-ярыҡ йәш
кеше төҙөлөш өлкәһендә бригадир булараҡ эш башлай. Төрлө сит өлкәләрҙәге төҙөлөш эштәренә эшселәр йәлеп итә. Бынан тыш машиналар алып-һатыу эше менән дә әүҙем шөғөлләнә башлай. Әммә быларҙың береһе лә күңел талаптарына тап килмәүен аңлай ул. Линарҙа үҙ эшен асыу теләге көсәйгәндән көсәйә. Төҙөлөштә һәм машина алып-һатыу эшендә йөрөп туплаған бер аҙ аҡсаһы була. Шул аҡсаларҙы күптән хыял иткән уйын тормошҡа ашырыу өсөн тотонорға хәл итә егет.
Ниндәй юҫыҡтағы эшкә тотоноу буйынса күп баш ватырға тура килмәй Линарға. Һәр бер кеше тәмле итеп ашарға ярата. Ғәҙәттә, ашау өсөн аҡсаһын йәлләмәй әҙәм балаһы. Шуға ла Линар Хәмит улы Баймаҡ ҡалаһында шаурма эшләй торған нөктә асырға хәл итә. Иң тәүҙә интернет аша һәм таныштарынан етәрлек кәрәкле мәғлүмәт йыйғандан һуң, үҙ эшен башлап ебәрергә тәүәккәлләй. “Мәғлүмәт туплағас, бер нәмәгә ҡарамай, Өфөгә сығып киттем дә, кәрәкле йыһаздар һатып алдым. Ҡуртымға урын тапҡас инде, ең һыҙғанып эшкә тотондом,”—тип һөйләй Линар.
Әлбиттә, башта ауырлыҡтар менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килә. Был эштән бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ
инде тип, эшен ябырға ла уйлап ҡуя Линар. Сөнки шаурма һатыу эшенән аҡса бөтөнләй килмәй, хатта “минус”ҡа эшләргә тура килә. Әммә үҙ һүҙен һүҙ итеп, теләгәненә ирешеп өйрәнгән тырыш Линар ҡул һелтәп ҡуймай.
—Эште асыу, ул һиңә тиҙ генә аҡса килтерә башлай тигән һүҙ түгел бит инде. Көслө кешеләр генә башлаған эшен, бер нәмәгә ҡарамай, аҙағына еткереп ҡуя ала. Бары тик көсһөҙҙәр генә ярты юлда туҡтап ҡала. Ә минең көсһөҙ булғым килмәне,—тип уйҙары менән бүлеште уңған, ныҡышмал егет.
Эшен үҫтереү өсөн Линар интернетты әүҙем ҡуллана. Төрлө социаль селтәрҙәр аша реклама яһай,
уйындар уйлап таба, махсус акциялар үткәрә. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Хәҙер Линар эшен тағы ла йәйелдерергә – Баймаҡ ҡалаһында икенсе нөктә асырға тора. Эшенең бәрәкәтле булыуының тағы ла бер сере—аҙыҡ-түлегенең “Хәләл” билдәһе аҫтында сығыуы. Дини ҡәрҙәштәребеҙ өсөн малдың тулыһынса шәриғәт ҡанундары буйынса салыныуы мөһим. Ошо сәбәпле диндарҙар бөтә ерҙә лә ҡапҡылай алмай. Шуға күрә улар өсөн хәләл продукцияның барлыҡҡа килеүе бик ҡыуаныслы хәл була.—Ризыҡтарыбыҙҙы “Хәләл” билдәһе аҫтында сығарыуыбыҙ маркетинг ысулы ғына түгел. Хәләл сертификаты булған итте беҙ махсус рәүештә Өфөнән һатып алабыҙ. Әлбиттә, хәләл продукция менән эш итеү күберәк клиенттарҙы йәлеп итергә лә ярҙам итә,—ти Линар Хәмит улы.
Линар тырыш һәм ныҡышмал эш-ҡыуар ғына түгел, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған өлгөлө ғаилә башлығы ла. Әлеге көндә ул ҡатыны Илүзә менән Айназ исемле ул һәм Русалина исемле ҡыҙ үҫтерә.
Ныҡышмаллығы менән елғыуарҙан эшҡыуарға тиклем үҫеп еткән тырыш егетебеҙгә артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләп ҡалабыҙ.