АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Июнь 2019, 14:12

Хайран итә «Сайран»

Күп осраҡта сит ерҙәргә ҡарап һоҡланабыҙ ҙа, үҙебеҙҙәге матурлыҡты күрмәйбеҙ. Матур итеп ял итеү—беҙҙең өсөн мотлаҡ рәүештә сит илдә булып ҡайтыу. Быға аптырайһы ла түгелдер. Сөнки сит илдәрҙә туризм киң йәйелдерелгән. Улар үҙҙәренә сағыу һәм матур итеп реклама яһап, туристарға ғына түгел, урындағы халыҡ өсөн дә ялды ойоштора ла белә.

Күп осраҡта сит ерҙәргә ҡарап һоҡланабыҙ ҙа, үҙебеҙҙәге матурлыҡты күрмәйбеҙ. Матур итеп ял итеү—беҙҙең өсөн мотлаҡ рәүештә сит илдә булып ҡайтыу. Быға аптырайһы ла түгелдер. Сөнки сит илдәрҙә туризм киң йәйелдерелгән. Улар үҙҙәренә сағыу һәм матур итеп реклама яһап, туристарға ғына түгел, урындағы халыҡ өсөн дә ялды ойоштора ла белә.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ ҙа бик гүзәл ерҙә урынлашҡан. Бында туризмды үҫтереү, матур итеп ял итеү өсөн мөмкинлектәр бар. Әммә, үкенескә күрә, булғанды файҙалана белмәйбеҙ.
Сибай ҡалаһы биҫтәләренең береһендә «Сайран» исемле йәмле генә бер ял итеү базаһы бар. Бәлки, уның хаҡында күптәр хәбәрҙар ҙа түгелдер. Унда ғаилә, коллегалар, йә дуҫтар менән ял ваҡыттарын, иҫтәлекле даталарҙы үткәрергә мөмкин. Балаларҙың ялын ойоштороу йәһәтенән дә махсус программалар эшләй.
Балыҡсы йорто быуаһы эргәһендәге базаны Айҙар һәм Нәйлә Рәхмәтуллиндар ойоштороп ебә-рә. 2017 йылдың ҡышында булдыҡлы ғаилә башлығы йәшәгән ерҙәренән алыҫ түгел урында ҡарҙы өйөп тау эшләп ҡуйғас, эргә-тирәләге балалар килеп шыуа башлай. Шул мәл яҡында йәшәүселәр өсөн ял итеү зонаһы булдырыу теләге тыуа ла инде. Шулай итеп, эргә-тирәләге балаларҙың ғына түгел, ситтә йәшәүселәрҙең дә ял итеү урынына әйләнгән базаға нигеҙ һалына. Ул атамаһы менән шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Бик оҙаҡ уйланғандан, эҙләнгәндән һуң таба ул уны Нәйлә Ильяс ҡыҙы. «Сайран» ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «ял итеү, күңелле итеп ваҡыт үткәреү, ҡырға сығыу» тигәнде аңлата. Fөмүмән, исеменә есеме тап килеп тора. Сөнки «Сайран»да күңелле итеп ял итергә, тәбиғәт ҡосағында тәмле самауыр сәйе эсергә, хуш еҫле шешлек ашап рәхәтләнергә, быуа буйлап катамаранда, йә кәмәлә йөҙөргә мөмкин. Самауыр ҡайнатыу, шешлек әҙерләү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы база ҡуртымға бирә. Бынан тыш, быуа эргәһенә матур итеп өҫтәлдәр урынлаштырылған. Ситтәрәк ҡаплаулы махсус табын ҡороу урыны ла бар. Быуала катамаранда, йә кәмәлә һәлмәк кенә йөҙөп, тирә-яҡтағы матурлыҡҡа һоҡланып йөрөү йәнгә үҙе бер сихәт бирә. Ошоларҙы күп осраҡта күрмәйбеҙ, ситтәрҙекенә ҡыҙығып тик йөрөйбеҙ.
«Сайран» ял итеү базаһының тағы бер үҙенсәлеге—хаски тоҡомло зәңгәр-һары күҙле эттәр. Fөмүмән, Рәхмәтуллиндар мал йәнле, айырыуса маһмайҙарҙы үҙ итәләр. Әүҙем тормош алып барған, спорт яратҡан Нәйләгә үҙенең темпераментына тап килгән дүрт аяҡлы дуҫ кәрәк була. Шулай итеп, уларҙың тормошонда ғорур, ирек яратҡан һәм ғәйрәтле хаски тоҡомло матур эттәр барлыҡҡа килә. Әл-биттә, бындай ҡарар ҡабул итер-ҙән алда Нәйлә Ильяс ҡыҙына күп мәғлүмәт йыйырға, кәрәкле кешеләр менән кәңәшләшергә тура килә. Сөнки хаскиҙар ябай ғына тоҡом түгел. Улар менән һәр ваҡыт әүҙем шөғөлләнергә, оҙаҡ ваҡыт саф һауала йөрөргә кәрәк. Был эттәр яйлап йөрөгәнде яратмай, улар өсөн тиҙлек мөһим. Ул ғына ла түгел, хаски тоҡомло эттәргә хужалары шунда уҡ үҙенең өҫтөнлөгөн, башлыҡ икәнен күрһәтергә тейеш. Юғиһә, улар менән уртаҡ тел табыу мөмкин булмаясаҡ. Көслө рухлы Нәйләгә тап шундайҙар кәрәк була ла инде.
Хаскиҙарҙы «Сайран»дың йөҙөк ҡашы тип атау бер ҙә хата булмаҫ. Сөнки базаға ял итергә килеүселәр Айси, Дана, Деймон һәм Мишка ҡушаматлы эттәр менән саф һауала йөрөргә бик ярата. Улар балаларҙың күңеленә бигерәк тә хуш килә. Аҡыллы, зиһенле хаскиҙар ҙа кескәйҙәрҙе үҙ итә. Шулай уҡ ошо матур заттар менән төрлө фотосессиялар ойошторорға ла рөхсәт бирелә. Улар күңелдәрҙе генә асып ҡалмаясаҡ, ә фотоларҙы ла биҙә-йәсәк.
Хәрәкәттә—бәрәкәт тигән девиз менән йәшәгән Нәйлә эттәрҙе егеп уҙышыу менән дә шөғөл-ләнә. Әлеге ваҡытта «Сайран»да ла ошо спорт төрөн үҙ итеүселәр бар. Әүҙем рәүештә төрлө ярыштарға йөрөй улар. Быйыл май айында Октябрьск ҡалаһында үткән эттәрҙе егеп уҙышыу ярышында өсөнсө урын яулап та ҡайтҡандар.
Етеҙлек яратҡан һәм спортты үҙ иткән һәр кем дог-треккингыла (эттәр менән йәйәүле поход) ҡатнаша ала.
Әлеге мәлдә ял базаһында 7-14 йәшлек балалар өсөн төрлө тематик көндәр үткәрелә. Балалар рәхәтләнеп Нептун, Сәнғәт, Әкиәт көндәрендә ҡатнашып, тәмле төшкө аш һәм самауыр сәйе менән һыйланып, күңел аса. Байрам сараларын үткәреү өсөн дә ҡулай урын ул—«Сайран». Һөйгәнегеҙҙе шатландырғығыҙ килһә, уны бындағы матур тәбиғәт ҡосағына романтик киске ашҡа саҡыра алаһығыҙ. Кә-мәлә йөҙөү ҙә ялығыҙға бер йәм өҫтәр.
Нәйлә Ильяс ҡыҙы әйтеүе бу-йынса, уларға яҡын-тирәләге Баймаҡ, Ҡыҙыл, Магнитогорск ҡалаларынан ғына түгел, Калуга, Сорғот, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларҙан да ҡунаҡтар килеп ял итә. Бер көн хатта Италия ҡунаҡтары ла булып китә. Улар ысын ҡарҙы күреп ғәжәпләнә, тау шыуып ихлас шатлана, себер эттәренә һоҡлана.
«Сайран»дағы матурлыҡҡа хайран ҡалып, рәхәтләнеп күңел асырға теләүселәр өсөн базаның ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.
Нәркәс Алсынбаева.