Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
16 Апрель 2019, 16:00

Өҫтәлеңдә ҡалъялы бишмармаҡ, туҡмас булһын

Сибай ҡалаһында үткән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә ике проект ҡаралды. Уларҙың тәүгеһе «Монолит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән вибропрессовкалы төҙөлөш изделияһына ҡағылһа, икенсеһе аҙыҡ-түлеккә бәйле булған «МакарониЯ» йәмғиәте үҫешенә арналды. Йәмғиәттең атамаһына ҡарап, күҙ алдына күптән күнеккән макарон изделиялары килһә лә, был компанияның үҙенсәлеге бар. Улар башҡорт һәм татар аш-һыуының төп ризыҡтарының береһе булған бишбармаҡ һәм туҡмас ҡырҡыу менән булыша.

Сибай ҡалаһында үткән сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә ике проект ҡаралды. Уларҙың тәүгеһе «Монолит» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән вибропрессовкалы төҙөлөш изделияһына ҡағылһа, икенсеһе аҙыҡ-түлеккә бәйле булған «МакарониЯ» йәмғиәте үҫешенә арналды. Йәмғиәттең атамаһына ҡарап, күҙ алдына күптән күнеккән макарон изделиялары килһә лә, был компанияның үҙенсәлеге бар. Улар башҡорт һәм татар аш-һыуының төп ризыҡтарының береһе булған бишбармаҡ һәм туҡмас ҡырҡыу менән булыша.
Фирманың генераль директоры Рөстәм Дилмөхәмәтов әйтеүенсә, эшселәр ҡамыр ризыҡтарын юғары сортлы онға тик йомортҡа ҡушып баҫа. Күптәр бит һалмаларҙы ошо рәүешле түгел, ҡамыр тиҙерәк ҡатһын һәм ҡырҡылып һатыуға сығарылһын өсөн йомортҡа онтағына болғата. Бындай һалманың төҫө лә, тәме лә булмай, ҡайнап сыҡҡан һурпаға һалһаң, нисектер йәмһеҙ булып өҫкә ҡалҡып сыға. «МакарониЯ» йәмғиәте етәкселеге шундай күренеш булмаһын өсөн тырыша. Әйткәндәй, уларҙың бишбармаҡ, туҡмастарын һатып алыусылар, ризыҡтың сифатлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Рөстәм Ҡунаҡбай улы был изге эшкә 2013 йылда уҡ тотона. Хеҙмәт шарттары булмаһа ла улар ҡулдан һалма ҡырҡып, үҙ эштәрен булдырып маташа. Әммә аҡса әйләнешен көйләп ебәрә алмай аҙапланалар. 2013 йылда финанс ярҙамы һорап урындағы ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итәләр. Етәкселек ярҙамы менән алынған 300 мең һум субсидия эшҡыуарлыҡтарын урындарынан ҡуҙғатып ебәреүгә, йәғни 170 квадрат метр майҙанды тәшкил итәкән үҙ биналарын булдырыуға етә.
Былтыр компания кредитҡа сменаһына 200 килограмм һалма етештереү ҡеүәтенә эйә булған ҡорамалдар һатып алған. Күп тырышлыҡтар һалғандан һуң линия сафҡа ингән һәм әлеге көндә унда 5 кеше уңышлы эшләп тора.
«МакарониЯ» йәмғиәтендә ҡырҡылған бишбармаҡ һәм туҡмас Сибайҙың күп кенә сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыла. Шулай уҡ милли аш-һыуҙы ¤фө, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡы ла бик теләп һатып ала. Әлеге көндә компанияны «Байрам», «Пятерочка» магазиндары етәкселәре хеҙмәттәшлек итергә саҡырған.
Тик улар бер сменала етештергән 200 килограмм макарон изделиялары селтәрле магазиндар өсөн бик аҙ. Бының өсөн етештереү ҡеүәтен бер нисә тапҡырға арттырыу зарур. Шуға ла компания яңы ҡоролма –ҡамыр аштары етештереүсе автоматик линия һатып алырға иҫәп тота. Атап әйткәндә, гидротермик технологиялы киптереү ҡоролмаһы кәрәк. Был линия иһә сәғәтенә 200 килограмм әҙер продукция сығарыуға һәләтле. Әгәр ошо хылдары тормошҡа ашһа, уларҙың етештереү ҡеүәте 6 тапҡырға артасаҡ. Тик ҡоролманың хаҡы бик ҡиммәт—7 миллион һумдан ашыу тора.
--Махсус линияны һатып ала алһаҡ, беҙҙең йәмғиәт республикала ғына түгел, унан ситкә лә ризыҡ етештереп һатыуға сығарасаҡ. Билдәле, ассортимент та байыясаҡ, эш урындары ла артасаҡ. Шулай даныбыҙ таралып китһә, ҡалала макарон фабрикаһы төҙөү форсат тыуасаҡ,— ти Рөстәм Дилмөхәмәтов.
Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Р.Дилмөхәмәтовтың проекты менән ҡыҙыҡһынды һәм эксперттарға бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереп ебәреүгә тәғәйенләнгән махсус дәүләт программаларын барлап, шуларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген тыуҙырырға булышлыҡ итергә ҡушты.
Гөлдәр Ҡадаева. Людмила Ильязова фотоһы.
Читайте нас: