АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Март 2019, 16:44

ЭШЛЕ ИТКӘН—АШЛЫ ИТЕР

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында полуфабрикаттар етештереү буйынса цех асылырға тора тигән хәбәрҙе ишетеү менән беҙ шул тарафҡа юлландыҡ. «Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ» тигәндәй, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрергә ине иҫәп. Ауылдың бер осонда урынлашҡан совхоздың элекке гаражы бинаһында ҙур күләмле төҙөлөш-реконструкция эштәре йәйелдерелгән. Беҙҙе быйыл ғына ойошторолған «Һаҡмар» ауыл хужалығы ҡулланыусылар-эшкәртеү кооперативы рәйесе Мирза Нурислам улы Әбилев һәм эшселәр ҡаршы алды.

Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында полуфабрикаттар етештереү буйынса цех асылырға тора тигән хәбәрҙе ишетеү менән беҙ шул тарафҡа юлландыҡ. «Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреүең яҡшыраҡ» тигәндәй, барыһын да үҙ күҙебеҙ менән күрергә ине иҫәп. Ауылдың бер осонда урынлашҡан совхоздың элекке гаражы бинаһында ҙур күләмле төҙөлөш-реконструкция эштәре йәйелдерелгән. Беҙҙе быйыл ғына ойошторолған «Һаҡмар» ауыл хужалығы ҡулланыусылар-эшкәртеү кооперативы рәйесе Мирза Нурислам улы Әбилев һәм эшселәр ҡаршы алды.
Мирза Нурислам улы ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған кеше, 30 йыл тирәһе элекке «Баймаҡ» совхозында тракторсы булып эшләгән. 2015 йылда улар 5 кешенән, башлыса туғандарҙан торған шәхси ярҙамсы хужалыҡ ойоштороп ебәргән. Бер комбайн, «Т-4» тракторы, 3 «Беларус» һәм сәскестәр һатып алып, тәү-ҙә 100 гектар ерҙә сәсеп-урыу эштәрен атҡарһалар, бөгөнгө көнгә сәсеүлек ерҙәренең майҙаны 250 гектарға еткерелгән.
—Белеүегеҙсә, быйылдан «Башҡортостан Республикаһында агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау» программаһы старт алды. Беҙ ҙә күмәкләшеп һөйләшкәндән һуң ошо проектта ҡатнашырға булдыҡ. Райондың мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Руслан Дәүербәковҡа, юрист Елена Владимировнаға ҙур рәхмәт. Улар бизнес-план төҙөү һәм тейешле мәғлүмәт туплау буйынса ҙур ярҙам күрһәтте,—ти Мирза Нурислам улы.
Был һөйләшеүгә «Һаҡмар» кооперативы ағзаһы, инициатив төркөмдөң рәйесе Хәмзә Нурислам улы Әбилев ҡушылды.
—2007 йылда «Баймаҡ» совхозының «Комсомол» бүлексәһендә идарасы булып эшләгән осорҙа ошо проектты уйлап йөрөгәйнем. Килеп сыҡманы. Шул идеяны яйлап 2015 йылдан тормошҡа ашырып киләбеҙ. Был проекттың маҡсаты—ауыл кешеләренең үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатыуға сығарыуға ярҙам итеү. 2016 йылда ауылда 100-гә яҡын кешене йыйып йыйылыш үткәрҙек һәм 24 кешенән торған инициатив төркөм төҙөнөк. Шуның эсендә Сәйғәфәрҙән Мәргән Байсыуаҡовтың һәм Ҡараталдан Айбулат Юнысбаевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бар ине. Программаға ингәс, конкурстың 1-се этабын үтеп, 2-се этабына әҙерләндек, бизнес-план төҙөнөк. 2017 йылда Пензаға барып тәжрибә туплап ҡайттыҡ. Ниһайәт, уйлаған ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Бының өсөн ҡулай булған элекке МТМ гаражы бинаһын ремонтлай башланыҡ. Әле цехтың ике бүлмәһе тулыһынса әҙер. Санэпидемстанция талабы буйынса цехҡа ут үткәрҙек, ҡоҙоҡ ҡаҙҙыҡ, канализация торбалары һуҙҙыҡ. Утын менән яғылған универсал мейес урынлаштырҙыҡ. Цехта билмән, ҡаҙы, манты, кәтлит, голубцы, тефтель һәм аш бешереү өсөн ит йыйылмаһы етештереү өсөн Рәсәй Федерацияһының сертификатын алдыҡ. Киләсәктә эргә-тирә ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы үҙебеҙҙә етештерелгән ит ризыҡтары менән тәьмин итергә теләйбеҙ,—ти Хәмзә Нурислам улы.
Кооперативта эшләүсе ир-егеттәрҙең барыһы ла уңған, тырыш. Радик Әхмәҙулла улы Назаров—ауыл хужалығы тармағында ҙур тәжрибә туплаған эшсе. Ул шулай уҡ тәьмин итеүсе вазифаһын алып бара. Фәрит Садыҡ улы Юнысбаев—бухгалтер. Хужалыҡтағы бөтә иҫәп-хисап эштәре уның иңендә. Рөстәм Рамаҙан улы Мөхәмәтдинов мал һуйыу оҫтаһы. Бынан тыш, бөтә ремонт һәм хужалыҡ эштәрен эшселәр бергәләп атҡара. Кооператив рәйесе М.Н. Әбилевтың ҡатыны элегерәк эшселәргә аш бешерһә, хәҙер бинаны ремонтлауҙа, һылау-буяу эштәрендә ярҙамлаша.
«Һаҡмар» ауыл хужалығы ҡулланыусылар-эшкәртеү кооперативы рәйесе Мирза Нурислам улы Әбилев әйтеүенсә, йәйгеһен улар иҫке гараждың ингән урынына реконструкция үткәреп махсус мал һуйыу цехын булдырмаҡсы. Был ауылда күпләп мал тотоп йәшәүсе һәм даими рәүештә ит һатыусыларҙың йәшәйешен еңеләйтәсәк. Ошо көндәрҙә ярымфабрикаттар эшкәртеү цехына яңы ҡорамалдар килтерелгән. Эшселәр уларҙы урынлаштырыу менән мәшғүл ине. 300 килограмм ит һаҡлауға иҫәпләнгән һыуытҡыс, ит киҫә торған таҫмалы бысҡы, ит турағыс, фарш болғағыс, билмән эшләүсе аппарат, он иләгес, туңдырғыс, вакуумлы ҡаптар, эш өҫтәлдәре—быларҙың барыһы ла тиҙ арала эшкә ебәреләсәк. Киләсәктә Урал аръяғы төбәгендә урынлашҡан магазин кәштәләре ысын иттән етештерелгән Сәйғәфәр билмәндәре һәм кәтлиттәре менән тулыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Һүрәттә: «Һаҡмар» кооперативы ағзалары яңы ҡорамалдарҙы өйрәнеү менән мәшғүл.
Читайте нас: