Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
4 Март 2019, 14:58

Беләккә көс өҫтәй буҙа

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Гөлназ Азатова һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли ризығы—буҙа етештереү менән шөғөлләнә. —Һоло ярмаһы кеше организмын токсиндарҙан таҙарта. Былай ҙа ашаған ризығыбыҙ тәбиғи түгел, исмаһам, эскән шыйыҡсабыҙ файҙалы булһын, тип өләсәйемдән өйрәнгән рецепт буйынса буҙа ҡоя башланым, —ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы, йылмайып.—Был эсемлекте башҡорттар элек-электән яһаған.

Сибай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Гөлназ Азатова һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли ризығы—буҙа етештереү менән шөғөлләнә.
—Һоло ярмаһы кеше организмын токсиндарҙан таҙарта. Былай ҙа ашаған ризығыбыҙ тәбиғи түгел, исмаһам, эскән шыйыҡсабыҙ файҙалы булһын, тип өләсәйемдән өйрәнгән рецепт буйынса буҙа ҡоя башланым, —ти Гөлназ Фәнис ҡыҙы, йылмайып.—Был эсемлекте башҡорттар элек-электән яһаған. Башта уны ҡайнатыу мөмкинлеге булмаған осорҙа һоло ярмаһына эҫе һыу ҡойоп, төнәтеп, болғата-болғата эскәндәр. Уның туҡлыҡлы ла, файҙалы ла, һыуһынды ҡандырғанын яҡшы белгәндәр. Буҙа беләктәргә көс тә өҫтәй. Бер эсемлектән 3 файҙа күргәндәр. Заманалар үҙгәреп, һолоно ҡайнатыу мөмкинлеге тыуғас, буҙаны яһау ысулы ла ябайлаша.
Эсәк буйҙарын, ашҡаҙан, бауырҙы таҙартыусы буҙа хаҡында хәбәрҙар булған Гөлназ юғары уҡыу йортон тамамлағанда диплом эшен ошо темаға яҙа. Ул шулай оло тормошҡа әҙер бизнес-проект менән аяҡ баҫа. Ҡағыҙҙағы проектты тормошҡа ашырыуға күп ваҡыты китмәй ҡыҙҙың. Сибай егете Дим Азат улына кейәүгә сыҡҡас, ире менән икәүләшеп был эшкә тотоналар. Гөлназ Фәнис ҡыҙы быға хәтлем буҙаны нимә икәнен белмәгән ҡәйнә-ҡайныһын, уларҙың туған-тумасаларын, күрше-тирәһен буҙа эсергә өйрәтә. Хәҙер милли эсемлек уларҙың табындары түренән төшмәй. Ире, ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе тырыш ҡыҙҙың идеяларын хуплап ҡына тора. Элек буҙа әсетеү өсөн ҙур һауыттар булмағанлыҡтан, уны әҙләп кенә өй шарттарында етештерһәләр, былтыр Азатовтар 250 литр күләмле ике ҙур мискә һатып алып, буҙа етештереү цехы асҡан. Махсус цехтары «Эшлекле донъя» бизнес үҙәге биләмәһендә урынлашҡан.
—Һолоно башта ҡайнатабыҙ, бер аҙ һыуыһа, әсетке ҡойоп тәүлектән ашыу тотабыҙ. Шунан һөҙөп, пластик шешәләргә ҡоябыҙ. Был эштәр барыһы ла ҡул менән эшләнә. Электр уты ярҙамында эшләгән 250 литрлыҡ мискәләрҙе һатып алыуға ғына 500 меңдән ашыу аҡса түктек,—тип һөйләй шәхси эшҡыуар.–Хәҙер беҙҙең көн аша 150 литр буҙа етештереү мөмкинлегебеҙ бар. Аллаға шөкөр, эсемлек үтә, үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ бар. Форсаттан файҙаланып, яҡташтарыма организмды шлактарҙан таҙартыуҙың ябай ысулын әйтәм. Иртәнсәк йоҡонан торғас та ас ҡорһаҡҡа, төндә ятыр алдынан даими буҙа эсһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә һис зарланмаҫһығыҙ.
Азатовтар милли ризыҡты үҙебеҙҙең ҡалала ғына түгел, Өфө сауҙа селтәрҙәренә лә һатыуға сығара. Күптән түгел улар башҡаланың «Ферма» магазинында һолонан әҙерләнгән файҙалы эсемлекте тәмләп ҡарау сараһы уҙғарған. Эштән ҡурҡмаған дәртле йәштәр төрлө күргәҙмә, конкурстарҙан да ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: