Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Июнь 2018, 17:34

Ҡабарып бешә икмәктәре

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ашханаһы иртә яҙҙан һалҡын көҙгәсә эшселәрҙе тәмле аш-һыу, икмәк менән тәьмин итә. Ашхана мөдире Миңзәлә Ишалина әйтеүенсә, уңған ашнаҡсылар көнөнә ике тапҡыр йылы аш һәм сәй әҙерләп контейнерҙарға һалып ҡырҙағы ялан кухняларына оҙата. Боҫрап торған итле аш баҫыуҙарҙа ал-ял белмәй эшләүселәргә көс-ҡеүәт өҫтәй. Оҫта ашнаҡсылар икмәкте лә үҙҙәре бешерә.

Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ашханаһы иртә яҙҙан һалҡын көҙгәсә эшселәрҙе тәмле аш-һыу, икмәк менән тәьмин итә. Ашхана мөдире Миңзәлә Ишалина әйтеүенсә, уңған ашнаҡсылар көнөнә ике тапҡыр йылы аш һәм сәй әҙерләп контейнерҙарға һалып ҡырҙағы ялан кухняларына оҙата. Боҫрап торған итле аш баҫыуҙарҙа ал-ял белмәй эшләүселәргә көс-ҡеүәт өҫтәй. Оҫта ашнаҡсылар икмәкте лә үҙҙәре бешерә.
—Үҙебеҙҙең тирмәндә тартылған ондан көнөнә 140 икмәк бешерәбеҙ. Был хужалыҡ эшселәрен ашатыуға ла, һатыуға сығарыуға ла етә. Хуш еҫле ҡомалаҡ икмәген Бикеш, Ҡаратал, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары халҡы ла яратып ала. Баймаҡ һәм Өфө ҡалаларынан килеп алыусылар ҙа бар. Һалма йәйеү ҙә беҙҙең өсөн ят түгел,—ти икмәк бешереүселәр.
Ҡомалаҡ әсеткеһе менән бешерелгән Таулыҡай икмәге бик тәмле. Хужалыҡ эшсәндәренең ҙур бер ғаилә булып, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәүҙәренә ҡарап һоҡланырлыҡ. Ҡомалаҡты, башлыса, йәйләүҙә мал көтөүсе ир-егеттәр әҙерләүен белдек. Икмәк бешереүселәр әйтеүенсә, хаҡлы ялдағы ауылдаштары Мәҙинә һәм Әкрәм Туйсиндар ҙа йыл һайын ашханаға ҡомалаҡ йыйып тапшыра. Һуңынан был үҫемлекте тәжрибәле икмәк бешереүселәр Әнисә Рысмөхәмәтова менән Зәлифә Исхаҡова әсеткегә әйләндерә. Артабан улар ҡамырҙы ҡул менән баҫып, ҡалҡытып, формаларға һалып икмәк бешереп алалар. Икмәктәрҙең таҙа ауырлығы 1 килограмға тиклем барып етә. Хаҡы осһоҙ, ни бары 30 һум тора. Әйткәндәй, ҡала магазиндарында ауырлығы 500-600 грамдан үтмәгән буханканы 25-30 һум менән һаталар. Етмәһә, ул икмәктәр ҡомалаҡ менән түгел, тиҙ ҡабарта торған әсетке ҡушып бешерелә. Сағыштырып ҡараһаң, таулыҡайҙар етештергән ҡомалаҡ икмәге күпкә отошло һәм файҙалы килеп сыға түгелме? Урындағы эшҡыуарҙарға уйланырға урын бар.
Таулыҡай ауылы ашханаһына яңы бешкән икмәк һатып алырға килгән Фатима Исмәғилева ла ошо фекерҙә.
—Баймаҡта улыбыҙға өй һалабыҙ. Шуға күрә, көн дә эшселәргә ашхананан икмәкте йылылай килеш алырға тырышам. Тирмән ононан бешерелгән әпәкәйҙәр тәмле лә, туҡлыҡлы ла. Үҙебеҙҙең икмәк бешереүселәргә ҙур рәхмәт. Икмәктәре гел уңып бешһен, эштәре ырамлы булһын,—ти ул.
Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшселәренең йәшәйеше, көнитмеше көнләшерлек. Бөгөнгө көндә уларҙың үҙҙәренең игене, оно, икмәге һәм йыры бар. Шуныһы маҡтауға лайыҡ: улар был муллыҡты үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән булдырған.
Һүрәттә: Оҫта ҡуллы ашнаҡсылар һәм икмәк бешереүселәр: Миңзәлә Ишалина, Гөлиә Солтанова, Әнисә Рысмөхәмәтова һәм Зәлифә Исхаҡова.
Читайте нас: