Баймаҡ районы Һәмән ауылында йәшәүсе Әлфиә Һибәтуллина—балаҫ һуғыу оҫтаһы. Төрлө биҙәктәр төшөрөп, уларҙы сағыу ептәр менән бер-береһенә тоташтырып төндәр буйы ултырырға ла әҙер. Ул үҙенең ошо шөғөлөнән һис кенә лә ялҡмай һәм уны “биҙәкле сихри донъя” тип йөрөтә.
Әлфиә Фәиз ҡыҙы—Билал ауылы ҡыҙы, Һәмән ауылы килене. Ире Вәлит Һибәтуллин менән ике бала үҫтерәләр, улар мәктәптә уҡый. Һәр ауыл ғаиләһе кеүек мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп гөрләтеп йәшәй улар. Әлфиә, һөнәре буйынса парикмахер булараҡ, ауылда сәс ҡырҡыу, прическалар эшләү эшен дә алып бара. Тик бер төрлөлөк ялҡытып та китә бит, ул яңы шөғөлдәр үҙләштерергә ынтыла башай. Шул мәлдә өләсәһе Раузаның көрөҫөнә (балаҫ һуғыу станогы) күҙе төшә һәм унда балаҫ һуғыу теләге уяна. Тырышҡан—теләгенә ирешкән, тигәндәй был тәңгәлдә эшләүсе оҫталарҙы эҙләй башлай һәм Ҡолсора ауылына барып, Рауза инәй Ғафаровала оҫталыҡ дәресе ала.
--Рауза инәйгә рәхмәтлемен, енәһенән ебенә тиклем тәфсирләп аңлатты. Төрлө ептәрҙе оҙатыу, көрөҫ аша үткәреү ҙур тырышлыҡ, сабырлыҡ талап итә икәнен аңланым,--ти Әлфиә Фәиз ҡыҙы.
Бының менән генә туҡталмай оҫта ҡуллы ханым. Тағы ла матурыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ аҫалы балаҫ эшләү уйы менән Әбйәлил районы Амангилде ауылы оҫтаһы Салиха Ғәлимоваға бара. Бында ул биҙәктәр һалырға өйрәнеп ала. Ҡатынының балаҫ һуғыу эшенә мөкиббән булыуын күреп, Вәлит ағай уға Әбйәлилдән станок һатып алып бирә.
--Заказдар килеп тора, өйрәнергә теләүселәр ҙә бихисап. Интернет заманы булғас, рәхәт. Социаль селтәрҙәр аша өйрәтеп тә ебәрәм, үҙемә яңы биҙәктәр ҙә табам. Бынан тыш, ырғаҡ менән бәйләйем. Күнегеп тә бөттөм, көндәлек эш кеүек күрәм. Ҙур балаҫты һуғыу өсөн ике ай ваҡыт кәрәк. Ялҡытмай, киреһенсә, дәртләнеп эшләйем, донъя мәшәҡәттәренән, ауыр уйҙарҙан арынам. Биҙәк артынан биҙәк эшләп, сихри бер донъяға барып сумам. Онотолоп китәм, шөғөлөмдән ләззәт алам,--ти оҫта ҡуллы замандашыбыҙ.
Әлфиә Һибәтуллинаның станок артына ултырыуына 4 йыл да булған. Ошо осорҙа бихисап балаҫтар һуҡҡан ул. Ҙур тырышлыҡ, түҙемлелек, фантазия талап иткән эше менән милләтебеҙҙең боронғо кәсебен тергеҙгән яҡташыбыҙға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Ҡулдарығыҙ талмаһын, тип теләргә генә ҡала.
Резеда Усманова.