Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
13 Март , 08:35

Сәнғәткә ғашиҡ йән

Сибай концерт-театр берекмәһе хеҙмәткәре Гөлсимә Мөхәмәтдинованы мәҙәниәт усағында тәү күргәс тә бейеүсе тип уйланым. Зәңгәр күҙле, оҙон сәсле, зифа буйлы һылыуҡай, ысынлап та, сәхнә өсөн генә яратылған шул. Әммә ул артистар яғына түгел, икенсе яҡҡа боролғас, аптыраңҡырап ҡуйҙым. Баҡтиһәң, ул бухгалтер икән!

Сәнғәткә ғашиҡ йән
Сәнғәткә ғашиҡ йән

-Бәләкәй саҡтан бейеүгә ғашиҡмын. Башланғыс класта уҡығанда шәхсән миңә генә һалынған 3 бейеүем булды. Беҙ ғаиләлә өс ҡыҙ-апайым Наҙгөл, һеңлем Гөлфирә өсөбөҙ бергә лә бейей торғайныҡ,--тип хәтирәләргә бирелде Йылайыр районының Матрай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ.-Мин 4-се класта уҡығанда ғаиләбеҙ менән Сибайға күстек. Атайымды сәнғәт кешеһе булараҡ, Урал аръяғының мәҙәни үҙәге булған ҡалаға эшкә саҡыртып алдылар.

Гөлсимәне ата-әсәһе гимназияның башҡорт класына уҡырға бирә. Яңы ерҙә класташтары, уҡытыусылар менән тиҙ уртаҡ тел таба ҡыҙ. Мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт тормошта әүҙем ҡатнаша, бейеүен ташламай. Сәнғәткә үлеп ғашиҡ булһа ла киләсәген уйлап, был юлдан тайпыла һәм мәктәпте миҙалға тамамлаусы Гөлсимә БДУ-ның Сибай институтының иҡтисад факультетына уҡырға бара. Бында ул ғүмерлек йәре—ире, Әбйәлил районының Ишҡол ауылы егете Дим Мөхәмәтдиновты осрата. Йәштәр 5 йыл буйы бер төркөмдә уҡый. Дим уҡыу йортоноң алдынғы саңғысыһы булһа, Гөлсимә КВН-да ҡатнаша, мәҙәни саралар уртаһында ҡайнай. Һуңғы курста институтта иҡтисадсы булып эшләргә лә өлгөрә. Ҡулына диплом алғанда Сибай филармонияһында эшләгән әхирәте декрет ялына сығасағын белдереп, үҙенең урынына эшкә барырға өндәй. Шулай итеп, Гөлсимә Нурғәле ҡыҙы филармонияға барып эләгә. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ папкаларҙағы документтар, һандар доъяһына баш-көллө сума ҡыҙ. Эшен яратып башҡара, хәҙер инде 15 йыл ошо хеҙмәтенә тоғро. Сибай концерт-театр берекмәһе 30-сы юбилей ижад миҙгелен асҡанда Гөлсимә Мөхәмәтдинова оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

Эшендә уңған хеҙмәткәр ғаиләһендә иренә һөйөклө ҡатын, балаларына ғәзиз әсәй, иҫ киткес шәп уңған хужабикә лә. Ул бешергән торттар, бәлештәр шул тиклем тәмле.

-Аш-һыуға оҫталыҡҡа, ҡатын-ҡыҙ башҡара белергә тейешле бөтә һөнәрҙәргә өс ҡыҙын да әсәйем Альмира Әмир ҡыҙы Кейекбирҙина өйрәтте. Ҡәҙерлебеҙ Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында балаларҙы технология фәненән уҡытты. Әле апайым Себерҙә, һеңлем Өфөлә йәшәһә лә беҙ бер көндө бер төрлө ризыҡ бешереп ғаиләләребеҙҙе һыйлаған осраҡтар була,--тип йылмая Гөлсимә Нурғәле ҡыҙы, тормош һабаҡтары биргән әсәһенә рәхмәттәр әйтеп.

Баш балаһы Даниярҙы табып, декрет ялында ултырғанда Гөлсимә торттар бешеп һатыу менән мауыға. Был шөғөлгә биш йылдан ашыу ғүмерен бағышлай.

-Башта ябай ғына торт бешерһәм, һуңынан туйҙарға ҡатлы-ҡатлыларын эшләргә өйрәндем. Ул ваҡытта барыһын да—кремды, биҙәү эштәрен дә үҙем яһай инем. Төндәр буйы торт биҙәп сыҡҡан мәлдәрем булды. Хәҙер генә ул махсус магазиндарҙа торт бешереү өсөн бөтә нәмә әҙер килеш һатыла,--тип һөйләй уңған ҡатын-ҡыҙ.

Төп эшенә сыҡҡас был шөғөлөн яйлап туҡтата.

Бынан 8 йыл элек ҡыҙы Эмилияға ғүмер бирә. Сабыйын бағып өйҙә ултырғанда ла үҙенә ял бирмәй: тырнаҡ эшләү һөнәрен үҙләштерә. Махсус уҡып, лицензия алып, ҡатын-ҡыҙҙарға маникюр яһау менән булыша.

Хәҙер инде улы ла, ҡыҙы ла ҙур үҫкән. Футбол менән етди шөғөлләнгән Даниярға 11 йәш. Ул Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында 5-се, бейеүгә йөрөгән ҡыҙы Эмилия шул белем усағында 1-се класта уҡый.

-Иптәшем һөнәре буйынса иҡтисадсы булһа ла ул хәрби кеше. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөй,--ти Гөлсимә Нурғәле ҡыҙы көрһөнөп.-Былтыр августа иремде оҙатҡас, күңелемде бушлыҡ ялмап алды. Уны тултырыр өсөн дөрөҫ туҡланыу, башҡа төрлө марафондарға яҙылдым. Сибай филармонияһы янында эшләп килгән “Ынйыҡай” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең өлкәндәр төркөмөнә йөрөй башланым. Шулай итеп, тағы бейеүгә әйләнеп ҡайттым. Һуңғы өс концертта сығыш яһаныҡ. Сәхнә һағындырған. Өҫтәмә шөғөлдәрем, мауығыуҙарым иһә, тормошта бик кәрәкле. Ғаиләмде, яҡындарымды тәмле-татлы бешереп һыйлайым. Мәҙәниәт усағында кеше араһында эшләгәс, етмәһә, сәхнәгә лә сыҡҡас, тырнаҡтар ҡараулы булырға тейеш. Филармониялағы фортепиано, роялдәрҙә уйнарға өйрәнгем килә. Музыка донъяһы бит шул тиклем мауыҡтырғыс, ул үҙенә ылыҡтыра, ымһындыра...

Гөлсимә Нурғәле ҡыҙы мәҙәниәт усағында эшләүенә ҡыуана. Төп һөнәре буйынса ла эше бара, сәнғәткә, мәҙәниәткә булған һөйөүе лә ҡәнәғәтләндерелә. Филармония, артистар тормошоноң бөтә нескәлектәрен яҡшы белә, аңлай ул хәҙер. Ҡалалағы иң матур, мөһәбәт бинала эшләүенә лә һөйөнә ул.

Алдына алғанды тормошҡа ашырырға өйрәнгән, ижади фекерләгән, “мин рәссәм, мин шулай күрәм”, тигән кеүек, үҙ тормошон үҙе сағыулатҡан, үҙенсәлекле, зауыҡлы, күңелле иткән Гөлсимә Нурғәле ҡыҙының энергияһы ташып-урғылып тора. Һуңғы 5 йылда машинанан төшмәй йөрөүен дә әйтеп үтәйек. Ялдарҙа Әбйәлил районының Ишҡол ауылында йәшәгән ҡәйнәһенең хәлен белергә балаларын алып бара, эштәрен эшләп ҡайта. Шулай уҡ Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәгән өләсәһе Әминә Хөснулла ҡыҙы Лоҡмановаға ла юлы йыш төшә.

Гөлдәр Ҡадаева.

Сәнғәткә ғашиҡ йән
Сәнғәткә ғашиҡ йән
Сәнғәткә ғашиҡ йән
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: