Беренсе-һабаҡтар әҙерләү. Сәскәне тура мөйөштә(под прямым углом) ҡырҡып, һабаҡтың өҫкө өлөшөн генә 3-5 бөрөһөн һәм бер нисә япраҡлы итеп ҡалдырабыҙ. Түбәнге киҫелеште ҡыяға әйләндерегеҙ.
Бал, алоэ һәм көл ҡушып, һуңынан 120 мл бүлмә температураһындағы һыуҙы өҫтәгеҙ. Һабаҡтарҙы туҡлыҡлы ҡатнашмаға ярты көнгә төшөрөгөҙ.
Ваҡыт үтеү менән стимулятор эретмәһенән үҫентеләрҙе алып, тупраҡҡа күсереп ултыртығыҙ.
Ултыртылған үҫентеләрҙе, улар ҡоромаһын өсөн, ҡапларға кәрәк. Пластик шешәлә, үтә күренмәле полиэтилен пакетта ярай. Үҫемлек кәрәкле кислород дозаһын алһын өсөн, пакетты бер аҙ асып тороғоҙ, йылы урында ултырхын.
Кәрәк булғанда артыҡ ҡоро тупраҡты дымландырырға кәрәклеген онотмағыҙ. Ҡасан тамыры үҫеп сыға? Барыһыла үҫемлектең ултыртыу алдынан температураһына һәм торошона бәйле, әммә уртаса тамыр йәйеүгә 40-45 көн китә.
Розочка тамыр йәйгәс, уны баҡсаға ултыртырға сәскә атырға, йәки тәҙрә төбөндә үҫтерергә.
Өй шарттарында букеттан роза үҫтереү бик ауыр түгел. Күңелле һәм бөтөнләй мәшәҡәтле шөғөл баҡсағыҙҙа йәки тәҙрә төбөндә тағы бер гүзәл сәскә барлыҡҡа килеүен гарантиялай.
Интернет селтәренән.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан