Нәжип Рәүеф улы 1959 йылда Суртан-Үҙәк ауылында тыуған. Бала сағында Һултантимерҙә йәшәгәндәр, унан инде уҡыу өҫтө тип ғаиләһе Юлдыбайға күсеп килә. Һөнәре буйынса төҙөүсе. Оҙаҡ йылдар Когалым тарафтарында ЛУКОЙЛ-дың төҙөлөш объекттарында эшләгән. Бай ойошманың төҙөлөш эштәре гөрләп бара, эш хаҡында ваҡытында түләйҙәр. Тик бер мәлдә Нәжип Рәүеф улының бригадаһы бәләгә тарый: юл фажиғәһенә эләгә. Унда яҡташыбыҙ ауыр йәрәхәтләнә—биле һына. Оҙаҡ ваҡыт дауаханала ятырға тура килә уға. Үҙе эшләгән предприятиеның генераль директоры Рәлиф Сафин (билдәле йырсы Алһыуҙың атаһы) уға палатаға хәл белешергә ингәнендә костюм-салбар алып килеп, ошо кейемдәрҙе кейеп, тыуған яғыбыҙ—Башҡортостанға үҙ аяғыңда ҡайтып китәсәкһең, тип өмөтләндерә. Ысынлап та, дауаланыу һөҙөмтәле була, бик оҙаҡ ваҡыттан ул аяҡҡа баҫа һәм Юлдыбайға ҡайта. Әммә яратҡан эшен—төҙөлөшкә ҡапыл ғына тотоноп китә алмай, йәрәхәттәре уңалғансы ҡул эштәре менән булышыуҙы ҡуйып тора. Аҡса эшләй алмағас, һаулығы ла булмағас, ҡатыны уны ҡалдырып китә. Әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй, яңғыҙы донъя көтә, сәләмәтлеге торошо яҡшырғас, ауылдаштарына төҙөлөш эштәрендә ярҙам күрһәтә. Беҙ барғанда ла Нәжип Рәүеф улы ике ҡатлы йорттоң эсен төҙөү менән булыша ине. Атап әйткәндә, йорттоң икенсе ҡатына баҫҡыс күтәрә ине. Унан инде йылы иҙән эшләргә тотонасағын белдерҙе.
-Ҡул эштәре оҫтаһы тип килештереп ебәргән хужалар. Ауылда ни һәр ир-егеттең ҡулынан килә бындай ғына эштәр. Бала саҡтан күреп, өлкәндәргә ярҙам итеп үҫкәс, ағас, төҙөлөш эше миңә бик еңел бирелә. Шулай ҙа остаздарым Әхмәт, Вәлит Аҡҡужиндарҙан күп нәмәгә өйрәндем,--тип һөйләй Нәжип Рәүеф улы.-Бәләкәй генә оҫтаханам да бар, ағас эшкәртеүсе станоктар алып, заказ буйынса эшләйем. Йорт төҙөлөшөндә кәрәкле иретеп йәбештереү, башҡа һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерәм. Заман менән бергә атларға, үҫешергә тырышам.
Нәжип Ғәзизов Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында өй һалған улы Иреккә ярҙам итә. Һөнәре буйынса улы медицина хеҙмәткәре. Ҡатыны менән Надир исемле ул һәм Ленара исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Шундай оҫталары менән дан тота Юлдыбай.