Бөгөн һәр төбәктә ағинәйҙәр онотола барған кәсептәрҙе тергеҙеү, традицияларҙы һаҡлау йүнәлешендә әүҙем эш алып бара. Һәр райондың үҙ шөғөлө: ҡайҙалыр селтәр эшләйҙәр, ҡайҙалыр буй балаҫ һуғалар, кемдер ситек тегә һ.б. Ә бына йылайырҙар турпыша эшләү менән мәшғүл. Турпыша—ул иҫке сепрәктәрҙе тағатып, ҡырҡып, һүтеп, сиратып уларға яңы «ғүмер» биреү. Турпышаны элек башлыса урындыҡҡа, ат санаһына түшәгәндәр. Хәҙер иҙәнгә лә йәйеп һалалар.
Турпыша эшләүҙе пропагандалау йәһәтенән Йылайыр районы ағинәйҙәре өсөнсө йыл рәттән фестиваль ойоштора. Тәүге йылда сараға Бөрйән, Хәйбулла районы ағинәйҙәре саҡырылған, улар алдында оҫталыҡ дәресе үткәрелгән.
—Тәүге йылда станок төҙөлөшөн һөйләнек, уның аша епте нисек оҙатырға, нисек һуғырға өйрәткәйнек. Икенсе йыл инде оҫталыҡ дәресе алыусыларҙың эш һөҙөмтәләрен ҡараныҡ, хаталар өҫтөндә эшләнек. Быйылғы сараны иһә республика кимәленә сығарырға тырыштыҡ, тик буран булыу сәбәпле, күптәр килә алманы. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан балаҫ һуғыу оҫталары, Алғаҙы, Әбделкәрим ауылынан, Хәйбулла районының яҡын ятҡан ауылдарынан килделәр. Быйылғы сарабыҙ «Быуаттарҙы ялғай балаҫ ебе» тип аталды. Юҡҡа ғына был исем бирелмәне. Сараға бик ентекле әҙерләндек. Байғужа ауылында йәшәүсе Зилә Солтановаға райондың һәр ауылынан мәғлүмәт йыйырға ҡушҡайныҡ. Ысынлап та, электән әсәй-өләсәйҙәребеҙ турпышаһын да, балаҫын да һуҡҡан, башҡаһын да эшләгән. Бик бай мәғлүмәт тупланды, шәп күргәҙмә килеп сыҡты. 1948 йылғы турпыша булды, кәзә ҡылынан єшләнгән балаҫ, мамыҡтан һуғылған турпыша, етендән һуғылған ашъяулыҡ күҙҙең яуын алды. Ҡомартҡылар бик күп кенә икән. Артабан да был тәңгәлдә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Сидер ауылынан Таһировтар династияһы (киленле-апһынлы, киленле-бейемле ҡатын-ҡыҙҙар) турпыша һуғыу оҫтаһы булып сыҡты. Люциә Таһирова етәкселегендәге "Гәүһәркүл" фольклор ансамбле ағзалары «Бирнә турпышаһы» тигән йоланы күрһәтте. Йылайырҙан Миңһылыу Мырҙағәлина 40-лаған турпыша һуҡҡан, Байғужанан Мәүрә Бикбова 15-ләп ҡомартҡы һаҡлаған. Ғөмүмән, 70 -тән ашыу кешене йәлеп иткән сара бик ҡыҙыҡлы үтте, мауыҡтырғыс булды,—ти Йылайыр районы ағинәйҙәре ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының "Шәфәҡ" ойошмаһы ағинәйҙәре , шулай уҡ ошо ауылдан балаҫ һуғыу оҫтаһы Баязитов Юлай Фәтхитдин улы сарала ҡатнашты. Оҫталыҡ бәйгеһендә тап ул һуҡҡан балаҫтарҙы күрһәттеләр. Ағинәйҙәр иһә туланан теккән сарыҡтарынан күргәҙмә яһаны.
Фестиваль-конкурста турпыша һуғыу оҫталарынан Абдуллина Сәлимә Фәттәх ҡыҙына Гран-при бирелде. 1-се урынға Рабиға Таһирова, 2-се урынға Мәғәзирә Иҫәндәүләтова, 3-сө урынға Маһинур Такалова сыҡты.
Балаҫ һуғыуҙа Фирҙәүс Мостафина, Юлай Баязитов, Зөлфирә Сыңғыҙова тәүге өс урынды бүлеште.
Аҫалы балаҫ һуғыу оҫталары булып Әнисә Алсынова, Мәүрә Бикбова, Ғәбиҙә Ҡунысбаева танылды.
Билбау һуғыу эшендә Хәфизә Амантаева, Рәхимә Моратова, Фәниә Такаловаға етеүсе булманы.
Билгә таҡмалы йәтеш станокта Гүзәл Ғәлиәкбәрова, Гөлсимә Солтанова, Гөлъямал Ғәлиәкбәрова бик оҫта эшләй.
Махсус таҡталарҙа Дания Айытҡолова, Альмира Солтанова, Алһыу Ҡоҙашева, Асия Аҡҡусҡарова исемле ҡыҙҙар оҫта балаҫ һуғырға өйрәнгән.
Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Миләүшә Моратова әйтеүенсә, турпыша һуғыу Йылайыр районында «модаға» ингән. Юлдыбай ағинәйҙәрендә генә 10-лаған станок бар. Башҡа ауылдарҙа ла 3-4 станок иҫәпләнә. Барыһы ла Сибайҙа йәшәүсе оҫта Әнүәр Игебаевтан станок һатып ала. Заман башҡа—заң башҡа тигәндәй, станоктың заманса, йәғни күсереп йөрөтмәле йәтештәре лә бар икән. Уны Бөрө яҡтарынан Олег Шепелькевич исемле оҫтанан алалар. Мәктәптә уҡыусы ҡыҙҙар иһә махсус йәтеш таҡталарҙа өйрәнә. Әлегә улар билбау һуға.
Тимәк, киләсәктә әсәй-өләсәйҙәрҙән ҡалған кәсеп юғалмаясаҡ. Бының өсөн беҙ ағинәйҙәргә оло рәхмәтлебеҙ!