Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
17 Февраль 2023, 08:10

Иҫке Сибай уңғандары сергетыш тегә

«Айыҡ ауыл» республика конккрсында ҡатнашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында республика кимәлендә үтәсәк «Урал иле», «Этно ауыл» саралары сиктәрендә «Сергетыш тегеү» буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.Нимә ул сергетыш?

Иҫке Сибай уңғандары сергетыш тегә
Иҫке Сибай уңғандары сергетыш тегә

 

Һәр төбәктә уны эшләмәүҙәре лә ихтимал. Мәғлүмәтте энцикло­педияларҙан, һүҙлектәрҙән ҡарап, асыҡлыҡ индереп китәйек. «Серге» һүҙе башҡорт телендә түбәндәгесә аңлатыла.: Серге - чепрак, подкладываемый между седлом и потником. Был эштәрҙе беҙ 2 йыл элек үк башланыҡ. Иҫке Сибайҙа үткән йыйындар, ат ярыштарында йыш күргәҙмә менән сығабыҙ, бүләк тә итәбеҙ. "ИРӘНДЕК " башҡорт тоҡомло аттарҙы тергеҙеү Фонды музейында булдыҡ. Ата - бабаларыбыҙҙан ҡалған ҡомартҡыларға, рухи байлығыбыҙға иғтибар итергә кәрәклеген һәр саҡ иҫтә тотабыҙ. Маҡсатҡа ынтылып, үҫеп килгән быуынға еткереү бурысын үтәйбеҙ.
👍Мәғлүмәт һәм фотолар Гөлшат Тулыбаева диуарынан.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: