АТАЙСАЛ
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
27 Ғинуар 2023, 13:25

БАШҠОРТ СӘЙ ГЕНӘ ЭСМӘЙ...

"Башҡорт сәй эсә, башҡорт сәй эсә..." Был йырҙы белмәгән кеше юҡ инде, һәр кем сәй эсер алдынан һамаҡлап та алалыр. Эйе, беҙҙең халыҡ майлап, баллап сәй эсергә ярата инде ул. Әммә сәйҙән тыш та әллә күпме эсемлегебеҙ бар. Улар араһында ҡайһы берәүҙәре нәҡ беҙҙең милләткә генә хас. Бөгөн Юлдыбай ауыдында үткән "Милли эсемлектәр" байрамында күҙ ҡамашты... Ниндәй генә төрлө эсемлек юҡ!

БАШҠОРТ СӘЙ ГЕНӘ ЭСМӘЙ...
БАШҠОРТ СӘЙ ГЕНӘ ЭСМӘЙ...

Ҡымыҙ, буҙа, айран, ҡоротло һурпа, төрлө үләндәрҙән эшләнгән сәйҙәр, компот, һут, ҡайын һыуы, кеҫәл, квас.... Тағы әллә күпме. Иҫ китмәле бай өҫтәлдәргә ҡарап, ысынлап та, күҙҙәр ҡамашты.

Билдәле булыуынса, Юлдыбай ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Шуға ла милли эсемлектәргә халыҡты йәлеп итеү маҡсатында ошондай бай күргәҙмәле сара ойошторҙо. Бында райондың бөтә ауыл биләмәләре ҡатнашты. Милли эсемлектәрҙе тәмләп ҡарарға ла, һатып алырға ла мөмкин ине. Халыҡ шау-гөр килде: тәмләнеләр, һатып алдылар, рецептар яҙыр алдылар.

Бына бит үҙебеҙҙең бынамын тигән шифалы, дауалы эсемлектәр бар! Шул сағында нимәгә беҙгә шайтан һыуы?! Шулаймы? Айыҡһын ауылдар, айыҡһын милләт! Йәшәһен ауылдар, йәшәһен ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ!

Автор:Резеда Валиева