АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
10 Ғинуар 2023, 19:05

БАРЫ ТИК МАТУРЛЫҠ ӨСӨН

Матурлык өсөн үҫтерәм.  Емештәре бик күп була, туҡтауһыҙ сәскә ата, тик емештәре ашарға яраҡлы түгел,--ти оҫта хужабикә.

БАРЫ ТИК МАТУРЛЫҠ ӨСӨН
БАРЫ ТИК МАТУРЛЫҠ ӨСӨН

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Сәғирә Ғәбитованың өйөндә һәр төрлө экзотик емеш үҫә: гранат, әфлисун, лимон, арбуз һ.б. Ҡайһы берәүҙәрен матурлыҡ өсөн дә үҫтерә. Мәҫәлән, Иерусалим сейәһен.

— Ҡыш тәбиғәт менән ныҡлы идара итә башланы. Ҡаты һыуыҡтар тора. -38-40 градусҡа еткән һыуыҡтар.
Мин ныҡ яратып үҫтергән ҡыҙыл емешле ағастарымдың артыҡ емештәрен йыйып алырға булдым.
Был экзотик ағастарҙың исеме бик күп. Инглиз телле илдәрҙә уны Иерусалим сейәһе, башҡа яҡтарҙа Ҡышҡы сейә, Соланум тип атайҙар. Үҫтереүе бик еңел, күп йыллыҡ, бер ауырлыҡ һалмай.
Матурлык өсөн үҫтерәм. Улар мин дә күп һауытта үҫә. Емештәре бик күп була, туҡтауһыҙ сәскә ата, тик емештәре ашарға яраҡлы түгел. 🧿--тип яҙа социаль селтәрҙә оҫта ҡуллы Сәғирә Ғәбитова.

Автор:Резеда Валиева