Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
6 Ғинуар 2023, 11:10

ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ МЕЙЕСТӘ

Алһыу һәм Зөфәр Моратовтарҙың мейес сығарыу менән булышыуына 20 йыллап ваҡыт үткән. Барыһы ла көтөлмәгәндә килеп сыға. Бер ваҡыт, нәҡ шул ике тиҫтә йыл элек, улар мейесен боҙа, әммә яңыһын эшләргә мейессе таба алмай. Балалар бәләкәй, көҙгө һыуыҡтар етеп килә... Ни эшләргә? Мейесһеҙ нисек көн күрмәк кәрәк һуң? Үҙҙәре тәүәккәлләй һәм ярайһы уҡ матур мейес килеп сыға. Ауылда «йүкә телефоны» шәп эшләй: тиҙ арала Моратовтарҙың шәп шөғөлө хаҡындағы хәбәр тарала, хатта дандары күрше ауылдарҙы урап сыға.

ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ МЕЙЕСТӘ
ӨЙҘӨҢ ЙӘМЕ МЕЙЕСТӘ

Мейес сығарыу ҙа үҙенә күрә бер ижад ул. Кирбестәрҙе матур итеп кенә түгел, дөрөҫ теҙеү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Ундайҙарҙы аҙым һайын осратыу мөмкин дә түгел. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылына юл төшкәндә беҙ мейесселәр менән таныштыҡ.

Алһыу һәм Зөфәр Моратовтарҙың мейес сығарыу менән булышыуына 20 йыллап ваҡыт үткән. Барыһы ла көтөлмәгәндә килеп сыға. Бер ваҡыт, нәҡ шул ике тиҫтә йыл элек, улар мейесен боҙа, әммә яңыһын эшләргә мейессе таба алмай. Балалар бәләкәй, көҙгө һыуыҡтар етеп килә... Ни эшләргә? Мейесһеҙ нисек көн күрмәк кәрәк һуң? Үҙҙәре тәүәккәлләй һәм ярайһы уҡ матур мейес килеп сыға. Ауылда «йүкә телефоны» шәп эшләй: тиҙ арала Моратовтарҙың шәп шөғөлө хаҡындағы хәбәр тарала, хатта дандары күрше ауылдарҙы урап сыға. Шулай итеп, көтмәгәндә, уйламағанда Моратовтар кәсепле лә, килемле лә булып китә.
—Ошо 20 йыл эсендә күп ауылдарҙа булдыҡ. Күрше ауылдарҙы әйтәһе лә түгел, Йәнйегет ауылында, Сибай ҡалаһының Арҡайым, Сармат ҡасабаларында булдыҡ. Яңыраҡ Йылайыр районының юҡҡа сығып, кире тергеҙелә башлаған Аралбай ауылында мейес сығарып ҡайттыҡ,—ти Моратовтар.
«Һеҙ юҡтан мейессе булып китмәгәнһегеҙҙер ул? Моғайын да, ата-әсәйегеҙ мейес сығарғандыр?»—тигән һорауыбыҙға, тәүге яулап «юҡ» ине. Аҙаҡ һөйләшеп ултырғанда Зөфәр Шәһибал улының ҡартатаһы Динислам Моратовтың кирбес һуғыуын иҫкә төшөрҙөләр. Әбделкәрим ауылынан йыраҡ түгел ерҙә ҡасандыр кирбес һуҡҡандар икән. Баҡтиһәң, бында балсыҡ бик сифатлы. Моратовтар әле лә ошо ерҙән балсыҡ ала, хатта заказ бар ергә үҙҙәре менән алып йөрөй икән.
—Эштең сифаты балсыҡҡа ла, кирбескә лә, оҫтаға ла бәйле. Шөкөр, ошоғаса зарланыусы булманы. Мейестәребеҙ яҡшы тора, йылы һаҡлай. Заказ биреүсенең теләген иҫәпкә алабыҙ. Кемгәлер «бер ауыҙлы», кемгәлер «ике ауыҙлы» кәрәк, ҡаҙан ҡуйырлығын һәм башҡаһын эшләйбеҙ. Түңәрәк формалаһын ғына эшләгән юҡ. Ғәҙәттә, оҙаҡҡа һуҙмайбыҙ, иртә менән тотонһаҡ кискә бөтәбеҙ. Йәғни бер көндә—бер мейес,—ти оҫталар.
Хужабикә Алһыу Зиннур ҡыҙының өләсәһе Мөғлифә инәй ҙә ҡасандыр мейес сығарған. «Эргәһендә йөрөргә, мейесте нисек сығарғанын өйрәнергә яҙманы»,—тиһә лә нисектер оҫталыҡ нәҫелдән бирелгән бит. Шулай булмаһа, нисә йыл дауамында һауынсы булып эшләгән Алһыу апай тота килеп мейес сығарыуға керешеп китмәҫ ине. Бәлки, ҡан хәтере тигәндәре шулдыр?!
Беҙ Моратовтар менән таныша барған көндө оҫталарға күршеләре Нәзирә апай килеп инде. Ул бынан 20 йыл элек Моратовтарҙан мейес сығартҡан булған икән.
—Өйөбөҙҙөң йәме инде ул мейес. Йылы тота. Маҡтауҙан башҡа һүҙ әйтә алмайым. Алһыу менән Зөфәр мейес кенә сығармай, өй штукатурлау менән дә булыша, күптәргә ярҙамдары тейҙе,—ти күршеләре.
Ауылда үҙ кәсептәрен булдырып, шунан килем алып, тырышып йәшәүсе Моратовтар өс балаға ғүмер биреп, уларҙы матур тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙы үҫтергәндә лә ошо шөғөлдәренән килгән аҡса ярап ҡалған. Әле уларҙың өсәүһе лә ғаиләле, ата-әсәләренә 5 ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр.
Заман үҙгәрә, йорттарға газ үтә... Шулай ҙа усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып, унда милли аш-һыу әҙерләүсе халыҡ тиҙ генә мейестән баш тартмаҫ әле. Бәлки, Моратовтарҙың ейән-ейәнсәрҙәре был шөғөлдө үҙ итер, оҫта мейесселәр данын үҙ иңендә күтәрер.
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева