Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
5 Декабрь 2022, 11:05

ҮҘЕ—ИХЛАС, ҠУЛЫ—ОҪТА

Ишек алдында беҙҙе матур-матур ҡул эштәре көтә ине. Өй нигеҙе янында бәләкәй генә «мәсет» ултыра. Уны мәсет макеты тип тә әйтергә була, ә, бәлки, балаларҙың ҡурсағы өсөн өй итергә мөмкиндер. Унан ҡоҙоҡ беҙҙе йәлеп итте. Һыу шлангы ер өҫтөндә һуҙылып та ятмай, йә ҡайҙалыр элеүле лә тормай, ә мискәнән килеп сыға. Әйтерһең дә, мискәнән һыу аға...

ҮҘЕ—ИХЛАС, ҠУЛЫ—ОҪТА
ҮҘЕ—ИХЛАС, ҠУЛЫ—ОҪТА

Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылына юл төшкәндә бында Ғирфан исемле оҫтаның йәшәүен әйттеләр. Танышыу маҡсатында ул йәшәгән йортҡа юлландыҡ. Семәрле тәҙрә өлгөләре булған ыҡсым өйҙөң үҙенсәлекле ҡапҡаһы янына килеп туҡтаныҡ. Үҙенсәлекле тибеҙ, сөнки ҡапҡаға һүрәтле обой йәбештерелгән.Бығаса ундайҙы
күргән юҡ ине әле...

Беҙҙең килеүҙе белмәгән һәм көтмәгән йорт хужаһын балҡып килеп сыҡты. Үҙе шаян ғына икән дә! Беҙҙең менән—көтөлмәгән ҡунаҡтар менән ихлас аралашты. Ҡапҡаһының обойын алмаштырып тора икән: бер һүрәт ялҡытһа—икенсеһен. Ә ҡапҡа артында, йәғни ишек алдында беҙҙе матур-матур ҡул эштәре көтә ине. Өй нигеҙе янында бәләкәй генә «мәсет» ултыра. Уны мәсет макеты тип тә әйтергә була, ә, бәлки, балаларҙың ҡурсағы өсөн өй итергә мөмкиндер. Унан ҡоҙоҡ беҙҙе йәлеп итте. Һыу шлангы ер өҫтөндә һуҙылып та ятмай, йә ҡайҙалыр элеүле лә тормай, ә мискәнән килеп сыға. Әйтерһең дә, мискәнән һыу аға. Арыраҡ беседка ултыра. Һуңғы ваҡытта интернетта уны башҡортсалап «ғәпхана» тип тә йөрөтәләр. Ысынлап, йәйен аллы-гөллө сәскәләр, ҡыуаҡтар янында ултырған был беседкала сәйҙәр эсеп, оҙон-оҙаҡ ғәпләшеп ултырыуы бик күңеллелер! Һул яҡта ниндәйҙер төҙөлөш бара. Ҡыҙыҡ бит әле ул: тигеҙ итеп бысылған түмәрҙәрҙән йорт ҡалҡып килә. Уның янында Ғирфан Ғилметдин улының оҫтаханаһы. Эскә үтәбеҙ: унда оҫтаның станогы ултыра, һандыҡтар, ултырғыстар эшләнгән.

—Ғирфан ағай, һеҙҙең махсус белемегеҙ бармы, күптән шөғөлләнәһегеҙме?

—Махсус белем юҡ. Колхозда, пилорамала эшләнем. Хәҙер оҫтаханамда күңелемә ятҡан шөғөл менән булышам. Гөл һауыттары, ултырғыс-һандыҡтар, кәрниз, өҫтәл, тахта һәм башҡаһын эшләйем. Материал булһа, барыһын да эшләргә мөмкин,—тип яуапланы ул.

Оҫтахананан сығып өйөнә ыңғайланыҡ. Тупһала уҡ солан стенаһына эленгән картиналар йәлеп итте, улар ағастан һырлап эшләнгән. Бигерәк тә һырланған ағас элмәккә эленгән сәғәт һоҡландырҙы.

—Ауырғазынан алып ҡайттым был сәғәтте. Ҡәйнәмдәр кәрәкмәй тип ташлап ҡуйған ине. Матур бит. Бына шулай итеп элеп тә ҡуйҙым,—ти оҫта.

Ысынлап, ниндәйҙер зауыҡ һәм серлелек өҫтәй. Үткән быуаттарҙа ҡала урамдарындағы бағаналарға эленгән сәғәт кеүек ул.

Өйгә инеп күҙ йүгертәбеҙ: бында күп нәмә Ғирфан ағайҙың ҡулдары менән эшләнгән. Ғөмүмән, һәр нәмә «беҙҙең хужабыҙ оҫта» тип ҡысҡырып торғандай.

Ғирфан Ғилметдин улы Булатовты ауылда ихтирам итәләр. Һәр йыл һайын Яңы йыл байрамы яҡынлашһа, балаларға һырғалап эшләп, 1-се урын ала икән. Һуңғы йылдарҙа был конкурста ҡатнашмай башлаған. Сәбәбе—йыл да еңеү яулауынан уңайһыҙлана. Йәғни башҡаларға юл биргән.

Ғирфан ағайҙың ғаиләһе лә матур.Ҡатыны Ҡәҙриә менән өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Алина ғаиләле, улдары Ғаяз һәм Фәрүәз егет ҡорона ингән.

Ихлас, алсаҡ Ғирфан ағай менән танышып аралашыуҙан күңелебеҙ булып, уның эштәренә һоҡланып ҡайтыр юлға сыҡтыҡ... Киләһе сәфәрҙәрҙә беҙҙе тағы ла ошондай оҫталар көтәлер.

Автор:Резеда Валиева