АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
29 Август 2022, 14:50

Им-томдоң да шифаһы ҙур

Күптәр, бигерәк тә дин тотоусылар тел-теш ҡырҡтырыу буйынса кире мөнәсәбәттә, әммә халҡыбыҙҙың борондан килгән им-томдарын, ырымдарын бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, уларға әле булһа ярҙам һорап килеүселәрҙең булыуы бер кемгә лә сер түгел. Күптәр уларға мөрәжәғәт итә, уларҙы хатта эҙләп йөрөп табып ала. Ҡасандыр “иҫкелек ҡалдығы” тип юҡҡа сығарылыуға һәм халыҡ араһында уны ҡулланыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер йәшертен рәүештә булһа ла халыҡ медицинаһының йүнәлештәре һаҡланып ҡалынған, халыҡ дауаланыусылары һәм имселәр булған. Сөнки халыҡ уларҙың ярҙамына һәм дауаһына бөгөн дә мохтаж. Тик уларға мөрәжәғәт итергәме, юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.

Им-томдоң да шифаһы ҙур
Им-томдоң да шифаһы ҙур

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Уларҙы дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыусылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған.

Ҡот ҡойоусы Дилара апай

Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова ла абруйлы нәҫелдән. Олатаһы (әсәһенең атаһы) әүлиә Әнүәр хәҙрәт — данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең остазы Ғабдулла ишан Сәидиҙең улы. Дилараның әсәһе Зәйтүнә апай — тирә-яҡта билдәле халыҡ табибы, бигерәк тә кендек әбейе булараҡ киң танылыу алған. Ул әсәһенән ҡот ҡойоу, тәнде һылау, эсте, мейене ултыртыу, өшкөрөү кеүек имләүҙе үҙләштергән. Әйткәндәй, Зәйтүнә апайҙың был шөғөлө биш ҡыҙына күскән: өлкән ҡыҙы Мәзүнә Өфөлә Тибет медицинаһы буйынса кешеләрҙе ҡабул итә, Хәмдиәне күптәр оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, Гөлназ да ярҙам һорап килеүселәрҙе дауалай. Төпсөк һеңлеләре Гөлсирә генә әле бындай эшкә тотонорға баҙнатсылыҡ итмәй. Ваҡыты еткәс, уның ҡулының шифаһын күптәр татыр әле, тип йылмая Дилара апай.

Әсәләренең доғаларының тылсымы, ҡулдарының име бөгөн ҡыҙҙарына ла күскәнлеген күптән түгел Әбйәлил һәм Баймаҡ районында үткән “Ер ҡото”халыҡ дауалаусылары этномәҙәни фестивалендә шәхсән күреп, танышырға тура килде. 

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Дилара Мөхөтдин ҡыҙы ҡулланған боронғо сүмес Ғабдулла Сәйеди олатаһынан ҡалған.

— Кешегә ҡот ҡойһаң, уның йөҙө нурланып, хәле еңеләйеп китә, — ти Дилара апай. — Уны төрлө ерҙә төрлөсә ҡоялар. Теләге булған һәр кем бындай имләүҙе башҡара ала, тик ул биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа, саф, иманлы булырға тейеш, юғиһә ауырыуҙың бөтә гонаһтары үҙенә күсә.

Ҡот ҡойоу өсөн ауырыуҙы, башына яулыҡ ябындырып, ҡиблаға ҡаратып ултыртаһың. Бисмилләһир-рәхмәнир-рахим, тип сирленең башынан тотоп, "Фәтиха" сүрәһен, "Кәүсәр", "Ҡонот", "Салауат" доғаларын уҡыйһың. Бәләкәй сүмескә ҡурғаш киҫәген һалаһың, өҫтөнә аҙ ғына май тамыҙып, утҡа иретергә ҡуяһың. Артабан төрлө һамаҡ әйтеп, ирегән ҡурғашты ҡурҡҡан кешенең баш өҫтөнән тотоп, һалҡын һыулы сеүәтәгә ҡояһың. Ҡурғаш һыуға шыжлап төшә, кеше нимәнән ҡурҡҡан, шуның һыны ята. Ҡотто йөрәк рәүеше төшкәнсе, өс тапҡыр һалалар. Сир аҙған осраҡта күберәк тә һалаһың. Ҡурғаш йөрәк һыны булып төшкәс, уны алып, ҡот ҡойҙороусының ауыҙына ҡаптыралар, сеүәтәләге һыуҙы ике-өс ҡалаҡ эсерәләр ҙә артабан уның күҙ-башын йыуалар, йөрәк тапҡырына һөртәләр. Төшкән ҡотто, йәғни ҡурғашты, ауырыуҙың үҙенә бирәләр.

Тел-теш ҡырҡыу

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Фәрхәнә Иҫәндәүләтова ла ҡот ҡоя, тел-теш, тышау ҡырҡа, әрмегә йыйынған егеттәргә бетеүҙәр яҙып бирә, имләй. Унан беҙ ҙә тел-теш ҡырҡыу сере менән уртаҡлашыуын үтендек. Әйткәндәй, күптәр шәхси тормошонда уңышһыҙлыҡҡа осраһа, йәки эшендә ауырлыҡтар килһә, йыш сирләһә йәки бер туҡтамай башы ауыртһа, имсе инәйҙәргә барырға мәжбүр була. Шулай уҡ кеше тураһында төрлө ғәйбәт таратһалар, уны юҡҡа рәнйетһәләр, ул кеше туҡтауһыҙ иҫнәй, йыш ауырый башлай. Хәле бөтә, ашағыһы килмәй, бер эшкә лә күңеле төшмәй, йоҡо баҫа. Ҡайһы бер осраҡта уның менән бергә башҡа ғаилә ағзалары ла, хатта малы ла ауырырға мөмкин. Тап шундай хәлгә тарыусыларға тел-теш ҡырҡтырырға кәрәк тә инде. Бөгөн был эште теүәл һәм дөрөҫ итеп башҡарыусылар бик аҙ, хатта ҡайһы бер төбәктәрҙә тел-теш ҡырҡыу йәки тел-теш төйөүҙе белмәйҙәр ҙә. Ҡот ҡойоу, имләү, тел-теш ҡырҡыу кеүек халҡыбыҙҙың борондан килгән һауыҡтырыу алымдары киң ҡулланылған. Бындай ырымды башҡарыусыларға тылсым көсө ғәҙәттә нәҫелдән күсә. Бала саҡтан әсәһенән күреп үҫкән Фәрхәнә Мират ҡыҙына дауалау-өшкөрөү һәләте нәҫелдән күскән. Уның шифалы ҡулдары күптәргә ярҙам иткән, бетеүҙәре яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Инәй беҙҙе лә тел-теш ҡырҡыу име менән яҡындан таныштырҙы:

- Элек-электән тел-теш бетеүе – кешенең һәм мал-тыуарҙың һаулығына булышлыҡ итә, яман уйлы әҙәмдең күҙ тейеүенән һаҡлай. Уны бик ҡырҡып та бармағандар, сөнки имсегә ярҙам һорап килеүсенең дә, яман уйлы кешеләрҙең дә гонаһын үҙенә күтәреп йөрөргә тура килгән, яуаплылыҡ һәр кем үҙе һайлай. Кемдер күҙенең төҫөнә тап килгәндәргә өҫтөнлөк бирһә, икенселәре сағыуыраҡтарҙы хуп күрә. Артабан үлсәп алынған епте ҡырҡ бер төйөнгә төйнәйһең. Һәр төйөндө төйнәр алдынан доғалар уҡып, төйөндө өрөп, төйнәргә кәрәк. Ҡырҡ бер төйөнлө бау әҙер булғас, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡаһың, һәр төйөндө ҡырҡыр алдынан шундай һүҙ әйтелә:

Имләтеүсе: Ни ҡырҡаһың?

Имсе: Тел-теш ҡырҡам.

Был йоланы башҡарыусы мотлаҡ биш намаҙын ҡалдырмаҫҡа тейеш, имде ысын күңелдән башҡарыу кәрәк, - ти Фәрхәнә инәй.

Артабан һәр төйөн шулай ҡырҡып сығыла, аҙаҡ бөтә ҡырҡылған ептәр бер ҡағыҙға төрөлөп, тағы ла доға уҡылып, хужаһына тапшырыла. Был тел-теште ул үҙенең йортоноң иң тышҡы тупһаһының тәүге баҫҡысының аҫтына (ергә күмергә лә мөмкин) һалып ҡуйырға тейеш. Бетеү шунда ятып, сереп юҡҡа сыға.

Шулай уҡ тел-теш бетеүенең икенсе төрө - ул кешенең һул ҡулына бәйләнә. Бындай бетеү төрлө ауырыу-зәхмәттән, күҙ тейеүҙән, төрлө рәнйеүҙәрҙән, кеше һүҙенән һаҡлай тип иҫәпләнә. Уныһын да беҙгә Фәрхәнә инәйебеҙ эшләп күрһәтте.

- Тел-теш ҡырҡыуҙың бындай төрө - яҙылмаған, епкә өрөп, төйөлгән бетеү тип атала. Был осраҡта ете төйөн төйнәлә, шулай уҡ һәр төйөндө доға менән өшкөрөп, төйнәйһең. Бындай бетеү имләтеүсенең эшен ыңғайлата, яуыз уйлы кешеләрҙең уға ҡарата юлын тотҡарлай, уны һөйләүселәрҙең телен тотлоҡтора, - ти имсе Фәрхәнә Иҫәндәүләтова.

Күптәр, бигерәк тә дин тотоусылар тел-теш ҡырҡтырыу буйынса кире мөнәсәбәттә, әммә халҡыбыҙҙың борондан килгән им-томдарын, ырымдарын бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлаусыларҙы, уларға әле булһа ярҙам һорап килеүселәрҙең булыуы бер кемгә лә сер түгел. Күптәр уларға мөрәжәғәт итә, уларҙы хатта эҙләп йөрөп табып ала.

Һуңғы һүҙ урынына

Ҡасандыр “иҫкелек ҡалдығы” тип юҡҡа сығарылыуға һәм халыҡ араһында уны ҡулланыуҙы тыйыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер йәшертен рәүештә булһа ла халыҡ медицинаһының йүнәлештәре һаҡланып ҡалынған, халыҡ дауаланыусылары һәм имселәр булған. Сөнки халыҡ уларҙың ярҙамына һәм дауаһына бөгөн дә мохтаж. Тик уларға мөрәжәғәт итергәме, юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә.

Кәримә Усманова.

Баймаҡ районы.

Дилара Рафиҡова ҡот ҡоя

Фәрхәнә Иҫәндәүләтова тел-теш ҡырҡыу өсөн ептәр әҙерләй

Автор фотолары.

 

Им-томдоң да шифаһы ҙур
Им-томдоң да шифаһы ҙур
Автор:Гульдар Кадаева