Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
19 Июль 2022, 10:01

Алманан тәмле ҡаҡ

Баҡсала емеш-еләк өлгөрә. Уңған хужабикәләр рәхәтләнеп ҡышҡылыҡҡа тәм-тәм әҙерләй. Алманан, ҡарағаттан тәмлекәс эшләү рецептары тәҡдим итәбеҙ.

Алманан ҡаҡ яһау рецебы

Үҙем ҡаҡты ошолай яһайым. Алманы йыуып, ҡабығынан таҙартып иттартҡыс аша сығарып, яҡшылап болғатам.(ҡатнашманы ҡайнатмыйым, шәкәр ҡомы ла һалмайым) Противеньгә пергамент ҡағыҙы йәйеп, ҡағыбыҙ йәбешмәһен өсөн майлап, әзер пюрены тигеҙ итеп йәйеп духовкага 4-5 сәғәткә 50-60 градуска киптерергә ҡуям,(оҙағыраҡ, түбәнерәк температурала булған һайын яҡшыраҡ, витаминдары шул килеш һаҡлана) духовкамдың махсус елләткесе бар, булмаһа ла зыяны юҡ, тик шуныһы мөһим, духовканың ауыҙын пар сыҡһын өсөн бер аҙ асып ҡуям. Ваҡыт ваҡыт ҡарап торам, кибеп бөткәс алып, рулет итеп төрөп, холодильникка пергамент ҡағыҙға төрөп, алып ҡуям.
(Бер эшләгәндә 3 төрлө, 3 рәт итеп ҡуям)

 

Ҡара ҡарағаттан желе
 Уның өсөн кәрәк: 2 кг ҡарағат, 2 әфлисун, 4 кг шәкәр ҡомо кәрәк.

Ҡарағатты мясорубканан үткәрәбеҙ. Әфлисундың тышын алып, уны ла үткәрәбеҙ. Уларҙы бергә ҡушып, шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшы ғына итеп болғатырға, шәкәр иреп бөтөргә тейеш. Тик шунда ғына ул ҡуйырып, желе формаһына килә. Һуңынан стерилләнгән банкаларға тултырырға. . Ҡайнатырға кәрәкмәй. Әфлисун урынына лимон һалырға ла мөмкин. Ул сағында бындай желе гемоглобинды күтәрергә булышлыҡ итәсәк.

ә алманан ҡаҡ яһайһығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева