Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
19 Июнь 2022, 16:35

Әйҙә "асыҡ ауыҙ" бешереп ашайыҡ!

Ҡамыр өсөн 1 йомортҡа 2 аш ҡалағы ҡаймаҡ 6-7 аш ҡалағы он тоҙ разрыхлитель Эслек өсөн: 250 г. тауыҡ ите 200 г шампиньон 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ һуған тәмләткестәр

Әйҙә "асыҡ ауыҙ" бешереп ашайыҡ!
Әйҙә "асыҡ ауыҙ" бешереп ашайыҡ!

йомортҡа менән ҡаймаҡты ҡушып бергә ҡушып ныҡ итеп болғатабыҙ
тоҙ, разрыхлитель һәм он ҡушабыҙ
килеп сыҡҡан ҡамырҙы полиэтилен ҡапҡа һалып 15-20 минут сиселһен өсөн ял иттерәбеҙ
Эслек:
 тауыҡ итен һуған менән ҡушып 5 минут көслө утта ҡыҙҙырабыҙ
шампиньон һәм тәмләткестәр ҡушып , 5 минут быҡтырабыҙ
Утты һүрелткәс, 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушып болғатабыҙ
Ҡамырҙы өс өлөшкә бүлеп, йоҡа итеп йәйәбеҙ
эслекте һалып, ситтәрен бөгәбеҙ
теләһәгеҙ йомортҡа һарыһын һөртөгөҙ
180 градус эҫелектәге духовкала 30 минут бешерәбеҙ

Автор:Гульдар Кадаева