+1 °С
Болотло
Белешмә өсөн:
Йүкә иң күп продукция биргән ағас. Ул үҫкән бер гектар ерҙән
1 тонна 200 килограмм тирәһе бал алырға мөмкин. Ағасы кәрәккә ныҡ ҡулланыла. Сувенирҙар эшләргә ипкә килә, йомшаҡ. Ҡалаҡ, батман кеүек һауыт-һаба яһайҙар. Сәскәһе — ҙур дауа, йүкә балының шифаһы тураһында, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә белә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, тирләтеп ебәрә, сир ҡаса.
Ҡайырыһы һарыуысҡа ҡуйыла. Ҡорт айырған саҡта шуның еҫенә барып һарыла. Ҡабығын санаға түшәп ултырып йөрөйһөң. Шулай уҡ һалабаш итеп яһап, йүкә йыуғыс, атҡа септә, ҡап һуҡҡандар, бау, арҡан ишкәндәр. Мунса бураһын күптәр йүкәнән күтәрә, тәмле еҫе сығып тора.