+2 °С
Болотло
Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында "Серле кейеҙ" клубы эшләй. Исеме үк әйтеп тора: бында оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар кейеҙ баҫыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел улар түбәтәй эшләргә өйрәнгән. Афарин!
Әйткәнәдәй, ауыл "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Әүҙем халыҡ йәшәгән ауыл урынһыҙ ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.