Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Март 2021, 21:25

Һәр маҡсатым—юғарыға табан баҫҡыс

Ваҡыт юҡ… Был һүҙ күптәребеҙгә таныш. Эйе, күп осраҡта ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанабыҙ. Ә бына Үрге Иҙрис ауылында тыуып, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әлфирә Аҡсарова, киреһенсә, ваҡыттың күп булыуын белдерә, хатта уны иҫбатлай ҙа.

Ваҡыт юҡ… Был һүҙ күптәребеҙгә таныш. Эйе, күп осраҡта ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанабыҙ. Ә бына Үрге Иҙрис ауылында тыуып, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әлфирә Аҡсарова, киреһенсә, ваҡыттың күп булыуын белдерә, хатта уны иҫбатлай ҙа.
Әлфирә тормош иптәшенең һөйөклө ҡатыны, ике улының хәстәрлекле әсәһе генә түгел, һәр ергә өлгөрөүсе булдыҡлы гүзәл зат та. Ысынлап та, ул бөтә нәмәгә лә маһир, һәр яҡлап талантлы.
—Ике һөнәремде лә осраҡлы һайланым тип әйтергә була. Бала саҡта тәүҙә балалар баҡсаһында эшләргә хыяллана инем. Ике туған ҡусты-һеңлеләремде ҡарарға яраттым. Үҫә килә хәрби кеше булыу теләге күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Эргәбеҙҙә малайҙар күп йәшәп, шулар менән уйнап үҫкәнгәлер, погонлы кейемдәргә ҡыҙыҡтым. Мәктәпте тамамлар мәл еткәс, бейеүсегә уҡыған апайым мине бейеү донъяһына алып килде. Ғашиҡ булдым. Шулай итеп, Учалы музыка училищеһында хореограф һөнәрен үҙләштерҙем. Һис үкенмәйем. Бейеү, бәләкәстәрҙе бейергә өйрәтеү миңә бик оҡшай, бар күңелемде һалып шөғөлләнәм,—ти Әлфирә Аҡсарова.
Икенсе һөнәре буйынса ул—технолог. Ире Әлфирәнең юғары белем алыу хаҡында хыялланғанын белгәс, Сибай институтының юридик факультетына уҡырға ебәрә. Йәш ҡатын уҡыу йортона килә лә ундағы ҡул эштәрен күреп һоҡлана һәм уйлап та тормай документтарын технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетына тапшыра. Был осраҡлы боролош бөгөн Әлфирәгә күңел йыуанысы килтерә. Ул буш ваҡыттарында оло кинәнес менән тегеү эшенә тотона. Тәүҙә үҙенә, балаларына текһә, хәҙер заказдар ҙа ҡабул итә. Бынан тыш, гөлдәр, сәскәләр үҫтерергә ярата. Нимәгә генә тотонһа ла, бар күңелен һалып башҡарғас, матур килеп сыға.
Эштән ҡайтып, ғаиләне бағып, уларҙы тәмле-татлы менән һыйлап, йорт эштәрен башҡарыуҙан тыш, заказға тегенергә йөрьәт иткән, шул уҡ ваҡытта матур, нәзәкәтле, һомғол һын-буйлы булып ҡала белгән Әлфирәгә: “Бөтә нәмәгә нисек өлгөрһең?”—тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.
—Ваҡыт юҡ тип әйтеү—ул буш һылтау ғына. Бөгөн йорттарға газ үткән, утын ташып мейес яғаһы түгел. Керҙәребеҙҙе, һауыт-һабабыҙҙы машиналар йыуып тора, иҙәнде робот-саң һурҙырғыс таҙарта. Беҙгә ни шул балаларҙы ҡарарға ла, ашарға бешерергә ҡала. Унан инде бушайһың. Буш ваҡытты файҙалы шөғөлгә ебәрергә, камиллашырға кәрәктер, тип иҫәпләйем. Ваҡыт күп ул, йырлай-йырлай эшләргә мөмкин. Һәр кем үҙ алдына аныҡ маҡсат ҡуйырға тейештер. Мин, мәҫәлән, һәр хыялыма, маҡсатыма баҫҡыс тип ҡарайым һәм аҙымлап-аҙымлап шул баҫҡыстан күтәрелә барам, һөҙөмтәне күреп ҡыуанам. Форсаттан файҙаланып, гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотлайым. Йөҙөгөҙҙән нур китмәһен, күҙегеҙҙә осҡон һүнмәһен, күңелегеҙҙә һәр саҡ яҙ булһын, ә йөрәгегеҙҙә һөйөү йәшәһен,—ти Әлфирә.
“Ҡатынды мунса ташы иткән дә, йөҙөк ҡашы иткән дә—ир” тиҙәр. Әлфирә был йәһәттән бик бәхетле. Ире уны аңлап тора, ярҙам итә. Әлфирә лә үҙ сиратында аҡыллы, хәстәрлекле кәләш, яғымлы, өлгөлө әсәй булырға бар тырышлығын һала. Бына шундай бөтмөр, шәп, өлгөр, оҫта һәм һылыу гүзәл зат йәшәй Баймаҡта.