Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
8 Март 2021, 19:30

Ауыл ҡыҙы Сания етмеш һөнәргә эйә

Бала саҡта ҡыҙ балаларҙың күбеһе уҡытыусы, артист, һатыусы, табип кеүек һөнәрҙәр тураһында хыялланһа, Санияның күңеле бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа—техникаға тартыла. Атаһына эйәреп, тимерлеккә барғанда, машина, трактор, комбайндарҙы күреп, үҙен бер мөғжизәле донъяға барып юлыҡҡандай хис итә. Бигерәк тә тимерсе ағайҙарҙың тимерҙе утта ҡыҙҙырып, уға төрлө форма биреүҙәренә, тимерҙе иретеп, бер-береһенә йәбештереүҙәренә иҫе китеп ҡарап тора.

Бала саҡта ҡыҙ балаларҙың күбеһе уҡытыусы, артист, һатыусы, табип кеүек һөнәрҙәр тураһында хыялланһа, Санияның күңеле бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа—техникаға тартыла. Атаһына эйәреп, тимерлеккә барғанда, машина, трактор, комбайндарҙы күреп, үҙен бер мөғжизәле донъяға барып юлыҡҡандай хис итә. Бигерәк тә тимерсе ағайҙарҙың тимерҙе утта ҡыҙҙырып, уға төрлө форма биреүҙәренә, тимерҙе иретеп, бер-береһенә йәбештереүҙәренә иҫе китеп ҡарап тора.
Ө
ләсәһенә эйәреп, йыш ҡына Магнитогорск ҡалаһына йөрөгән Сания өсөн ҡала буйлап трамвайҙа йөрөү иң ҙур шатлыҡ, кинәнес була. Трамвай йөрөтөүсегә яҡын ғына тороп ала ла, уның нисек трамвай йөрөтөүенә күҙе ҡыҙып ҡарап тора.
—Мине трамвайҙан көсләп тигәндәй, һөйрәп төшөрә торғайнылар,—тип хәтерләй ул саҡтарҙы Сания.
Төркмән урта мәктәбен тамамлағас, һөтсөлөк фермаһы мөдире булып эшләгән атаһы Рафаэль Әнүәр улы, әҙерәк нығыныр, күңеле ятҡан һөнәр һайларға ла ваҡыты булыр, тип, ҡыҙын фермаға эшкә саҡыра. Шул барыуҙан Сания йыл ярым һауынсы булып эшләй. Әммә был эште ул үҙ итә алмай; күңеле бала саҡтан оҡшатҡан һөнәрҙәргә тартыла. 1981 йылда Магнитогорскиҙағы 97-се һөнәрселек училищеһына уҡырға барып, 10 ай уҡып, трамвай йөрөтөүсе хоҡуғы ала. «Эшкә сығыу менән йәшәп торорға фатир бирҙеләр. Эшемде яратып, күңел биреп эшләнем”,—тип хәтерләй ул саҡтарҙы.
Ете йыл трамвай йөрөткәс, Сания бала саҡтан күңелендә йөрөткән тағы бер хыялын тормошҡа ашырырға була: 1987-1988 йылдарҙа ошо уҡ ҡалала уҡып, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Металлургия комбинатының огнеупорный заводында (домна, мартен мейестәренә янмай торған кирбестәр әҙерләй торған завод) иретеп йәбештереүсе булып эш башлай.
—Күңел ятҡан эшең булыу ҙур бәхет бит ул. Эшемде яратып башҡарҙым. Мөмкинлектән файҙаланып, ошонда уҡ крансы һөнәренә өйрәнеп алдым. Крансылар етешмәһә, уларҙы алмаштырҙым.
Ғаилә ҡороп, улым тыуғас та, бушлай фатир бирҙеләр. 12 йыл сварщик булып эшләп, 40 йәшемдә льготалы стажымды тултырып, 2000 йылда фатирымды алмаштырып, Сибайға күсеп ҡайттым. 2002 йылда мине ҡалалағы 24-се һөнәрселек училищеһына мастер итеп эшкә саҡырҙылар. Һөнәр алырға тип килгән малайҙарҙы, эштән һуң, киске курста уҡыған өлкән ағайҙарҙы иретеп йәбештереүсе һөнәренә өйрәттем. Тәүҙә миңә, ҡатын-ҡыҙ кешегә, ышанмайыраҡ, шикләнеберәк ҡарайҙар ине, аҙаҡ Сания Рафаэловна тип, хөрмәт итеп кенә йөрөттөләр. Ошонда уҡ уҡып, машина йөрөтөүсе таныҡлығы алдым. 2010 йылда 50 йәшемдә хаҡлы ялға сыҡтым.
Артабан, донъя күрәйем әле, тип, Испанияға сығып китеп, ике йыл эшләп ҡайттым. Улым Айнурҙы өйләндергәс, Өфөгә барып, АТП-ға эшкә төштөм; унда автобуста кондуктор булып та эшләнем, шунда уҡ АТП биләмәһендә автобус та йөрөтә торғайным,—тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты әңгәмәсем.
Өфөнән ҡайтҡас, Себер яҡтарына барып эшләп ҡайта. Ғөмүмән, күңеле ятҡан бөтә һөнәрҙәрҙе лә эшләп ҡарай ул. Әммә Санияның тағы бер тормошҡа ашмаған хыялы ҡала: бала саҡтан күңеле менән йыһан киңлегендә ай-йондоҙҙар араһында йөҙгән ҡыҙ, В.Н.Терешкова һымаҡ космонавт булырға ла хыяллана.
“Их, В.Терешкова һымаҡ хәрби форма кейеп, погондар тағып, Иҫәнбәткә ҡайтып төшһәң ине, тигән хыялым-үкенесем тороп ҡалды”,—ти ул. Иманым камил: әгәр ҙә Өфө, Магнитогорск ҡалаларынды туҡтамай, тура Мәскәүгә, шул хыялына ҡарай ынтылған булһа, үҙенең тырыш, ныҡышмал холҡо менән мотлаҡ космонавт та булыр ине ул...
Үҙенең күркәм холҡо менән Сания ауылдаштарының ихтирамын яулаған.
—Оҙаҡ йылдар аралашып йәшәгән кешеләр тураһында беҙ бөтәһен дә беләбеҙ, тип уйлайбыҙ. Әммә яңылышабыҙ. Яҡшы кеше алмас кеүек: һәр бер ҡыры үҙенсә нурлы, әллә нисәмә төҫтә балҡый. Сания менән дә күберәк аралашҡан һайын, яңы һыҙаттарын асам һәм һоҡланам. Тышта ул ир-егеттәрҙән кәм түгел. Уның ҡулында тимер ҙә ирей. Техника ла күндәм ат һымаҡ тыңлаусанға әйләнә. Ҡулы белмәгән эше юҡ инде. Бөтә йомошобоҙ менән уға мөрәжәғәт итәбеҙ. Өйгә инһә—уңған ҡатын-ҡыҙға әйләнә: иләй, тегә, шәл бәйләй, аш-һыуға оҫта. Йәшелсә, сәскәләр үҫтерергә ярата. Хәбәргә әүәҫ түгел. Уйлағанын өндәшмәй генә эшләй ҙә ҡуя. Тәүәккәл кеше инде,—ти уның тураһында ауылдашы Гөлзифа Зекриә ҡыҙы Исрафилова.
Эйе, егәрленең ҡулы етәү, тигәндәй, эш белгән кешегә эше табылып тора инде. Йорто тирәләй ҡойма, ҡапҡаларын да Сания үҙе улы менән эшләп ҡуйған. Ауылдаштарына ярҙам итергә уның иретеп йәбештереү аппараты һәр саҡ әҙер тора. Эш сығып ҡына тора: бесән сапҡыс эшләү, трактор арбаларының бортын йәбештереү, машиналарын йүнәтешеү һ.б. Уның оҫта ҡулының эҙҙәре ҡалған изге эштәрен һанап бөтөү мөмкин түгел.
Бәхетле әсә ул Сания. “Берәү булһа ла, берәгәй улы бар Санияның”,—ти ауылдаштары уның улы тураһында. Олатай-өләсәй тәрбиәһе алған Айнур, әсәһе һымаҡ, етмеш төрлө һөнәргә эйә, ҡулы белмәгән эше юҡ. Сания улын бөтә тимер эшенә өйрәткән. Әле Түбәнге Варта ҡалаһында автокрановщик булып эшләй. Насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгән Айнур матур ғаилә ҡорған. Ҡатыны Гөлнур менән Илназ исемле ул һәм Лиана исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Бәхетле өләсәй Сания әле күптән түгел 80 йәшен тултырған әсәһе менән йәшәй. Матур итеп баға. Йыш ҡына әсәһен яңы машинаһына ултыртып алып, Сибайҙағы бөтә уңайлыҡтары булған ике бүлмәле фатирына алып барып йөрөтөп ҡайта. Әйткәндәй, был Санияның 8-се машинаһы!
Тағы ла шуны билдәләп үтеү зарур: Сания ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, уртаһында ҡайнай. Быйылғы Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылын хуплап, әхирәттәре менән скандинав таяҡтарына таянып, көн дә 5-6 саҡрым аралыҡты үтеүҙәре лә маҡтауға лайыҡ.
Бына шундай ҡыҙыҡ та, мөғжизәле лә, һоҡланғыс та яҙмышлы Сания Рафаэль ҡыҙы Сафина йәшәй беҙҙең Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында.
Сәғиҙә Байназарова.