2008 йылдан халыҡ-ара кимәлдә билдәләнгән Ауыл ҡатын-ҡыҙы көнө барлығын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Был байрамдың маҡсаты—ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының еңелдән булмаған хәленә иғтибар йүнәлдереү, уларҙы ҡәҙерләү, яҡлау. Атап әйткәндә, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тормошо ысын мәғәнәһендә үҙе бер батырлыҡ, матурлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө. Ауылда йәшәү, ауыл ҡатыны булыу еңелдән түгел. Иренә терәк кенә түгел улар, балаларына ғүмер биреүсе, уларҙы оло тормош юлына оҙатыусы оло йөрәкле әсәйҙәр ҙә. Бөгөн балалар тәрбиәләү, ир бағыу, йорт-ҡураны ҡарау менән бер рәттән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары иңенә йәнтөйәктең киләсәк яҙмышы ла һалынған. Эш юҡ, аҡса етмәй, тип ҡайғырмай бөгөн улар. Үҙ көстәре менән кәртә тултырып мал көтөп, йәшелсә, емеш-еләк ултыртып, умарта тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, бынамын тигән итеп донъя көтөргә ынтылалар.
“Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралы-уында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы күҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, иң түбәнгә төшкәндә лә түбәнлеккә лә төшмәй, хурлыҡҡа батмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, уларҙың сибәрлегенә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына”. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең был һүҙҙәре бөгөнгө мәҡәләм геройҙары—ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өсөн генә әйтелгән кеүек. Ысынлап та, уңған һәм тырыш, дәртле һәм сәмле, матур һәм һөйкөмлө, моңло һәм рухлы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары нисек йәшәй һуң төпкөл ауылдарҙа? Әйҙәгеҙ, улар менән яҡыныраҡ танышайыҡ.
Баймаҡ районының Басай ауылында йәшәүсе Рәйлә Сабитованы ауылдаштары уңған ҡатын булараҡ яҡшы белә. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ: бәйләүгә, сигеүгә маһир, оҫта итеп бешерергә лә ярата. Йәй етһә, урмандан ҡайтып инмәй: тәүҙә шифалы үләндәрен йыя, аҙаҡ еләк өлгөрә, артабан муйыл, сейә-баланын тирә, бәшмәгенә лә йөрөй. Әммә күптәр уны һыйыр ағынан төрлө ризыҡтар етештергән, уны баҙарҙа һатып, ярайһы уҡ табыш алған уңған хужабикәләрҙең береһе тип таный.
Иҫәнбәт ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ бәхетен ситтән эҙләмәй, күрше ауыл егете Фуат Зекерйә улына кейәүгә сыға. 1988 йылда өйләнешкән пар Басай ауылында төпләнеп, матур донъя көтә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы дүрт балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн ике ейәнсәрҙәре бар.
Ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздарҙың юҡҡа сығыуы, ауылда эш булмауы Басай ауылын да ситләтеп үтмәй. Тормош иптәше ҡырҙа йөрөп эшләгәнлектән, Рәйлә Рәшит ҡыҙы иңенә донъя мәшәҡәттәре йөгө һалына. Ишле мал көткән, күпләп ҡош-ҡорт аҫраған, йылҡы үрсеткән ғаилә һөттән төрлө ризыҡ эшләп һатыу менән шөғөлләнергә тотона. Аҙнаһына ике тапҡыр Сибай баҙарына алып сығып, ҡорот, ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек, май һата улар. Һыйлы көнөң һыйырҙа тигәндәй, көндәлек аҡты эшкәртеп кенә өлгөр, етмәһә үҙенең клиенттары ла барлыҡҡа килә. Татлы һәм тәмле, сифатлы һәм хәләл ризыҡты һораусылар арта. Бер килгәндә генә 6-7 мең кеҫәгә кереп тә ята, тик йыбанмай ағыңды эшкәртеп кенә өлгөр... Ошо аҡсаға балаларҙы уҡытырға, йорт мәшәҡәттәренә тотонорға, яңы техника һатып алырға ла кәрәк. Егәрле ҡатын иш янына ҡуш булһын тип емеш-еләген дә, бәшмәген дә бергә һата башлай. Көҙөн бигерәк тә ҡала халҡы әлморон, энәлек, баланға һорауҙы арттыра, бәшмәк һатып алырға теләүселәр күбәйә.
Көнөнә һигеҙ һыйырҙы ҡул менән һауып, уларҙың ағын эшкәртеп, һатырға өлгөргән Рәйлә Сабитованың уңғанлығына ысынлап та хайран ҡалырлыҡ!
Бөтмөр ҡатындың һәр иртәһе һарайҙағы һигеҙ һыйырына иркәләп өндәшеүенән башлана. “Бигерәк тә иртәнге һиллекте ярып, биҙрәмә ағылған һөт тамсыларының йырын тыңларға яратам. Әйтерһең, һәүкәшем, ошо моңдо боҙорға теләмәгәндәй, әкренләп кенә көйшәүен да-уам итә. Иртәнге һауындан һуң бер-бер артлы теҙелгән малҡайҙарымды һөйә-һөйә көтөүгә ҡыуам”,—тип шул тик-лем ихласлыҡ менән көндәлек эшен тасуирлай ул. Үҙем дә ауыл балаһы булараҡ, Рәйлә Рәшит ҡыҙының иңендә күпме эш ятҡанын яҡшы аңлайым. Шуға күрә аҙна һайын Сибайға баҙарға барып, һөт ризыҡтарынан аҡса эшләү өсөн дә күпме тырышлыҡ талап ителеүен күңелем менән тойғандай булам.
—Бигерәк тә минең ҡыҙыл эремсегем ҙур һорау менән үтә,—тип йылмая хужабикә.—Уны эшләү серен миңә өләсәйем өйрәтте, аҙаҡ әсәйемдең эшләгәнен күреп үҫтем. Ҡыҙыл эремсекте яһау өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк, шуға күрә уны һатыусылар ҙа һирәк, әммә һорау ҙур.
Затлы ризыҡҡа ихтыяж күп булғанлыҡтан Рәйлә Сабитова уны әҙерләүгә айырым иғтибар бүлә. Пандемия осоронда ҡорот һатып алыусылар артҡан, ни тиһәң дә халҡыбыҙҙың шифалы был ризығының киң дауалау үҙенсәлеген барыһы ла хәҙер яҡшы белә. Шулай уҡ май айының ҡояштай майын һораусылар ҙа етәрлек, ти ул.
Быйылғы йылдың емеш-еләккә мул булыуын әйтеп тораһы ла түгел. Тәбиғәт биргән байлыҡты йыбанмай йый ғына. Уңған кеше ике ялҡауҙың эшен башҡарыр, ти халыҡ. Бында ла Рәйлә ханымға тиңләшеүселәр юҡтыр, ул энәлек, муйыл, сейәне эретеп, эремсек эшләп, шунан телеңде йоторлоҡ бик тәмле талҡан эшләй.
Бөгөн тап Рәйлә Сабитова кеүек ҡатындар ауыл тотҡаһына әүерелә бара. Үҙ донъяһын бағып ҡына ултырмай улар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өлгөрә. Ауылдың “Әхирәттәр” фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаһы ла, төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөүсе гүзәл заттарҙың береһе лә ул. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың сағыу бер өлгөһө булған, матурлыҡ һәм нәзәкәтлектең асыҡ миҫалына әйләнгән ябай ауыл ҡатынының тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Шуға күрә ябай ауыл ҡатыны образын ниндәйҙер китаптарҙан, фильмдарҙан эҙләү кәрәкмәй, улар яныбыҙҙа ғына. Тик күрә белергә генә кәрәк.