АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡулыңдан һөйөн
17 Август 2020, 21:25

МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ ХУЖАҺЫ

Кеше ҡулдары тылсымының ҡөҙрәте сикһеҙ: ябай ғына әйберҙәрҙән дә хайран итерлек бөйөклөк тыуҙыра. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Артур Иҫәнов та шундайҙарҙың береһе.

Артур—Йомаш ауылы егете. Тыуған ауылында урта мәктәпте, унан Сибай институтын тамамлаған. Һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы. Әле Росгвардияла һаҡ хеҙмәтен үтәй.
Баймаҡ районында йәшәүселәргә яҡшы таныш: Иҫәновтар һүрәт төшөрөүгә, ағастан һырлап төрлө әйберҙәр эшләүгә ныҡ оҫта. Был күркәм һәләт быуындан-быуынға күсеп, Артурға ла бирелгән. Сәфиулла олатай Иҫәновтың ҡоҙоғо тураһында ауылдаштары һаман да иҫләп һөйләй. Был ҡоҙоҡ тирәләй оҫта үҙ ҡулдары менән ағастан яһап төрлө ҡош-ҡорт, йәнлек һындары урынлаштырған булған. Әлбиттә, Артур олатаһының ҡул эштәрен күрмәгән, әммә был турала фотоһүрәттәр, өлкәндәр һөйләүе буйынса яҡшы белә.
Уның ҡартатаһы Әғзәм Яҡуп улы ла заманында ауылдаштарына өй һалырға ярҙамлашҡан. Тәҙрә яҡтарын оҫта ултыртыусыларҙың береһе булған. Өҫтәл, ултырғыс һәм шкафтар ҙа яһаған. Әле лә төп йортта уның ҡулдары менән эшләнгән түңәрәк өҫтәл ҡомартҡы булып һаҡлана.
Артур Иҫәновҡа был һәләт әсәй яғынан да бирелгәндер.
—Беҙ бәләкәй саҡта йортобоҙҙа әсәйем үҙенең бер туған ҡустыһы Руслан Ҡәҙербәков бүләк иткән ағас һындарҙан матур ғына мөйөш булдырғайны. Был мөйөш минең иң яратҡан урыным булды. Ағастан эшләнгән ҡыр хайуандары һәм ҡоштарына бик оҙаҡ ҡарап тора торғайным. Ул ваҡытта үҙем дә берәй ваҡыт ошондай әйберҙәр эшләрмен, тип уйлап та бирмәгәнмендер, моғайын,—ти Артур.
Ысынлап та, оҫтаның ҡул эштәре ағаһыныҡына тартым. Осрашҡан ваҡыт-тарында ла уларҙың һөйләшеүҙәре күберәк ошо турала була. Артурҙың был йүнәлештә махсус белеме юҡ. Шуға күрә лә ағаһының кәңәштәре уға бик тә ҡәҙерле. Әйткәндәй, Руслан Ҡәҙербәков Ейәнсура районында йәшәй, уны был төбәктә барыһы ла оҫта ҡуллы булараҡ белә.
Артурҙың ҡулдары менән булдырылған төрлө йәнлек һындарына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел! Уларҙы бар итеү өсөн күпме көс, фантазия һәм һөйөү кәрәк! Эйе, эйе, нәҡ һөйөү кәрәк. Артур буш ваҡыттарын тотошлайы менән яратҡан эшенә арнай, бирелеп китеп эшләй, уйлана, ижади ҡараш менән ағастарға ғына түгел, тимерҙәргә лә «йән өрә». Шуға ла Артурҙың ихатаһы, йорто үҙе бер мөғжизәле донъя, бында һәр нәмә йәнле һәм йәмле. Һындарға, стенаға эленгән һүрәттәргә, Иҫәновтарҙың шәжәрәһенә ҡарап бер һоҡланһаң, Руслан ағаһының ҡул эштәренән булдырылған мөйөшкә ҡарап хайран ҡалаһың. Ишек алдында ла төрлө һындар, башҡорт тирмәһе, балалар өсөн бәүелсәк, ял итеү урыны бар.
—Бәләкәйҙән үк ағастар менән булыша инем, шулай ҙа ныҡлап тотонманым. Ә бына ғаиләле булғас, балалар тыуғас, уларҙы ҡыуандырыу өсөн ағастан төрлө һындар эшләй башланым. Шулай итеп дәрт, илһам уянды. Хәҙер һандыҡтар ҙа эшләйем, заказ биреүселәр ҙә бар. Әммә төп эштән бушап булмай, ваҡыт тығыҙыраҡ, әммә буш ваҡытта мотлаҡ ағас эшенә тотонам,—ти Артур.
Артурҙың ғаиләһе лә өлгө булырлыҡ. Ҡатыны Илүзә Гәрәй ҡыҙы—шәфҡәт туташы, Баймаҡ район-ҡала дауаханаһында эшләй. Улдары Батырйән—икенсе, ҡыҙҙары Ынйы беренсе класты тамамлаған. Кеселәре Матурға әле 4 йәш. Иҫәновтарҙан конкурстарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Район, республика буйынса уҙғарылған ҡул эштәре ярыштарында еңеүҙәр яулаған. Күптән түгел «Таҡмаҡ-батл» республика конкурсында 1-се урын яуланылар. Башҡорт ҡоролтайы үткәргән «Башҡорт ғаиләһе-2019» видеоконкурсы еңеүселәре лә нәҡ улар. 2019 йылда шулай уҡ Сибай ҡалаһында үткән “Урал аръяғының алтын ҡулдары” күргәҙмәһендә ҡатнашып, Рәхмәт хаты менән бүләкләнделәр.
Артур йәшәү һуты алған, тәпәй баҫҡан ауылын да һис онотмай. 2018 йылда Иҫәновтарҙың шәжәрәһен, «Һаҡмар» колхозының алдынғы шоферы Ишбулды Сәйғәфәровтың хәтер кисәһен үткәреүгә ҙур көс һалған. Физкультурник булараҡ, спорт сараларына ла битараф ҡалмай, ойоштороуҙа ҡатнаша, бағыусы булараҡ үҙ өлөшөн индерә.
Сәләмәт йәшәү рәүешен хуплаған, матурлыҡҡа ынтылған, рухлы, ауылдаштары, туғандары һәм ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған ошондай аҫыл башҡорт ир-егеттәре күберәк булһа ине!
Һүҙ аҙағында: мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгәндә Иҫәновтар тағы бер малайға атай-әсәй булды!
Ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡыҙ-улдарығыҙ үҙегеҙгә оҡшап һәләтле, сос, иманлы булһын!